Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр20.02.2017
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр “Сәйәсәтебеҙҙең бөтә мәғәнәһе – Рәсәйҙең төп байлығы булараҡ кешеләрҙе һаҡлау, кеше капиталын ишәйтеү, шуға күрә тырышлығыбыҙ традицион ҡиммәттәргә һәм ғаиләгә, демографик программаларҙы ғәмәлгә ашырыуҙа ярҙамға, экологияны, кешеләрҙең һаулығын яҡшыртыуға, мәғарифты һәм мәҙәниәтте үҫтереүгә йүнәлтелгән”. Был юлдар Рәсәй Президентының 2017 йылда Федераль Йыйылыш депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһенән алынды. “Кешеләрҙе һаҡлау” төшөнсәһе илебеҙҙә тәүге тапҡыр мәрхүм Александр Солженицын тарафынан ҡулланыуға индерелһә, “кеше капиталы” ла – рәсәйҙәр өсөн өр-яңы төшөнсә һәм әлегә ғилми хеҙмәттәрҙә генә сағылыш таба. Ил башлығы телгә алған бурыстар араһында мәғарифтың да аталыуы был тармаҡҡа иғтибарҙың артыуының һуңғы йылдарҙа тәрәнәйә барған көрсөк күренештәренең йыш ҡабатланыуына, уларҙы еңеп сығыу өсөн яңы ҡараштар зарурлығына ишара итә.
Ҡалала мәктәп етмәй, ауылда – балалар...
Билдәле, теге йәки был проблеманы хәл ҡылыу өсөн иң элек тәүшарттар, шул иҫәптән матди-техник база, әҙерлекле кадрҙар кәрәк. Сирек быуат элек кенә “коммунизм төҙөүсе” статусын йөрөткән, сәләмәт конкуренция менән синфи ҡаршылыҡтарҙы айырмаған, йәғни совет мәктәбе һыҙаттарынан арынып бөтмәгән, мәғариф усаҡтары быға әҙерме һуң? Капиталистик ҡоролоштоң төп принцибы “кеше – кешегә бүре” төшөнсәһен тура мәғәнәһендә ҡабул иткән ватандаштарыбыҙ уның ысынлап Рәсәй тупрағында ысынбарлыҡтан йыраҡ китмәүенә юҡ-юҡ та шаһит булып тора. Уларҙың вариҫтарын был хата ҡараштан азат итеү мәктәптең ҡулынан килерлек бурысмы?
Социаль ҡоролош алмашыныуға ҡарамаҫтан, әлбиттә, йәш быуынды белемле, әҙәпле, алған һөнәре буйынса үҙ файҙаһына, халыҡ мәнфәғәтендә эшләү кеүек һәр йәмғиәткә хас бурыстан бер ни ҙә азат итә алмай, ләкин, Совет власынан айырмалы, баҙар иҡтисады нигеҙен тәшкил иткән сәләмәт конкуренция кеүек мөһим принциптар һаман нығына алмай.
Башҡортостан Мәғариф министрлығының йәмәғәтселек өсөн әҙерләгән докладына ярашлы, бөгөн Башҡортостанда мәғарифтың йөҙөн 3,5 меңләп белем биреү учреждениеһы, 854,1 мең уҡыусы, 110,9 меңләп педагог билдәләй. Мәктәпкәсә йәштәге балалар ойошмалары 1,3 меңдән ашыу, уларға 233,8 мең бала йөрөй. 2010/11 уҡыу йылында республикала 1817 дөйөм белем биреү мәктәбе иҫәпләнһә, бер йыл эсендә уларҙың йөҙләбе (башлыса ауылдыҡылар) ябылып, 2015/16 уҡыу йылында 1362-гә ҡалған.
