…Бынан ике йыл элек Удмурт Республикаһында ҡот осҡос фажиғә хаҡында яҙып сыҡтылар. Бер юлы туғыҙ машина бәрелде ул саҡта. Әммә ваҡиғаның әһәмиәте һанда түгел, аварияға шаһит булыусылар 39 йәшлек ирҙе автомобиленән сығара алмай, һөҙөмтәлә водитель тереләй яна. Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә барыһы ла һуң була инде. Был ваҡиғаның бигерәк тә шуныһы тетрәндерә – бихисап кеше машина тирәләй уралып йүгерә, ә ҡотҡарыуҙарын үтенеп ҡысҡырған бәләгә тарыусыға бер нисек тә ярҙам итә алмай, сөнки иҙелгән тимерҙе еңел генә аҡтарыу мөмкин түгел. Шулай ҙа ярҙамға ашыҡҡан кешеләрҙең утты һүндерергә мөмкинлектәре бар ине, дөрөҫөрәге, булыр ине… әгәр ҙә ут һүндергестәре сафта булһа. Видеояҙманан күренеүенсә, янған машина янына йүгереп килеүселәр әлеге ҡорамалдарын эшләтеп ҡарай, әммә ҡулланыу ваҡыты сыҡҡанлығы аңлашылып тора. Баллондарҙан порошок хатта ергә ҡойола-ҡойола килә.
Үкенескә ҡаршы, ут һүндергестәрҙе автоһәүәҫкәр башлыса автоинспектор тикшергәндә күрһәтер өсөн һаҡланған ҡорамалдар булараҡ күҙ алдына килтерә. Ғәмәлдә, уның уйламағанда кәрәк булып ҡуйыуы ихтимал. Мәҫәлән, автомобиль электр ҡорамалдарынан, яғыулыҡ системаһы сафтан сығыуҙан янып китеү йыш осраҡ. Шулай уҡ янғын енәйәт сүрәтендә лә күренеш ала.
Нисек кенә булмаһын, ут һүндергес һәр саҡ машинала булырға тейеш. Хатта ҡайһы бер тәжрибәле водителдәр уны алғы пассажир ултырғысы аҫтында тоторға кәңәш итә. Мәҫәлән, авария мәлендә водитель тышҡа сыға алмаһа ла, янғын булған осраҡта ут һүндергесте ҡуллана ала. Шулай уҡ багажник та һәр саҡ асылмауы ихтимал.
Әммә янда тотоу бер, ҡорамал һәр саҡ сафта булырға тейеш. Хәҙерге иҫәпкә бар, һанға юҡ техник күҙәтеүҙәрҙе күҙ уңында тотҡанда, ут һүндергестең талаптарға тура килгәне шик белдерә.
Ут һүндергес ваҡыт үтеү менән сифатын юғалта башлай (порошоктағы файҙалы матдәләр юҡҡа сыға, баҫым көсө кәмей), шуға уны ниндәйҙер ваҡыт арауығы үткәс йәнә тикшерергә, порошок өҫтәргә, баҫымын көсәйтергә талап ителә. Ғәҙәттә, бындай хеҙмәтте янғын һүндереү, янғынға ҡаршы һаҡ отряд-бүлектәрендә башҡаралар. Порошоклы ут һүндергес – 1,5 йылдан, углекислоталыһын биш йыл һайын хеҙмәтләндереп (йүнәтеп) торалар. Әйткәндәй, был ҡорамалдар ГОСТ-ҡа тап килергә тейеш. Был йәһәттән артабанғы яҙыуҙарҙы иҫтә ҡалдырырға: Р51057-2001 һәм НПБ 155-2002.
2017 йылда ут һүндергестәргә ҡарата талаптар үҙгәрешһеҙ ҡалды. Еңел автомобилдәр өсөн ике литр күләмле һәм йөк машиналарына биш литрлы ут һүндергес ҡаралған. Ҡорамалдарҙың ауырлығы ла күрһәтелгән литр һандарынан кәм булырға тейеш түгел. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, буш, яртылаш тултырылған көйө йөрөтөү тыйыла.
Күп булмай, бер була, ти халыҡ. Беҙҙең хәүефлегебеҙ тәү сиратта тикшергән автоинспекторға ла, техник күҙәтеү үткәреүсегә лә түгел, үҙебеҙгә кәрәк. Һәр талапҡа яуаплылыҡ менән ҡараһаҡ ине.