Донъяла яҡшылыҡтан да бөйөгөрәк, юғарыраҡ нәмә юҡ. Кеше изгелек ҡылып ҡына йәшәргә тейештер. Ҡайһы саҡта иңдәреңә төшкән ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы үткәндә лә һәр саҡ кемдеңдер ярҙамына мохтажһың. Күптән түгел Халыҡ-ара яман шеш менән сирле балалар көнө уңайынан тәүгә “Ғүмер тамсыһы бүләк ит” акцияһы уҙҙы. Уға республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессиональ мөнәсәбәттәр буйынса совет булышлыҡ итте.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дүрт сирле сабыйҙың өсәүһе генә тулыһынса һауыға. Был тәү сиратта ауырыуҙың бик һуң асыҡланыуы менән аңлатыла. Илдә яман шеш сиренә дусар булған балаларҙың һигеҙ процентында ул тик һуңғы стадияла асыҡлана. Онкологияның 200-ҙән ашыу формаһы бар. Бәләкәстәргә йыш ҡына лейкемия диагнозы ҡуйыла. Был ҡандың зарарланыуын аңлата. Һөҙөмтәлә улар йылдар буйы дауаханала ятырға мәжбүр, күптәре уҡыуын ваҡытында тамамлай алмай.
Акция Өфөләге Республика ҡан тапшырыу станцияһында үтте. Йәштәр ваҡытынан күпкә алдан килә башланы. Ҡан тапшырыр алдынан һәр кем табипҡа күренде.
“Рух” йәштәр хәрәкәте рәйесе Фәнис Абдрахманов әйтеүенсә, яман шеш менән ауырыу – ҙур бәлә.
– Ошо акцияны үткәреп, йәмғиәтебеҙҙе “йоҡонан” уятырға теләнек. Эргә-тирәбеҙҙә күпме бала ауырый, уларға аҙмы-күпме ярҙам булһын тинек. Аллаһ Тәғәлә беҙгә шундай мөмкинлек биргән: беҙ үҙ аяҡтарыбыҙҙа йөрөйбөҙ, сәй эсәбеҙ, эшебеҙҙе башҡарабыҙ. Шул шатлығыбыҙҙы ауырыған балалар менән бүлешкебеҙ килде. Әлеге диагноз үлем тигән һүҙ түгел. Бөгөн был сирҙе еңеп була. Был көндө шулай уҡ “ышаныс көнө” тип атар инем. Ил төкөрһә – күл була, тигәндәй, ошондай акциялар күберәк үтһә, беҙ ауырыуҙы еңәсәкбеҙ, – ти ул.
Айгиз БУРАНҒОЛОВ:– Был хәйриә сараһы тураһындағы хәбәрҙе шатланып ҡабул иттем. Сауаплы эшкә үҙемдең өлөшөмдө индерәйем тинем. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тән ауырлығым нормаһы тап килмәү сәбәпле ҡан тапшыра алманым. Шулай булһа ла, кәйефем ҡырылманы, сөнки изге ғәмәл ниәткә ҡарап билдәләнә. Таңһылыу БУЛАТОВА:– М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының биология факультетында уҡып йөрөйөм. Берәй балаға саҡ ҡына булһа ла ярҙамым тейһен тигән уй менән килдем бында. Ошондай акциялар йышыраҡ ойошторолһа, күпме кешене ҡотҡара аласаҡбыҙ!Дилә ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА:– “Баймаҡ йәштәре” берлеге менән “Рух” йәштәр хәрәкәте ағзалары ошо акцияға ҡушылдыҡ. Дуҫтарға, туғандарға, таныштарға хәбәр иттек. Гемоглобин кимәлен түбән тип таптылар. Кәйефем ҡырылды, икенсе ҡабат килермен тип һүҙ бирҙем. Ислам БАЙҒУЖИН:– Бындай саралар бик кәрәк тип һанайым. Яман шеш менән ауырыған балалар күп. Ҡулыбыҙҙан килә икән, ниңә ярҙам итмәҫкә?