Әле Башҡортостан мәктәптәре 2013 йылда ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында мәғарифты үҫтереү” программаһы буйынса эш итә. Уны ғәмәлгә ашырыу өсөн биш йылда 187 миллиард һумлыҡ ҡаҙна сығымдары ҡаралған. Әйтергә кәрәк, республикала тармаҡты үҫтереүгә сығымдар етерлек бүленә. Мәҫәлән, былтыр мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов һуңғы биш йылда мәғарифҡа 260 миллиард һум йүнәлтелеүе хаҡында белдерҙе. Был ҡаҙна сығымдарының 30 проценты тигән һүҙ. Мәктәптәр төҙөүгә һәм булғандарын яңыртыуға йыл һайын ике миллиард һум тотонола. Дөрөҫ, әлегә уларҙың файҙалы эш коэффициенты тураһында һүҙ алып барырға тура килмәй, тине республика Башлығы.
2015/16 уҡыу йылында Башҡортостан мәға­рифы алдында түбәндәге бурыстар ҡуйылған:
– мәктәпкәсә белем биреүҙе һәр баланың ҡаҙанышына әүерелдереү;
– дөйөм һәм профессиональ белем биреүҙе яңыртыу;
– педагогтарҙың эш хаҡын арттырыу;
– электрон белем биреүҙе үҫтереү;
– тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү;
– мәғариф ойошмаларының матди-техник базаһын үҫтереү;
– талантлы йәштәргә ярҙам һ.б.
Барлыҡ мәктәптәр ҙә компьютерҙар менән тәьмин ителеп, Интернет селтәренә тоташ­тырылған. Мәғариф эшмәкәрлеге төрлө йылдарҙа ҡабул ителгән дүрт федераль һәм республика программаларына ярашлы алып барыла. Матди-техник базаны үҫтереүгә килгәндә, ул финанс мөмкинлектәренә бәйле. Мәҫәлән, Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында “Йәйғор” балалар баҡсаһы 80-се йылдарҙа уҡ төҙөлөп, емерелеү хәленә килгәс, ябылып, мәктәп бинаһына күсерелгән. Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн өҫтәмә урындар программаһына эләгеп, биш миллион һум юллап алғас, бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Ошонда 30 йылдан ашыу мөдир вазифаһын тартҡан Земфира Вәлиеваның һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙер Мерәҫтәге балалар баҡсаһы ҡаланыҡынан бер ҙә ҡалышмай. Бүлмәләр иркен, кескәйҙәр өсөн уңайлы шарттар, кер йыуыу урыны, ашханаһы бар.
Ихаталағы уйын майҙансығында ата-әсәләрҙең ҡул йылыһы менән йыһазландырылған уйынсыҡтар кескәйҙәрҙе үҙенә саҡырып тора. Баҡсаны йәмләп сәскәләр үҫә, йәшелсә баҡсаһы ла бар. Унда коллективҡа етерлек бәрәңге, башҡа йәшелсә үҫтерелә. Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр тигәндәй, 2014 йылда “Йәйғор” балалары районда үткәрелгән “Йәшел донъя” конкурсында беренсе урынды яулаған. Мерәҫ кескәйҙәре концерттарҙа ла оҫталығын күрһәтә, малайҙарҙың вокаль ансамбле район буйынса беренсе урынға сыҡҡан.
Ә бына мәғариф ихтыяждарын ҡырҡ йыллап ҡәнәғәтләндергән Баймаҡ районы мәктәптәре тураһында ундай фекер әйтергә иртәрәк. Район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Илдус Зәйнуллин әйтеүенсә, улар төҙөлөш нормалары буйынса хәҙерге талаптарға яуап бирмәй: ашханалар, аҙыҡ-түлек цехтары юҡ, ишектәр тар.
Ошо уҡ фекерҙе Өфө ҡалаһының ҡайһы бер мәктәптәренә ҡарата ла әйтергә мөмкин. Былтыр яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Рөстәм Хәмитов баш ҡаланың айырым фәндәрҙе төплөрәк өйрәнеүгә махсуслашҡан 31-се мәктәбенә барҙы. 1971 йылда уҡ файҙаланыуға тапшырылған был мәғариф усағына 650 уҡыусы йөрөй. Беренсе класҡа ғына 89 бала ҡабул ителгән. Әммә республика Башлығы ундағы шарттарҙан ҡәнәғәт түгеллеген белдерергә мәжбүр булды, сөнки өс бүлмәнең береһе генә ҡуйылған талаптарға яуап бирә. Икеһендә электрон таҡта юҡ, йыһазландырыуға ла иҫкәрмәләр бар.
