Мин дә хата ебәреп ҡуям...17.02.2017
Мин дә хата ебәреп ҡуям... Бала саҡта кем генә рулгә тотоноп, уны бора-бора хыялдарға сумып әллә ҡайһы яҡтарға елмәгәндер. Әле булһа кәрәк рулдә йөрөүемә бер аҙ тәжрибә лә тупланып киткән, водитель танытмаһына ҡараһам, икенсе йыл алмаштырырға ла ваҡыт. Тимәк, яңынан водитель танытмаһы алыр алдынан водитель курсында уҡыу, имтихандар биреүҙе лә сағыштырып, хәтирәләргә бирелер мәл. Күптән түгел кәләшем дә автоледи булды, ул да шул уҡ мәктәптә уҡып сығыуына ҡарамаҫтан, үҙгәрештәр етерлек.
Әйткәндәй, ул уҡыған киске курстағы төркөмдөң күпселеген ҡатын-ҡыҙ тәшкил итә ине, ә мин уҡығанда төркөмдәр егеттәр менән туп-тулы саҡ. Теорияла үҙгәрештәр күп түгел, уның буйынса имтиханда 20 тест һора­уына яуап биргәндә 2 хата яһарға мөмкин ине, әлеге кеүек хата өсөн өҫтәмә биш һорау тәртибе көсөнә инеп өлгөрмәгәйне.
Һәр кеше үҙенсә, шуға ла башҡалар теорияла туҡталып ҡалһа, беҙ икебеҙ ҙә инспекторға машинала йөрөп күрһәтеүҙә туҡтаныҡ. Яңы ҡағиҙәләргә ҡа­рамаҫтан, кәләш автодромды тәүге тапҡырҙан уҡ тапшырҙы, хәҙер был өлкәлә яҡшыраҡ уҡыталар, инструкторҙар нес­кәлектәрен ныҡлы аңлатҡаны шунда уҡ һиҙелде.
Үҙем уҡығанда өҫтөнлөктө ҡалала йөрөргә бирәләр ине, шуға ла автодромда йөрөргә имтиханға өс тапҡыр барып, шунда инспектор менән өйрәнергә тура килде. Әйткәндәй, яңы ҡағиҙәләр буйынса автодромда йөрөгәндә машинала һинән башҡа бер кем дә булмай, имтихан ҡабул итеүсе видеокаме­раларҙан ғына ҡарап баһа ҡуя. “Ҡаланы тапшырыу” ҙа үҙгәргән, иң мөһиме – юлда транспорт күбәйгән, ҡағиҙәләрҙә йәйәү­леләргә иғтибар күберәк бирелә башлаған. Беренсе тапҡырҙан имтихандарҙы тапшырып, водитель танытмаһы алыусылар бәхете бик һирәктәргә генә эләгә, ә бына үҙемә лә, кәләшкә лә ярты йыллап ваҡыт үткәс кенә был уңыш йылмайҙы. Был йәһәттән уртаҡлыҡ таптыҡ шикелле.
Шуныһын да телгә алғы килә: бик күп үҙгәреш ҡағиҙәләргә лә ҡағыла, хәләл ефетем менән уларҙы сисеп ҡарайбыҙ ҙа, күрә­һең, хәҙер теорияға түгел, ғәмәли өлөшкә (тормош ҡағиҙәләренә) күберәк иғтибар бирелә, мин – тәжрибәле водитель дә – хата ебәреп ҡуям. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәре ошолор инде.




Вернуться назад