Ҡырҡ йылда нисә саҡрым үтеп була?17.02.2017
Ҡырҡ йылда нисә саҡрым үтеп була? Рулгә кемдер арлы-бирле йомошҡа йөрөү өсөн ултырһа, кемдер шофер һөнәренә ғүмерен бағышлай. “Таргин” йәмғиәтендә эшләгән Александр Кривошеев, мәҫәлән, хәҙер инде 40 йылға яҡын профессиональ водитель.
Был һөнәргә әле әрмегә киткәнсе үк эйә була ул, әммә Белоруссияла хәрби бурысын үтәгәндә ныҡлап рулгә ултыра.

Ишембай ҡалаһына ҡайтҡас та шофер булып эшләй башлай, тик башта еңел автомобилдә йөрөп тәжрибә туплай, һуңынан ғына йөк машинаһына ултыра. Александр Юрьевич эшләгән ойошма төрлө дәүерҙә нисек кенә аталмай, әммә водитель бурысы һәр саҡ бер төрлө булып ҡала – ҡатмарлы һауа шарттарына, юл торошона ҡарамаҫтан, һиңә тапшырған ышанысты аҡларға, йөктө ваҡытында тейешле ергә алып барып еткерергә. Шуғалырмы уны коллегалары ла, етәкселәре лә иң яуаплы һәм итәғәтле, тырыш шофер булараҡ телгә ала. Кәрәк икән, ул ер сигенә лә сығып китергә әҙер. Хәйер, ул тиклем алыҫ сәфәргә сыҡҡаны юҡ әңгәмәсемдең: Өфөгә йөрөй, күрше ҡалаларға, ваҡыты менән башҡа төбәктәргә лә сыҡҡылай.
Александр Кривошеев, ғүмере буйы шофер булып эшләүенә ҡарамаҫтан, үҙенә ике йыл элек кенә еңел автомобиль һатып алған. Кем белә, был, бәлки, уның ҙур машиналарға ғашиҡ булыуына бәйлелер. Һәр хәлдә, автомобиленә, үҙенекеме ул, эшләгән ойошмаһыныҡымы – һәр саҡ һаҡсыл ҡарашта, башҡаларҙан да ошоно талап итә. Ә юлда кешегә ярҙам итеүҙәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
– 40 йылда нисә саҡрым үтеп була? – тип төпсөнәм унан.
– Эш саҡрымдарҙа түгел, ә сәфәрҙең мәғәнәһендә, – тип йылмая тәжрибәле шофер. Ысынлап та, һәр юлыбыҙ бит үҙенә күрә бер сәбәпкә, асылға эйә.



Вернуться назад