Ике яҡлы миҙал17.02.2017
Ике яҡлы миҙал Күптән түгел Стәрлетамаҡта ҡот осҡос енәйәт асыҡланды. Өс иҫерек ир такси яллап, Ғафури районына юл тота. Әммә бер аҙ барғас, пассажирҙар машинаны туҡтатыуҙы һорай. Бер ниндәй ҙә шик һиҙмәгән водитель ирҙәр менән салондан сыға. Ошо мәл иҫеректәр такси хужаһына һөжүм итә. Енәйәтселәр водителде быуып үлтерә, ә машинаһында кире Стәрлетамаҡҡа йүнәләләр. Таксистың бәлиғ булмаған ҡыҙы һәм түшәктә ятҡан әсәһе ҡалған.
Үкенескә ҡаршы, бындай осраҡтар беренсегә түгел, такси машиналарына пас­сажирҙар тарафынан һөжүм итеүҙәр йыш ҡабатлана. Был йәһәттән әлеге ҡалала, Өфөлә күңелһеҙ хәлдәр теркәлеп тора. Водителдең боғаҙына бысаҡ терәп, аҡсаһын талау булһынмы, рулдәге егет менән уның янында ултырған ҡыҙҙы үлтереүме… Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кимәле тураһында әйтер тораһы ла түгел. Тик бындай хәүефтәр менән генә быуаттарҙан килгән шөғөлгә, әлбиттә, сик ҡуйылмай. Кем­гәлер йөрөргә, кемгәлер икмәк ашарға кәрәк бит. Әммә һүҙем таксистар тура­һында ғына түгел.
Әлбиттә, аҡсаға пасса­жир­ҙар йөрөтөү бер таксистар иңенә генә төшмәй. Уңайы сыҡҡанда машинаһы булған һәр кем ҡулынан килгәнсә хеҙмәт күрһәтергә тырыша. Артыҡ аҡса ҡор­һаҡты тишмәй тигәндәй, быны хупларға ғына ҡала. Тик баяғы фажиғәне иҫкә төшөргәндә, хәүеф-хәтәр тураһында оноторға ярамай. Һүҙ ҙә юҡ, һәр осраҡ үҙен­сәлекле булып ҡала. Шулай ҙа бер нисә кәңәшкә ҡолаҡ һалыу артыҡ түгелдер.
Иң тәүҙә профессиональ таксистар менән көнәркәш­лекте иҫтән сығармай, хә­үефһеҙлекте хәстәрләргә кәрәк, сөнки кемдең икмәге менән бүлешкеһе килһен. Әйткәндәй, был тәңгәлдән дә конфликттар тураһында әленән-әле ишетеп торабыҙ. Урамда берәй водитель пассажирҙы ултыртыуы бу­ла, тиҫтәгә яҡын машина уны уратып ала. Эш юғары тонда “фекер алышыу” ме­нән генә тамамланһа ярай ҙа, күҫәктәрҙе “эшкә ҡушыр­ға” ла аптырап тормайҙар ҡайһы бер такси йөрөтөү­селәр. Юҡһа маршрут так­сиһында эшләүселәр ара­һындағы низағтарҙың нимә менән тамамланғанын яҡшы беләбеҙ.
Әлбиттә, таксистар менән ыҙғыш сыҡһа ла, ғауғаның үлтерешкә барып етеүе бик һирәк күренеш. Ә бына пас­сажирҙарҙың ҡурҡыныс аҙымға төшөүен телгә алып үттек инде.
Беренсенән, башта уҡ пассажирҙың кәйефен, үҙен тотошон билдәләргә кәрәк. Әгәр ул салонға инмәҫ борон әрләшергә, ҡысҡырырға тотонһа, был клиенттан ҡо­толоу урынлыраҡ.
Пассажир алғас, әлбиттә, паспортын талап итеп булмай, әммә уның маршруты хаҡында кеҫә телефонынан хәбәр итергә кәрәк. Мәҫәлән: “Һин бер аҙ көтөп тор, мин шул адресҡа пассажир алып барып ҡуям”, – тип берәй кемгә шылтыратыу урынлы. Был аҙым, тәү сиратта, ар­тыҡ күренәлер. Әммә һөйлә­шеүгә пассажир иғтибар итә, “ҡырын эш ҡылырға” сама­лағанда шаһиттар буласа­ғына шик ҡалмай.
Пассажирҙың барасаҡ адресын нығыраҡ асыҡ­лауығыҙ яҡшыға. Әлбиттә, адрес белмәгән таксистар машина яллаусыға һәр саҡ оҡшап етмәй. Артыҡ һөй­ләшеүгә, төпсөнөүгә улар яуап итеп әрләшә башлай. Әммә был аҙым йәнә һеҙҙең хәүефһеҙлеккә бәйле, сөнки мәкерле уй менән ултырған кеше яҡынса адрес әйтә, салонға ингәс кенә адрес уйлап сығарыу сәбәпле, ике­ләнә башлай. “Шул ауылға, был урамға”, – тип кенә әй­теүе шик тыуҙырырға тейеш. Был йәһәттән сәнәғәт зона­һына тиклем алып барырға үтенеүҙәр ҙә уйландырмай ҡалмай. “Әлеге ваҡытта унда завод эшләйме, ниндәй цехта хеҙмәт итәһегеҙ”, – тип пассажирҙы һөйлән­дереү артыҡ түгел.
Юл хаҡын баштан килешеп ҡуйырға, мөмкин тиклем алданыраҡ алырға кәрәк. Сөнки, кем белә, бәлки, пассажирҙың аҡсаһы бөтөнләй юҡтыр.
Юлда китеп барғанда, бигерәк тә төндә, урман, кеше йәки машина булмаған урында туҡтатырға ҡушыл­һа, водителдең йөрәге һис шикһеҙ “жыу итеп” ҡала. Был туҡталышты мөмкин тик­лем кисектерергә ҡушы­ла. Был урында туҡтарға ярамай, тиҙлек рөхсәт итмәй һәм башҡа сәбәптәр уйлап табырға мөмкин.
Шулай ҙа конфликт килеп сыҡһа, пассажир менән артыҡ бәхәсләшмәҫкә кәңәш ителә, сөнки уның башында – ниндәй уйҙар, ҡуйынында ниндәй ҡорал ятҡанын белеп булмай бит.
Әйткәндәй, хәҙер күптәр үҙҙәрен онлайн тәртибенда эшләгән камера менән һаҡ­лай – салондағы һәр күре­неш өйҙәге компьютерға яҙыла бара, шулай уҡ яҡын кешең машинаңда нәҡ әлеге мәлдә нимәләр булып ятҡа­нын ҡарай ала. Әлбиттә, бындай уңайлыҡты һәр кем­дең кеҫәһе лә күтәрмәй, шул уҡ ваҡытта техниканың боҙолоп ҡуйыуы ла ихтимал, элемтә өҙөлгән зоналар бар. Уның ҡарауы, енәйәт ҡы­лыр­ға уйлаған пассажирҙы был күренеш уйландырасаҡ. Шуға салондағы видеоға төшөрөүсе аппаратығыҙ ундай уҡ сифатҡа эйә булмаһа ла, “Внимание! Работает онлайн-камера” тигән яҙыу элеү артыҡ түгел.
…500 һум аҡса аҙмы, әллә күпме? Һәр хәлдә, ғүмер, хатта һаулыҡ-именлек менән сағыштырырлыҡ түгел. Аҡса килә лә китә, юлда йөрөгәндә бер генә тапҡыр бирелгән ғүмерҙәр тураһында уйланырға кәрәк­тер.


Вернуться назад