Мәүлиҙә менән Рәйес Йәғәфәровтарҙың йорттары өй йылыһынан, хужаларҙың уңғанлығынан йылмайып тора. Бөтә ерҙә бөхтәлек, тәртип. Зауыҡ менән йыйыштырылған бүлмәләр күңелде күтәрә. Рәйес ағай 40 йылдан ашыу колхозда тракторсы булып эшләгән, тырыш хеҙмәте өсөн күп маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнгән. Көндө төнгә ялғап ер һөрөүҙәр, комбайн менән иген һуғыуҙар – барыһы ла уның ҡулдары аша үткән.
Мәүлиҙә апай – алыҫ Әбйәлил районы ҡыҙы. Ул оҙаҡ йылдар колхозда сөгөлдөрсө булып эшләй, хатта заманында тормош иптәшенә комбайнда ярҙамсы булып штурвал артына ла баҫа. Ике улға һәм ике ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр, һәр береһенә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына баҫтыралар. Балалары үҙҙәре кеүек тырыш, аҡыллы булып үҫә. Бөгөн тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәргә яғымлы өләсәй һәм олатай булып ғүмер итә Йәғәфәровтар.
Мәүлиҙә апай – аш-һыу оҫтаһы, Әбйәлил яҡтарында әҙерләнгән милли ризыҡ төрҙәрен ауылдаштарына ла өйрәтә. Ҡорот, һары май, бишбармаҡ, буҙа һәм башҡа күп төрлө ашыбыҙҙы телеңде йоторлоҡ итеп әҙерләй ул. Һабантуйҙарға, мәҙәни сараларға, туйҙарға буҙа ҡойоуын үтенеп Мәүлиҙә апайға махсус мөрәжәғәт итәләр, ул һәр ваҡыт ихлас ярҙам күрһәтә.
Белеүебеҙсә, буҙа ашҡаҙан-эсәк, нервы системаһы, бауыр, бөйөр сирҙәренән арындыра, ҡандағы шәкәр кимәлен төшөрөүгә лә булышлыҡ итә, организмдан ағыулы матдәләрҙе сығара, иммунитетты нығыта. Етмәһә, уны әҙерләү өсөн әллә ниндәй ҡиммәтле нәмәләр ҙә кәрәкмәй. Һәр кемдең дә ҡулынан килә торған эш, тик күңел йылыһы һәм теләк кенә булһын.
Төрөмбәт ауылы ҡатын-ҡыҙҙары һуңғы йылдарҙа Мәүлиҙә апайҙан буҙа яһарға ихлас өйрәнә. Мәҙәниәт йортоноң “Айһылыу” клубы ағзалары ла яңыраҡ шифалы эсемлек серҙәрен белешергә барҙы. Йүгереп йөрөгән яғымлы Мәүлиҙә апай ентекле итеп уны яһау алымдарын өйрәтте, яңы ғына өлгөргән күпереп торған буҙа менән һыйланы.
– Уның файҙаһын үҙебеҙ ҙә һиҙәбеҙ, сирҙәргә бирешеп бармайбыҙ, әленән-әле яңыртып яһап торам, бер ҙә өҙөлмәйбеҙ. Тыуған көндәргә, юбилейҙарға алып барам, башҡа милләт кешеләренә лә оҡшай, ҡыҙыҡһынып рецепт өлгөһөн һорашалар, – ти Мәүлиҙә Рафиҡ ҡыҙы.
Башҡортобоҙҙоң аҡылына, оҫталығына хайран ҡалырлыҡ! Тәмле, татлы, файҙалы ризыҡтар, эсемлектәр әҙерләргә ниндәй маһир ул. Онотмай быуындан быуынға тапшырып, милли йолаларыбыҙҙы йәштәргә өйрәтеүселәргә афарин! Заман техникаһы ла ярҙамға килә – электр тогы менән эшләгән тарттырғыстар бар, әҙер һоло ярмаһы ла һатыла (геркулес), тик магазиндағы ҡоро сүпрәне ҡушырға ярамай, әсеү процесы үҙенән-үҙе барлыҡҡа килергә тейеш.
– Буҙа яһар өсөн бер килограмм һоло оно, ярты килограмм бойҙай оно, бер стакан самаһы аҡ май менән туң май ҡатнашмаһы кәрәк буласаҡ. Тәүҙә һолоно ҡыҙартҡансы мейескә ҡуйып алырға ла он итеп тарттырырға, ошо массаға иретелгән майҙы ҡушып бутарға. Бойҙай ононан кеҫәл бешереп ҡушып, өс литр самаһы ҡайнаған һыу ҡойоп яҡшылап болғатырға кәрәк. Йылы урында бер тәүлек тотҡандан һуң, иләк аша яҡшылап һөҙөп, ҡуйы ҡаймаҡ хәлендәге массаны тағы ла йылы урынға ҡуйып алырға. Беҙҙең әсәй-өләсәйҙәребеҙ ике ҡат иләк аша һөҙә торғайны, шунан вағы аша. Буҙа бер нисә сәғәттән әҙер ҙә булып күпереп сыға, шәкәр, сүпрә ҡушылмай. Һалҡынса урында һаҡлана, – тип өйрәтә Мәүлиҙә апай. Файҙалы сифаттарын һаҡлау өсөн иркен эмаль һауытта эшләргә һәм һаҡларға кәңәш ителә икән.