116-сы мәктәп иһә 1963 йылда сафҡа индерелгән. Бында уҡыусылар медицина буйынса төплөрәк белем алып сыға, байтағы һуңынан уҡыуын Башҡорт дәүләт медицина университетында дауам итә. Мәктәптә физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн кластар ҙа бар. Асыҡ һауала күп функциялы спорт майҙансығы төҙөп ҡуйылған.
Өфө мәктәптәре балаларҙы һыйҙыра алмай интекһә, ауыл мәктәптәрендә улар, киреһенсә, етешмәй. Мәҫәлән, уҡыусылар иҫәбе ҡырҡа аҙайыу сәбәпле, Миәкә районының туғыҙ урта мәктәбенә дөйөм белем биреү йәки башланғыс мәктәп статусы бирелгән, һигеҙ дөйөм белем биреү усағы филиалға әүерелеп, 15 башланғыс мәктәп ябылған. 40 мәғариф учреждениеһының 26-һында дәрестәр берләшкән кластарҙа алып барыла. Ҡаран-Ҡолтай башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы И. Йәрмиева дүрт класҡа бер юлы дәрес бирә. Салауат районында Икенсе Иҙелбай мәктәбе – Арҡауыл урта мәктәбе, Урмантау мәктәбе Таймый урта мәктәбе филиалына әйләнгән.
Уҡыусылары аҙ булыу сәбәпле, Илеш районының Үрмәт һәм Иғмәт урта мәктәптәре – төп белем биреү, ә Теләкәй һәм Тыпый төп мәктәптәре башланғыс мәктәп-филиал булып ҡалған. Ҡасандыр бик күп халыҡ йәшәгән районда хәҙер 12 филиалы менән 22 дөйөм урта, өс филиалы менән туғыҙ төп белем биреү мәктәбе эшләй.
Үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклем Стәрлебаш районында иң ҙур ауылдарҙың береһе һаналған Ҡарағошта элекке урта мәктәпкә башланғыс статусы бирелеп, уға ни бары 29 бала йөрөй, һәм мәғариф усағы хәҙер күрше Әмир урта мәктәбенең филиалына әүерелгән.
Ошо йәһәттән Ишембай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Шаһиева менән “Йәшлек” гәзитендә донъя күргән “Мәктәп булмаһа, ауыл бөтә” тип аталған интервью иҫкә төшә. Бәләкәй ауылдарҙа йәшәгән ата-әсәләрҙең балаларын үҙ янынан ебәрмәй генә белем алдырғыһы килә, ти урынбаҫар. Шул уҡ ваҡытта бармаҡ менән генә һанарлыҡ уҡыусы өсөн мәктәп тотоу дөрөҫмө? Башҡа тиҫтерҙәре алдынғы технологиялар менән ҡоралланған мәғариф учреждениеһында заманса белем алғанда, төпкөл ауыл балаһын ошо мөмкинлектән мәхрүм итеү уның ҡанатын һындырыу була түгелме ни?
Финанс күҙлегенән сығып ҡарағанда, был фекерҙә бер ниндәй ҙә хилафлыҡ юҡ, уҡыусыларҙың яҡшы шарттарҙа һәм төплө белем алып сығыуы хаҡында хәстәрлек күрелә. Ә ата-әсәһенән айырылып, ят мөхиттә уҡып йөрөү балаларға, айырыуса башланғыс класҡа аяҡ баҫыусыларға оҡшаймы, был уларҙың күңелен һындырыу булмаймы? 90-сы йылдарҙа башланып, ауылдарҙы эшһеҙлек төйәгенә әүерелдергән әсе тарихи тәжрибәнең эҙемтәләрен балалар иңенә һалып ҡуйыу киләсәктә лайыҡлы алмаш үҫеп сығыуына бер ниндәй ҙә гарантия бирмәй. Киреһенсә, ҡаты иҫәп ҡуйылыу хәүефе бар, сөнки ни сәсһәң, шуны урырһың, тиҙәр бит. Иң үкенеслеһе шунда: өлкәндәр был һорау өҫтөндә уйланырға ашыҡмай.
