Милләттең дәрәжәһе ниҙә күренә?21.02.2017
Педагог яҙмалары
Үткән быуат аҙағында бөйөк дәүләтебеҙ СССР-ҙың тарҡалыуы биләмәлә урынлашҡан аҙ һанлы милләттәрҙең рухи яҡтан уяныуына алып килде. Илдә 15 союздаш республиканың ғына туған телен дәүләт статусында файҙаланыу, рухи ҡиммәттәрен үҫтереү хоҡуғы булһа, автономиялы төбәктәрҙә ундай мөмкинлек, конституцияларында яҙылһа ла, ысынбарлыҡта сикләнгәйне. Үҙгәртеп ҡороу, яңы демократик лозунгтар, мөстәҡиллек яулау аҙ һанлы милләттәргә, милли мәғариф мәсьәләләренә яңы күҙлектән ҡарарға булышлыҡ ҡылды.
Етмәһә, ЮНЕСКО был йәһәттән ярҙам итәсәген белдерҙе. Мәскәү ҙә милли мәктәп мәсьәләләренән ситтә түгеллеген дәлилләгәс, 16 төбәктән 70-тән ашыу вәкил ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә ҡарар ителде. Сараға беҙҙең республиканан Мәғариф министрлығының милли мәктәптәр бүлеге мөдире Р.Ф. Абдуллин, Рәсәй Милли мәктәптәр институтының Башҡортостандағы филиалы директоры Ф.Ф. Аҙнабаева, Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Х.С. Хәйбуллин һәм Әбйәлил районының Байым урта мәктәбе директоры булып эшләгән мин саҡырылдыҡ.
Сәфәргә 9 май көнө ҡуҙғалдым. Юлдаштарым баш ҡаланан булғас, улар Мәскәүгә Өфө аэропортынан билет алған, мин иһә металлургтар ҡалаһынан тура остом. “Домодедово” аэродромына барып төшөп, унан тәүге метроға тиклем автобуста килеп, артабан электропоезда Измайлово паркында урынлашҡан ҡунаҡханаға барыу бер ниндәй ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Делегаттарҙы ҡаршы алып, үҙҙәре урынлаштырғас, кәйеф тә күтәренке.
Яҡташтарым Өфөнән килеп етмәгәйне әле. Ике кешелек бүлмәлә яңғыҙым. Бүлмәлә тилмереп ултырғансы тип, бөгөн – Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығы – оло байрамды үткәргән Ҡыҙыл майҙанды барып күрергә ҡарар иттем. Урамдарҙа, метрола Советтар Союзы Геройҙарын, Дан орденының тулы кавалерҙарын күпләп күреү бәхетенә өлгәштем. Улар бөтәһе лә хәрби парадта ҡатнашырға саҡырылғайны.
Ҡыҙыл майҙанда Еңеү тантанаһы тамамланып, башҡаларға ла инергә рөхсәт ителгән мәлгә тура килдем. Майҙандың үҙенә ҡарағанда, халыҡтың күпселеге маршал Г.К. Жуковҡа әле генә асылған һәйкәл тирәһендә ҡайнаша. Ат өҫтөндә ултырған мәғрур полководецтың һынын тәүгеләрҙән булып күрә алыуыма сикһеҙ шат инем. Һәйкәлгә һоҡланып, ғорурланып ҡарап торғандан һуң аяҡтарым үҙенән-үҙе Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә табан алып китте. Бынан ун һигеҙ йыл элек Германияға китешләй һалдат кейемендә баш эйгәйнем уға. Һәйкәлдә тауҙай өйөлгән сәскә гөлләмәләре ҡаршы алды. Мәңгелек утҡа, унан да сағыуыраҡ ҡып-ҡыҙыл ҡәнәферҙәргә ҡарап күңелем тулышты...
Ҡунаҡханаға бик тәьҫирләнеп ҡайттым. Бүлмәмдә монголдарға хас йөҙлө кеше ҡаршы алды. Эстән генә: “Башҡортто ҡара тигән булалар, беҙҙән дә былайыраҡтар бар икән дәбаһа”, – тип уйлап ҡуйҙым.
– Санжаев Жалсан Батуевич – Бүрәт Республикаһындағы Улан-Удэ ҡалаһының 1-се гимназияһы директоры, – тип таныштырҙы бүлмәләшем үҙе менән. Минең Башҡортостандан икәнде белгәс, йөҙө яҡтырып, ҡыҫыҡ күҙҙәре асылып, осҡонланып китте.
– А вы знаете песню “Кубаляк”? – тине лә, ыңғай яуабымды көтөп тә тормай, саф башҡортса йырлап ебәрҙе. Мәскәү һынлы Мәскәүҙә үҙ ырыуымдың гимны һаналған “Күбәләк”те быға тиклем күрмәгән-белмәгән бүрәт кешеһенән ишетеп, күңелем тулды. Танышым, йәнә аптыратып, ауыҙ эсенән көйләй-һөйләй “Байыҡ”ты, “Гөлнәзирә”не бөтөн нескәлектәрендә бейеп күрһәтте.
Һүҙ артынан һүҙ ялғанды. Яңы танышым институтта уҡыған осоронда “Байкал – Амур” магистрален төҙөргә барған Башҡортостан студенттары менән аралашып, беҙҙең йырға, бейеүгә ғашиҡ булған, уларҙы отоп алған икән. Егерме биш йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, онотмаған, күңелендә яҡты иҫтәлек итеп һаҡлай.
Иртәгәһен конференция эшендә ҡатнашыусыларҙы Мәскәүҙәге Корея милли мәктәбенә тәжрибә уртаҡлашырға алып барҙылар. Белем усағының шефы Көньяҡ Корея иленең “LG” фирмаһы булып сыҡты. Бүлмәләш дуҫымдың был илдекеләр менән һин дә мин инглиз телендә аралашыуына шаҡ ҡатып ҡарап торҙом. Шулай бүрәт милләтенең бер генә вәкиле әллә ҡайҙа – Байкал күле эргәһендә – көн иткән халыҡҡа ҡарата күңелемдә ҙур ихтирам-хөрмәт тойғоһо уятты.
Халҡымда “Ҡарама йөҙөнә – ҡолаҡ һал һүҙенә” тигән бик фәһемле әйтем бар. “Милләт дәрәжәһен бер генә кешегә ҡарап та билдәләп була икән. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, был хәҡиҡәтте оноторға ярамай” тигән һабаҡ алып ҡайттым сәфәремдән.