Зыянды ҡапларға нимә ҡамасаулай?21.02.2017
Генераль прокуратура илебеҙҙә һауаға килтерелгән зарар күләмен иҫәпләү методикаһы юҡлығына бәйле борсолоу белдерә. Шул етешһеҙлек арҡаһында бөгөн зыянлылығы норманан артҡан сәнәғәт предприятиелары штраф түләү менән генә сикләнә, тәбиғәтте тергеҙеү маҡсатындағы сараларға аҡса бүлмәй икән.
– Атмосфераның бысраныу кимәлен баһалау мөмкинлеге тыуған осраҡта ҙур етештереү берекмәләрен тәртипкә өйрәтә алыр инек, – ти Красноярск крайындағы Ижтимағи экологик палата рәйесе Александр Колотов. – Мәҫәлән, беҙҙең төбәктә һауаның сифатына бәйле хәл ҡот осҡос: күк йөҙө ҡара төтөн менән көндән-көн оҙағыраҡ ҡапланып тора, ҡалала, дөрөҫөн генә әйткәндә, тын алырлыҡ та, тирә-яғыңда ни барлығын күрерлек тә түгел. Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының һуңғы тикшереүе һөҙөмтәләренә ҡарағанда, илдәге стационар сығанаҡтарҙан таралған ағыулы матдәләрҙең 14,3 проценты беҙҙең крайға тура килә. Урындағы власть мәсьәләнең киҫкенлеген таный, әммә бер ни ҙә ҡыла алмай.
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының Рәсәйҙәге ойошмаһы вәкиле Екатерина Хмелева ла ошо проблеманы күтәреп сығыуҙы көнүҙәк тип һанай. “Иҫәпләү методикаһы булмағас, экологик зыян тулы күләмдә ҡапланмай, – ти ул. – Ә бит “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында”ғы Федераль законда тәбиғәткә килгән зарарҙы еренә еткереп компенсациялау хаҡында асыҡтан-асыҡ әйтелгән”.
Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы вәкилдәре белдереүенсә, һауаға килтерелгән зарарҙы һанап сығарыу мөмкин түгел, сөнки тәртибе һәм алгоритмы юҡ, әлегә донъяның бер илендә лә ундай документ ҡабул ителмәгән. Әйтеүҙәренсә, атмосфераның бысраныу кимәлен иҫәпләү алымдары әлеге ведомство тарафынан биш йыл элек үк әҙерләнгән булған, ләкин федераль власть органдарының тәнҡитле мөнәсәбәте һәм эшҡыуарлыҡ даирәләренең ризаһыҙлығы сәбәпле раҫланмаған. Йәнәһе, ундай методика бизнес һәм инвестиция эшмәкәрлеген алып барыуҙы ҡатмарлаштыра.
– Һауаға эләккән бысраҡ матдәләр ҡасан да булһа аҫҡа төшә һәм тупраҡты, һыуҙы, йәнлектәр донъяһын зарарлай. Ә был ресурстар буйынса зыян күләмен билдәләү методикаһы бар. Беҙгә ғәмәлдә булған ҡануниәтте камиллаштырырға, атмосфераға таралған ағыу арҡаһында һыу, тупраҡ һәм тереклек күргән зарар араһындағы бәйләнеште иҫбатларға ғына кәрәк, – ти Рәсәй Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының матбуғат секретары Николай Гудков.