Приставтар... ҡулға ала21.02.2017
Суд приставтарына алимент түләмәгәндәрҙе ҡулға алыу хоҡуғын биреүҙәре ихтимал. Был турала закон проекты Дәүләт Думаһы ҡарамағына тапшырылған да инде.
Ил парламентындағы түбәнге палатаның Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, шулай уҡ тағы бер нисә депутат тарафынан әҙерләнгән яңы документ, әгәр хупланһа, эске эштәр органдарын административ хоҡуҡ боҙоуҙа ғәйепләнгән кешеләрҙе тотоп, Суд приставтары федераль хеҙмәтенә илтеү бурысынан ҡотолдорасаҡ. Юғиһә былтыр алимент түләүҙе етди сәбәпһеҙ ике айҙан күберәк ваҡытҡа һуңлатҡан өсөн яуаплылыҡ тураһында закон сыҡҡандан бирле ошо нигеҙҙә ун меңдән ашыу эш ҡуҙғатылған, ә бурыслылар приставтарҙың бүлексәгә саҡыртыуына иғтибар биреп бармай. Полицияға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара юҡ. Был иһә административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы эштәр буйынса хөкөм ҡарар­ҙарының оҙаҡ үтәлеүенә килтерә, эске эштәр органдарына төшкән көсөргәнеште лә арттыра.


Вернуться назад