Һеҙҙең һәм беҙҙең бурыс нимәлә?
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында илдә дәүләт милкен хосусилаштырыу күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә барғанда башҡа социаль тармаҡтар кеүек мәғариф та ҙур юғалтыуҙар кисерҙе. Бына уның эҙемтәләре: Рәсәйҙә 500-ҙән ашыу мәктәп бинаһы емерелергә тора, 10 меңдән күберәге яртылаш туҙған. Был хәл айырыуса Дағстан, Ингуш, Ҡарасәй-Черкес, Саха (Яҡут) республикаларына, Красноярск крайына хас. Былтыр яңы уҡыу йылы башланыр алдынан илдә ни бары – 90, шул иҫәптән Волга буйы федераль округында 10 мәктәп бинаһы файҙаланыуға тапшырылған, һәм уҡыу йылы дауамында шунса самаһы сафҡа индерелергә тейеш ине. Ләкин хәҙер мәғариф усаҡтары билдәле социаль-иҡтисади сәбәптәр арҡаһында “үҫеш” кисереп, уҡыусылар иҫәбе арта барған ҡалаларҙа һәм ҡасабаларҙа ғына ҡалҡып сыға.
Былтыр яңы уҡыу йылы башланыр алдынан республика Башлығы Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлөп ятҡан 1000 урынлыҡ мәктәпте ҡараны. “Көнбайыш” торлаҡ районының 7б биҫтәһендәге был мәғариф учреждениеһының майҙаны... 15,5 мең квадрат метр. Төҙөлөш хаҡы – 600 миллион һум! Уның тамаша залы ғына 600 кеше һыйҙыра һәм унда ҡала, республика күләмендә мәҙәни саралар үткәрергә мөмкин. Ашханаһы тотош туҡланыу комбинатына торошло, спорт залы, ике йөҙөү бассейны бар. Күргәндәренән әҫәрләнгән Рөстәм Хәмитов: “Мин бында уҡыясаҡ балаларға һәм эшләйәсәк уҡытыусыларға көнләшеп ҡарайым, – тип белдерҙе. – Тик республикала өлгөлө һәм иң яҡшыһы булһын өсөн был мәктәпте мәғәнә һәм йөкмәтке менән тулыландырырға кәрәк”.
Ауылдарҙың цивилизация үҫешендәге роле хаҡында күп һөйләргә мөмкин, ил тарихында яҡты эҙ ҡалдырған һоҡланғыс шәхестәрҙең күпселеге ауылда тыуған, шунда белем алған. Хәҙер килеп уларҙың ер йөҙөнән юйылыуын объектив күренешкә иҫәпләгәндәрҙең власть даирәһендә ярайһы юғары вазифа биләп ултырыуы аҡылға һыймай. Бынан бер нисә йыл элек “Литературная газета”ла баҫылып сыҡҡан “Дикое поле” тип аталған күләмле мәҡәлә әле эҙемтәләре йәмәғәтселек тарафынан тейешенсә баһаланып етмәгән был мәсьәләгә айыҡ күҙ менән ҡарарға мәжбүр итә.
Эльвира Нәбиуллина иҡтисади үҫеш министры булып эшләгәндә үк “бәләкәй ҡалаларҙың (ауылдар тураһында һүҙ ҙә юҡ!) конкурентлыҡҡа һәләтһеҙлеге арҡаһында киләсәге юҡ. Алдағы 20 йылда 20 миллионлап кеше мегаполистарға күсеп бөтәсәк” тигән ҡараш нығына, тип хәбәр итә аҙналыҡ. Йәнәһе, был провинцияларҙың юҡҡа сығыуы ҡурҡыныс түгел, был – үҫеш тенденцияһы. Киләсәктә, имеш, Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Түбәнге Новгород, Екатеринбург, Һамар-Тольятти агломерациялары үҫеш аласаҡ. (Исемлектә ни өсөндөр Ҡазан, Өфө, Төмән һ.б. күренмәй).
