Ут күршемдән уңдым21.02.2017
Ут күршемдән уңдым Һәр кемдең ташҡын шикелле ҡайнап торған донъяға әйҙәгән, унда юғалып ҡалмаҫҡа өйрәткән, күңеле тартҡан, яратҡан кешеләре була. Минең дә бар ундай ағайҙарым. Инде үҙемдең сәстәремә сал төшә башлаһа ла, уларҙы һағынып, яҡты хәтирәләр менән иҫкә алам. Булат Ғайса улы Аҡманов, ағалы-ҡустылы Ғәббәс Ғәфүрйән улы менән Сәлимйән Ялалетдин улы Ғүмәровтар, Ғайса Хажиморат улы Юлдыбаев... Барыһына ла рәхмәтемде юллап, түбәнселек менән баш эйәм.
Әйтеүемсә, күңелемдә һоҡла­ныу уятҡан математика уҡытыусыһы Булат Аҡманов тураһында бер кәлимә һүҙ еткергем килә. Ут күршебеҙ булды ул, уның бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килгән. Атайҙары Ғайса ҡанлы һуғыш яланында башын һалған. Егет (күмәк ғаиләлә икенсе бала була), үҙен ҙур һынауҙарға ҡаршы ҡуйып, бөтә ауырлыҡтарҙы иңенә ала. Йәшләй генә эшкә урынлаша. Ғилемгә ынтылып, юғары уҡыу йортон тамамлай, оҙаҡ йылдар Ейәнсура районының Байыш урта мәктәбендә уҡыта. Районда ғына түгел, тирә-яҡта ла оло ихтирам, абруй яулай, ауылдың почетлы гражданы була, республикала ла танылыу алған шәхескә әүерелә.
Ниндәй генә аңламаған берәй нәмә булһа, унан бигерәк ҡыйынлыҡтар юлымды кәртәләһә, Булат ағайға йүгереп инә инем. Ул баш тартмай, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Үҙе бигерәк бөхтә, ыҫпай кейенеп йөрөй. Шулай булыуында, бәлки, әсәһе Хәнифә инәйҙең йоғонтоһо ла барҙыр. Инәй, бәләкәй сағымдан хәтерләйем, ауылдың оҫта тегенсеһе булды, үҙенең “Зингер” машинаһында иҫке кейемде лә яңыртып-йүнәтеп, ейән-ейәнсәр­ҙәрен кейендергәне хәтерҙә.
Остазымдың бер ҡасан да бер кемгә ауыр һүҙ әйткәнен иҫләмәйем, иҫкәртеү яһағанда ла йөҙ ҡыҙартып, кеше алдында ҡысҡырмай, үтенесен саҡырып алып еткерер ине. Шулай кешелекле лә, кеселекле лә булыуы, шул рәүешле аралашыуы, моғайын, мине генә һоҡландыр­мағандыр...
Булат Ғайса улы – маһир ижадсы ла. Уның “Йәшлек”, “Башҡортостан” республика гәзиттәре, “Ағиҙел” журналы биттәрендә баҫылып сыҡҡан мәҡәләләрен ҡабат-ҡабат яратып уҡып сығам. Ауылдың бай тарихын асып, беҙ белмәгән шәхестәр, ҡайһы бер туғандарым тураһында яҙыуы ифрат һоҡландырҙы. Тыуған яҡтарым, ғәзиз ауылымдан айырылып ситтә йәшәүемә лә байтаҡ йылдар үтте, әммә Булат Аҡманов минең күңелемдә яҡты сырайлы, асыҡ ҡарашлы, киң күңелле кеше булып ҡала килә. Шуны ла әйтеп үтәйем: иңгә-иң терәп бигерәк матур, татыу ғүмер иткән тормош иптәше Гөлсөм Яхъя ҡыҙының иртә баҡый­лыҡ­ҡа китеүен, бик ауыр булһа ла, сабыр күтәрә белгән зат та булды. Бына шундай һоҡланғыс кеше ул яҡташым.


Вернуться назад