Рәсәйҙә спирт ҡушып яһалған парфюмерия һәм косметика әйберҙәренең хаҡы күтәрелеүе бар. Илдең Финанс министрлығы, алкоголле эсемлектәргә тиңләп, улар өсөн дә акциз булдырырға әҙерлеген белдерҙе.
Ведомство тарафынан әҙерләнә башлаған закон проектының маҡсаты – предприятиеларҙа спирттың ҡулланылыуына контролде көсәйтеү. Күҙалланыуынса, был халыҡтың “Боярышник” һымаҡ эсеүгә яраҡһыҙ суррогаттар менән ағыуланыу осраҡтарын кәметергә тейеш.Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы, ватан етештереүселәренә спиртты фәҡәт парфюмерия һәм косметика тауарҙары яһауҙа ғына ҡулланыуын даими рәүештә раҫлап торорға тура киләсәк. Төнгө сменаларҙа артыҡ партиялар эшләп сығарып, “күләгәләге” баҙарға тәҡдим итеү уйы тыумаһын өсөн.
Финанс министрлығына һылтанып, “Российская газета” белдереүенсә, спирт ҡушылған барлыҡ продукцияға акциздарҙы бер ставка буйынса литры өсөн 523 һум күләмендә билдәләргә тәҡдим ителә (әлегә, белеүегеҙсә, парфюмерия, косметика һәм көнкүреш химияһы әйберҙәренә ҡарата акциз ҡулланылмай). “Ставка кимәленә бәйле ҡәтғи ҡарарға килмәгәнбеҙ, мәсьәлә өйрәнелә”, – тиҙәр министрлыҡта. Закон проекты ошо йылдың июлендә үк ҡабул ителер тип көтөлә.
Парфюмерия, косметика, көнкүреш химияһы һәм гигиена тауарҙары етештереүселәр ассоциацияһының башҡарма директоры Петр Бобровский әйтеүенсә, акциз һалынған әйберҙәр исемлеге бик оҙон булмаҡсы. Мәҫәлән, барлыҡ аэрозолдәр – сәс ҡатырыу өсөн лак та, ҡырынғандан һуң һөртә торған лосьон да, аяҡ кейеме таҙартыуҙа ҡулланылған һиптергестәр ҙә. “Тик спирт ҡушып яһалған әйберҙәрҙең барыһы ла ҡиммәтләнеүен юрарға иртәрәк, – ти Петр Бобровский. – Етештереүселәргә алдан уҡ акциз арҡаһында сығымдар артыуын компенсациялау маҡсатында ташламалар тәҡдим ителгән. Мәҫәлән, дүрт ай дауамында спиртты фәҡәт төп эшмәкәрлек йүнәлешенә ярашлы файҙаланыуын раҫлаған хәлдә ойошмаға һалым ставкаһын кәметтерергә йәки йыл һайын ҡаҙнаға түләгән аҡсаһының бер өлөшөн кире ҡайтарып алып торорға мөмкинлек бирелә”. Был саралар тураһында элегерәк Рәсәйҙең финанс министры Антон Силуанов әйткәйне, тик әлегәсә аныҡ ҡарар юҡ.
Контроль мәсьәләһенә килгәндә, бөгөн алкоголь ҡушылған әйберҙәрҙе етештереү тулыһынса Берҙәм дәүләт автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһына тоташтырылған һәм спирттың ҡайҙан күпме килгәне, ҡайҙа ни саҡлыһы киткәне асыҡтан-асыҡ күренеп тора. Шулай ҙа төнгө сменалар ярҙамында хәрәмләшеүселәр бар икән.
Алкоголдең федераль һәм төбәк баҙарҙарын тикшереү үҙәге етәксеһе Вадим Дробиздың фекеренсә, бындай закондар менән генә халыҡты ялған араҡынан баш тарттырып булмай. “Эскеһе килгән кеше маркаға ла, сифатҡа ла түгел, ә хаҡҡа ҡарай. Уға, әгәр тамағына эләкһә, “Боярышник” ни, ҡиммәтле шарап ни. Минеңсә, әгәр хушбуйҙар ҡиммәтләнһә, көмөшкә ҡыуыусылар кинәт артасаҡ. Әле илебеҙҙә бындай ялған продукция йылына 250 миллион литр етештерелһә, тағы бер аҙҙан, яңы ҡағиҙәләр ғәмәлгә ингәс, күләмдең 850 миллионға етеүе бар”, – ти ул.
Шул уҡ ваҡытта ил Хөкүмәтендә спирт һәм алкоголле продукция етештереп һатыу өлкәһенә контролде көсәйтеү тураһындағы закон проектын хупланылар. Депутаттар тәҡдим иткән был документ бер аҙ эшкәртеүгә мохтаж, әлбиттә. Мәҫәлән, аҙыҡ-түлек булмаған спиртлы тауарҙарҙы һәм алкоголле эсемлектәрҙе берәмтекләп һатыуға контроль вәкәләттәре властың ниндәй кимәленә бирелергә тейеш икәнен асыҡламағандар.
Рәсәй Хөкүмәте алкоголле тауарҙарҙы етештереү һәм баҙарға сығарыу мәсьәләләренә иғтибарын арттыра, халыҡтың күпләп ағыуланыуына юл ҡуймау өсөн төрлө саралар күрә. Әле башҡарма власҡа спиртлы эсемлектәрҙе Интернет аша һатып алыу мөмкинлеге тәҡдим иткән сайттарҙы суд ҡарарын көтмәйенсә яптырыу хоҡуғы биреү тураһында һүҙ бара.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр Рәсәйҙә алкоголь менән ағыуланыу сәбәпле 10 меңдән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгән. Иң ҙур һәләкәт 2016 йылдың декабрендә Иркутск өлкәһендә булды: “Боярышник” төнәтмәһен эсеп, 120 кеше дауаханаға эләкте, шуларҙың 76-һы яҡты донъя менән хушлашты.