2002–2010 йылдарҙа илдә 8,5 мең ауыл юҡҡа сыҡҡан, кеше йәшәмәгәндәре 13,1 меңдән 19,4 меңгә еткән. Рәсәйҙәрҙең һәр өсөнсөһө, имеш, әле үк мегаполистарҙа йәшәй. Ҙур ҡалалар өсөн был хәл яңынан-яңы проблемалар тыуҙыра: мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында урын етмәйәсәк, дауаханаларҙа – сираттар, юлдарҙа автомобиль тығындары барлыҡҡа киләсәк. Кеше тулы вагондар, автобустар һ.б. Ә бит был аңлы әҙәм балаһына хас булмаған тәртипкә сик ҡуйырға тырышыусылар ҙа күренмәй. Бойондороҡһоҙ социаль сәйәсәт институты профессоры Наталья Зубаревич фекеренсә, урындағы үҙидара органдары үҙенең конституцион бурыстарын үтәй башламай тороп, бер ни ҙә үҙгәрмәйәсәк. Кешеләрҙең үҙҙәренә ҡуҙғалырға кәрәк.
Силәгенә күрә ҡапҡасы. Мәскәү ҡалаһында әле 600-ҙән ашыу мәктәп, 55 колледж, 1,35 миллион уҡыусы иҫәпләнә. Былтыр беренсе класҡа ғына 100 мең бала төшкән. Ҡаланың мәғариф департаменты башлығы Исаак Калинаның һүҙҙәренә ҡарағанда, мәктәптәрҙә тәүлек әйләнәһенә ҡарауыл эшләй, 20 мең күҙәтеү камераһы ҡуйылған.
Ирекһеҙҙән күренекле урыҫ педагогы Константин Ушинскийҙың “әгәр ҙә педагог кешене һәр яҡлап тәрбиәләргә теләй икән, ул кешене һәр яҡлап белергә тейеш” тигән аҡыллы һүҙҙәре иҫкә төшә. Мең уҡыусыны йөҙөнә ҡарап таный белһәң дә яҡшы, башҡаһы хаҡында хыял итергә генә ҡала. Иң мөһиме – бындай шарттарҙа шәхес тәрбиәләп була, тигән фекер менән һис тә килешеп булмай.
Халыҡ йәшәгән урындарҙа инфраструктураны үҫтереү, йәғни юлдар төҙөү, электр линиялары үткәреү, коммуналь уңайлыҡтар булдырыу һ.б. – дәүләт хәстәрлеге, сөнки, беренсенән, Рәсәй Конституцияһы буйынса күп милләтле халыҡ – властың берҙән-бер сығанағы, һәм дәүләт (муниципалитет) уның законлы мәнфәғәтен күҙәтергә бурыслы. Икенсенән, дәүләт ҡаҙнаһы граждан­дарҙың һалымы иҫәбенә формалаша һәм халыҡ файҙаһына тотонолорға тейеш. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡалалар кимәлендә был положение ниндәйҙер дәрәжәлә эш итһә, дәүләтте туйындырған ауылдарға һаман барып етмәгән.
“Бик кәрәк саҡтарҙа беҙ ауылда бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине Рәсәйҙең мәғариф министры. – Беҙҙең өсөн йәштәрҙең тыуған ауылында ҡалыуы бик мөһим”. Ғәҙел һәм тормошсан ҡарашҡа шунда уҡ ҡаршы сығыусылар табылды: “Ниндәй сығымдар иҫәбенә?” Имеш, Фурсенко (уның тураһында һүҙ алдараҡ – авт.), ун йыл элек бәләкәй мәктәптәрҙе аҫрау өсөн аҡса юҡлығын аңлатып, уҡытыусыларға, губернаторҙарға аҙ йөрөнөмө ни? Бер ҙур мәктәп төҙөп, яҡындағы ауылдарҙан балаларҙы автобус менән килтереү арзаныраҡҡа төшә.
