Иң-иңдәр китәләр...15.02.2017
80 йәшендә күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Данир Камалетдин улы Үзбәков вафат булды.
Д.К. Үзбәков 1936 йылдың 2 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районындағы Оло Әбеш ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген Матрай районының Ҡәҙерша ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Армияла булып ҡайтҡас, Хәйбулла районының Йәнтеш ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыусы, унан һуң Хәйбулла район гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй. Ленинград Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң Д.К. Үзбәков КПСС-тың Башҡортостан Өлкә комитеты йүнәлтмәһе буйынса Балаҡатай район гәзитенә мөхәррир итеп ебәрелә, артабан КПСС-тың Балаҡатай райкомында пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире, 1969–1982 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының мәҙәниәт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау бүлегендә өлкән референт булып эшләй.
1982 – 1998 йылдарҙа Д.К. Үзбәков Башҡортостандың архив ведомствоһына етәкселек итә. 1982 йылдан 1991 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы архив идаралығы начальнигы, 1991 йылдан 1995 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының Архив эштәре комитеты рәйесе, 1995 йылдан 1998 йылға тиклем Башҡортостан Республикаһының Архив эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе була.
Коллективтың эшен оҫта ойоштороу һөҙөмтәһендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә архивтарҙың матди-техник базаһы һиҙелерлек яҡшыра, норматив-хоҡуҡи база барлыҡҡа килә, ғилми-нәшриәт эшмәкәрлеге әүҙемләшә. Башҡортостан тарихындағы мөһим осорҙар тураһында документтар йыйынтыҡтары әҙерләнә һәм нәшер ителә. Уларҙың күбеһе архив ғилеме, документтар туплау һәм археография өлкәһендәге ғилми эштәр конкурстарында премияларға һәм дипломдарға лайыҡ була.
Күп йыллыҡ тырыш хеҙмәте өсөн Данир Камалетдин улы Рәсәй федераль архив хеҙмәтенең, БАССР Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы менән бүләкләнә. Уға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә.
Профессионал, оҫта етәксе, баҫалҡы һәм һоҡланғыс шәхес Данир Камалетдин улы Үзбәков хаҡында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Р.З. ХӘМИТОВ, К.Б. ТОЛКАЧЕВ, Р.Х. МӘРҘӘНОВ,
В.А. НАГОРНЫЙ, И.А. ТАЖЕТДИНОВ, С.Т. СӘҒИТОВ, И.И. ЯЛАЛОВ,
И.В. ҒӘЛЛӘМОВ, Ә.Ә. ХИСМӘТУЛЛИН, Р.Х. ИБРАҺИМОВ,
М.Р. МИҢЛЕҒӘЛИН, В.М. ШӘРИПОВ.