Хеҙмәт алдынғыларын ҙурланылар30.03.2012
Хеҙмәт алдынғыларын ҙурланыларУҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында бер аҙ онотолоп торғандан һуң, районда хеҙмәт алдынғылары слеты уҙғарыу ҡайтанан тергеҙелде, һәм ул матур йолаға әйләнде. Йыл тамамланып, хужалыҡтарҙа йомғаҡлау йыйылыштары үткәс, яҙға ауышып, көндәр оҙоная башлағас, төбәк эшсәндәре хеҙмәт байрамына йыйыла. Алдынғылар бик күп был тарафтарҙа. Шуға ла слетта ҡатнашыу бәхете “иң-иң”дәргә генә йылмая.
Оло сара быйыл да тантаналы, эшлекле шарттарҙа уҙҙы. Хужалыҡ, ойошма, предприятиелар вәкилдәре иртә менән район үҙәгенә ағыла башланы. Слет ул — бүләк тапшырыу-алыу, маҡтау-маҡталыу ғына түгел, кешеләрҙең осрашыу, үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу урыны ла. Йомғаҡлау йыйылышына килеүселәр мәҙәниәт һарайының иркен фойеһында төркөм-төркөм булып гәпләшә, кәңәшләшә, яңылыҡтар менән бүлешә. Дөйөм алғанда, бөтәһен дә бер үк мәсьәләләр борсой, шуға ла һөйләшәһе һүҙҙәр шаҡтай йыйылған.
— Хәҙерге баҙар шарттары ауыл эшсәндәренә хужалыҡ итеү өсөн бер ҙә ҡулай түгел, — тине ауыл хужалығы идаралығы етәксеһе Рәсих Минәнәев. — Шулай ҙа кешеләр уңға-һулға тайпылмайынса, тыныс ҡына эшләүен дауам итә.
Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары В. Пчелинцев тәтешлеләрҙең фиҙаҡәрлегенә һоҡланыуын белдерҙе.
— Бөгөн Тәтешле — ныҡ үҫешкән, алға киткән райондарҙың береһе, — тине Виктор Александрович. — Социаль-иҡтисади үҫеш Башҡортостандың һуңғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарына бәйле. Тимәк, һайланған юл дөрөҫ, ул төбәкте үҫешкә, муллыҡҡа әйҙәй.
Виктор Пчелинцев бер төркөм хеҙмәт алдынғыһына Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы бүләктәрен тапшырҙы.
Тиҫтәләгән кеше Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев бөтәһен дә ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Һуңғы йылдарҙа төбәктең иҡтисады йылдан-йыл тотороҡло нығый, яҡшыра бара. Ҡайһы ғына тармаҡ, өлкәне алма — уңыштар бар. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән субъекттар өлөшөнә дөйөм тауар әйләнешенең 63 проценттан ашыуы тура килә.
Хеҙмәт алдынғылары байрамында 400-ләп кеше ҡатнашты. Игенсе, малсы, нефтсе, эшҡыуар, уҡытыусы, табип һәм башҡа һөнәр эйәләрен тантаналы шарттарҙа ҙурланылар. Райондың сәнғәт оҫталары уларға концерт бүләк итте. .
Финат ШАКИРЙӘНОВ
Тәтешле районы.


Вернуться назад