Һүҙ ҙә юҡ, дәүләт мәнфәғәтенә ышыҡланып алып барылған үҙгәрештәр иң элек мәғариф реформаһы авторҙарының “ҡиммәтле” кәңәштәре буйынса ғәмәлләштерелә. Моғайын, күптәргә был документ авторҙары араһында ҡасандыр Юғары иҡтисад мәктәбендә лә эҙ ҡалдырған яҡташыбыҙ Эльвира Нәбиуллинаның да барлығы билдәле түгелдер. Был хаҡта тулы һәм тәрән анализлы яҙма бер нисә йыл элек “Совершенно секретно” аҙналығында донъя күрҙе. Ил киләсәге өсөн үтә лә мөһим заказдың балалар менән бер көн дә эшләмәгән, уларға мөнәсәбәте бөтөнләй булмаған уҡыу йортона тапшырылыуы, әлбиттә, ғәжәпкә ҡалдыра. Тимәк, улар заказ биреүсегә яҡыныраҡ булып сыҡҡан. Хәйер, мәктәптә педагогик эш тәжрибәһе булмаған элекке мәғариф министры Андрей Фурсенко ла “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проектын әҙерләгән ведомство-ара эшсе төркөмдөң етәксеһе булып эшләп алған бит.
Ҡасандыр Ленинград дәүләт университетын тамамлаған һәм Иоффе исемендәге физика-техника институтында эшләп, докторлыҡ диссертацияһы яҡлаған, хатта 90-сы йылдарҙа бизнес менән дә шөғөлләнгән был кеше 2004 йылда Михаил Фрадков хөкүмәтендә мәғариф министры итеп тәғәйенләнә. Вазифаға тотоноуының тәүге көндәренән үк мәктәптәрҙә дин (РФ Конституцияһының 14-се статьяһына ярашлы, Рәсәй – донъяуи дәүләт һәм унда бер дин дә дәүләт статусына эйә була алмай) дәрестәре индереү идеяһын күтәреп сыға. Артабан Берҙәм дәүләт имтиханын (БДИ) көсләп тағыуға өлгәшә, юғары уҡыу йорттарында ҡаҙна урындарын кәметеү буйынса сығыш яһай.
Эстафетаны унан ҡабул итеп алған Дмитрий Ливанов та мәктәп тормошо менән насар таныш. Ул металдар физикаһы буйынса Мәскәү ҡорос иретмәләр институтын тамамлаған, йылылыҡтың күсеүе буйынса кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертациялары яҡлаған, 2003 йылда Мәскәү дәүләт юридик академияһын тамамлаған, вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем шул уҡ институтта ғилми эштәр буйынса проректор урынбаҫары булып эшләгән.
“Бөтә ерҙә, ҙур илебеҙҙең барлыҡ билә­мәләрендә лә балалар уңайлы, барлыҡ шарттар тыуҙырылған заманса мәктәптәрҙә белем алырға тейеш, – тине Рәсәй Президенты Владимир Путин, Федераль Йыйылыш депутаттары алдында сираттағы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһап. – Шуға күрә беҙ мәктәптәрҙе реконструкциялау, яңыртыу программаларын дауам итәбеҙ. Беҙҙә емерелергә торған, ябай ғына шарттарһыҙ мәктәп биналары булырға тейеш түгел”.
Ил башлығының күрһәтмәһен үҙҙәренсә аңлап, ауылдарҙы мәғариф усаҡтарынан мәхрүм иткән ҡайһы бер реформаторҙар, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, балаларҙың тиңлеген, тыуған ерендә белем алырға хоҡуҡлы булыуын күҙ уңынан ысҡындырған.
