Булған хәл
Колхоз ваҡыты. Тракторҙарында хеҙмәт күрһәтеүселәргә хаҡты “баш төҙәтеүҙәр” менән түләгән саҡ. Хужалыҡтың Шәкүр исемле механизаторы бындай төр түләүҙе бигерәк тә үҙ итә, шуға “Беларус”ында һәр көн тиерлек тегеләй-былай ҡыйшайып ҡайта икән.
Бер көн өйөнә ҡайтып еттем тигәндә генә, быны ауылды тикшерергә килгән милиционерҙар туҡтата. Иҫерек бит, күп һорап тормайҙар, тракторҙы һүндереп, тракторсыны “УАЗик”тарына тартҡылай башлайҙар. Тик кабинанан бер нисек тә төшөрә алмайҙар, ти.
Тартҡылашты Шәкүрҙең өйөнән ҡатыны күҙәтеп торған була. Эш тәрәнгә китә башлағас, ул ваҡиға ҡуйырып ятҡан яҡҡа сығып йүгерә. Ни ҡылһын инде ҡатын, алып китһәләр, артынан барыбер үҙенә юллап барырға тура килә бит.
Ире янына ахмалға төшөп йүгереп килеп еткән гүзәл зат милиционерҙарҙы ике яҡҡа эткеләй-эткеләй кабинаға менеп ултыра ла тракторҙы гөрөлдәтеп тоҡандырып ебәрә һәм, милиционерҙарға ҡарап:
– Артыҡ ирем юҡ! – тип ишекте шапылдатып ябып ҡуя. Аптырашта ҡалған власть вәкилдәрен тағы ла нығыраҡ аптыратып, тракторҙы үҙе алып ҡайта ла китә. Күрәһең, техниканы нисек тоҡандырырға, йөрөтөргә быға тиклем иренән отоп алған булғандыр.
Милиционерҙарға башҡа тәртип боҙоусы эҙләп китеүҙән башҡа сара ҡалмай. Был яҡта хәҙер иренең машинаһында йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙы күрһәләр, эстән булһа ла: “Артыҡ ире юҡтыр”, – тип