Ә түләүе – халыҡтан21.02.2017
Рәсәй Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының “Яровая законы”н үҙгәртеү хаҡындағы ниәтен йәмғиәттә лә хуплайҙар, ил Хөкүмәтендә лә кире ҡаҡмайҙар. Вице-премьер Аркадий Дворкович ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә элемтә операторҙарынан 2018 йылдың 1 июленән алып абоненттарҙың барлыҡ хәбәрҙәрен йылдар буйы һаҡлауҙы талап иткән ҡанунды йомшартырға мөмкин тип билдәләнгән.
Авторҙарының береһе Дәүләт Думаһының Именлек буйынса комитеты етәксеһе Ирина Яровая булған яңы хоҡуҡи документҡа былтыр 6 июл­дә ҡул ҡуйылғайны. Террорсылыҡҡа ҡаршы көрәш маҡсатында хәбәр алышыу тураһында мәғлүмәттәрҙе Интернет компанияларында – кәмендә бер, телефон элемтәһе оператор­ҙарында өс йыл юйҙырмай тороу хаҡында һүҙ бара унда. Аралашыуҙың йөкмәткеһе, йәғни яҙыуҙар, тауыштар һәм видео алты айғаса һаҡланасаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар СМС-тарға һәм һөйләшеүҙәргә ҡағылышлы талаптарҙы дөрөҫ тип таныған, әммә Интернет-телевидение хеҙмәттәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе туплауға ҡаршылығын әйткән. “Яровая законы”н тормошҡа ашырыу менән бәйле финанс сығымдары тирәләй ҙә бәхәс ҡубып алған. Ни тиһәң дә, мәғлүмәттәрҙе туплап барыу өсөн компанияларға өҫтәмә технологик ҡорамалдар урынлаштырырға, айырым кешеләр ялларға тура киләсәк. Бының үҙ сиратында элемтә хеҙмәттәренең ҡиммәтләнеүенә сәбәп булыуы ихтимал. Шуға ла берәүҙәр – операторҙарҙың килеменән күпмелер өлөш алып барыу юлы менән айырым фонд булдырырға, икенселәр законды тәүҙә илдең өс-дүрт төбәгендә һынап ҡарарға тәҡдим иткән.
Әгәр Хөкүмәт талаптарҙы үҙгәртергә булһа, ҡанунды тормошҡа ашыра башлау көнө кисектерелер, моғайын, сөнки тейешле проектты әҙерләү, тикшереү һәм башҡа мәшәҡәттәр кәм тигәндә ярты йыл ваҡытты аласаҡ.



Вернуться назад