Юл аҙабы – гүр ғазабы
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев 2016 йылда мәктәптәргә автобустар һатып алыу өсөн өс миллиард һум бүленеүе тураһында хәбәр итте. “Бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе япһындар ҙа балаларҙы ҙур мәктәптәргә илтһендәр!” – Ҡараш шундай.2015/16 уҡыу йылында Башҡортостанда 2,5 меңдән ашыу ауылдан (иҫ китерлек!) 35 мең уҡыусы 872 мәктәпкә йөрөп белем алған. Уларҙы дәрескә көн һайын илтеү өсөн 1255 автобус тәғәйенләнгән. Шул уҡ ваҡытта республика Мәғариф министрлығының мәғлүмәтенә ярашлы, ике меңләп уҡыусыны ташыу өсөн транспорт етешмәгән.
Юл аҙабы – гүр ғазабы, ти халыҡ. Юлдарҙа көн һайын булған фажиғәләр тураһында телевидение йән өшөткөс хәбәрҙәрҙе күрһәтеп тора. Йыш ҡына шундай аварияларға балалар тейәлгән автобустар ҙа осрай. Ошо күҙлектән ҡарағанда, Мәғариф министрлығында эшләгән “ҡыҙыу линия”ға Баҡалы районында Килкабыҙ – Ҡатай автомобиль юлының насар хәлдә булыуы һәм яҙлы-көҙлө бысраҡтарҙа күңелһеҙ хәлдәргә килтереү ихтималлығы менән бәйле борсолоу белдереүҙәре тәбиғи. Шул уҡ ваҡытта күрше Ҡалтасы районына ҡараған мәктәп алты километрҙа ғына булыуға ҡарамаҫтан, Яңауыл районында бер ауыл уҡыусыларын 23 саҡрымдағы үҙ мәктәптәренә көн һайын йөрөтөүҙәре лә көләмәскә торошло. Бер дәүләттә йәшәйбеҙ түгелме ни?
Стәрлебаш районында 50 ауылдың 600-ләп уҡыусыһын 41 маршрут буйынса 21 автобус дәрескә алып бара. 2015/16 уҡыу йылында улар 100,5 мең литр, йәғни 3,2 миллион һумлыҡ яғыулыҡ сарыф иткән. Район үҙәгендәге 1-се урта мәктәпкә дүрт ауылдан өс автобус менән көн һайын 57 уҡыусы килтерелә, ә 2-се урта мәктәпкә шул уҡ ауылдарҙан 55 уҡыусыны тағы ла өс автобус ташый. Ырымбур өлкәһе сигендә ятҡан ҡасандыр иң ҙур ауылдарҙың береһе Буҙат урта мәктәбендә – ни бары 83 уҡыусы, уларҙың да 41-е күрше ауылдарҙан йөрөй. Йәлембәт урта мәктәбендә уҡыусылар күберәк – 122, ләкин уларҙың 70-е биш ауылдан ташыла. Иҫке Ҡалҡаш урта мәктәбенең 94 уҡыусыһының 56-һы дәрескә автобус менән сит ауылдарҙан килтерелә.
Ә бына Бөрө районының Шишмә ауылында мәктәп сығымдары ҡулайлаштырыуға эләгеп, уҡыусылары Базан урта мәктәбенә икенсе сменала уҡыуға күсерелгәс, ауыл халҡы быға тәүәккәл ҡаршы сыға. Һәм ауылдағы мәктәпкәсә белем биреү бинаһын ҡулайлаштырып, уҡыусыларҙы икенсе сменала булһа ла уҡыта башлайҙар.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең мәғариф учреждениеларында технологик факторҙы – инфраструктураны яҡшыртыуҙы беренсе урынға ҡуйыуы тармаҡта эшләгәндәргә күптән яҡшы билдәле, әммә ул ҡараш уҡытыусылар араһында яҡлау тапмай. Салауат районының Лағыр урта мәктәбе директоры Ринат Ситдиҡов фекеренсә, “заманса йыһаз төп күрһәткес түгел. Бөгөн уҡыусыларға уңышлы белем һәм тәрбиә биреү өсөн социаль педагог, психолог, военрук, музыка һәм спорт етәкселәре штаттарын кире ҡайтарырға кәрәк”.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 2025 йылға тиклем илдә 6,5 миллион уҡыусыға иҫәпләнгән яңы урындар булдырып, балаларҙы бер сменала уҡытыуға күсереү ҙә – ошо технологик алымдың бер кәүҙәләнеше. Дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Мәғариф һәм фән комитеты рәйесе урынбаҫары Ирина Мануйлова раҫлауынса, яңы мәктәптәр яңы архитектур өлгөләргә ярашлы төҙөләсәк. Билдәле, бындай хәстәрлек ауыл еренә ҡағылмай, һәм ундағы уҡыусылар мәктәпте тамамлағанға тиклем белем донъяһына сәйәхәтте автобустарҙа ҙур мәктәптәргә йөрөп атҡарасаҡ.
Ошо планға ярашлы, Башҡортостанда 90 меңдән ашыу уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр асырға кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов уҙған август кәңәшмәһендә яһаған сығышында. Былтыр ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан 500 миллион һум бүленгән. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙа 10 яңы мәктәп буш тора, ә 40-лабы – яртылаш буш. Әлбиттә, яңы мәғариф усаҡтарын төҙөгәндә, ауылда эш булыр, йәштәр ғаилә ҡорор, балалар иҫәбе артыр, тигән изге маҡсат ҡуйылғандыр ҙа, әммә урындағы властарҙың ҡулы етмәгән.
Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә бер сменала дәрес биреү өсөн, баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы мәғлүмәтенә ярашлы, 12,5 мең урынлыҡ 15 яңы мәктәп һалырға кәрәк. “Инорс” биҫтәһендә хәл айырыуса борсоулы. 65,8 меңләп кеше йәшәгән биҫтәлә 20 мең самаһы уҡыусы ике мәктәпкә, ике гимназия, ике лицейға йөрөп белем ала. Тәнәфес ваҡытында баҫҡыстарҙа тығындар барлыҡҡа килә. Әле 30 меңләп уҡыусыһы булған Стәрлетамаҡ ҡалаһында 6,5 мең бала икенсе сменаға йөрөй һәм киләсәктә, ҡала ҙурая килеп, бында мәктәп йәшендәгеләрҙең 40 меңгә етеүе ихтимал. Учалы ҡалаһында уҡыусыларҙың 41 проценты икенсе сменала белем ала, Белоретта хәл бер аҙ яҡшыраҡ, әммә барыбер урындар етешмәй. Баймаҡ районының Темәс, Иҫке Сибай ауылдары балалары ике сменала уҡый. Ғөмүмән, бер сменала уҡытыуҙы ойоштороу буйынса Башҡортостан илдә 48-се урында. 16 районда ғына балалар бер сменала белем ала, ә 21-ендә яңы мәктәптәр төҙөмәй тороп, ил етәксеһе ҡуйған бурысты атҡарыу мөмкинлеге юҡ.
Мәғарифты камиллаштырыу тармаҡ сиктәренән сыға, тине Башҡортостан Башлығы. Ул республикалағы дөйөм хәлгә, демография, иҡтисад, социаль өлкә, хеҙмәт баҙарына һ.б. бәйле. Иң мөһиме – аталған проблемаларҙы хәл итеү мәктәп коллективтарынан тормай, йәмғиәттәге кәйефкә, социаль-иҡтисади үҫешкә бәйле. Үҫеп килгән быуынды бәхетле, тулы ҡанлы тормоштоң төп сығанағы булған белем менән ҡоралландырыу – йәмғиәттең дөйөм хәстәрлеге. Рәсәй Прези­дентының Федераль Йыйылыш депутаттарына Мөрәжәғәтнамәһендә телгә алынған “һәр бала, үҫмер һәләтле, фәндә лә, ижадта ла, спортта ла, һөнәрендә лә, тормошта ла – беҙҙең мәғариф системаһы нигеҙенә ошондай фундаменталь принцип һалынырға тейеш. Уның талантын асыу – һеҙҙең һәм беҙҙең бурыс. Рәсәйҙең уңышы шунда” тигән фекерҙе ысынбарлыҡ сағылышы итеү өсөн күп көс һалырға кәрәк.


Вернуться назад