Һунарсыларҙа ла — шул уҡ тормош30.03.2012
Башҡортостан райондарының тәбиғәт шарттары төрлө булған кеүек, Ырымбур өлкәһенең беҙгә сиктәш төбәктәренең дә үҙенсәлектәре бар. Әйтәйек, Төйлөгән районына ҡараған Аллабирҙенең ер-һыуы далаға тартым, ә Һарыҡташтағы Һунарсы, Рыҫҡол, Солтанбай кеүек башҡорт ауылдары урынлашҡан мөхит Ейәнсураға оҡшаш. Яңыраҡ Һунарсы халҡы менән аралашыу уларҙың теленең, ғөрөф-ғәҙәттәренең, кәсептәренең, шулай уҡ ҡунаҡсыллығының Башҡортостан үҫәргәндәренекенән айырылғыһыҙ булыуын күрһәтте. Күрше өлкәләге башҡорт ауылдарының беҙҙәгенән төп айырмаһы йорт, ҡоймаларының — буяу, юл-урамдарының асфальт күрмәгәнлегелер.
Һунарсы мәктәбендә Ейәнсура башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәшит Иҙрисовтың тырышлығы менән ойошторолған осрашыуға, район үҙәге вәкилдәренән тыш, күршеләр менән үткән быуаттың 80-се йылдарында уҡ яҡын бәйләнеш булдырған Абзан урта мәктәбенән вәкилдәр ҙә барҙы. Ҡунаҡҡа күстәнәс менән сығыу йолаһы был юлы ла еренә еткереп үтәлде: Рәшит Ғәли улы юллап, туплап алып барған һәм ихлас күңелдән тапшырған башҡорт китаптары урындағы мәктәп өсөн баһалап бөткөһөҙ бүләк ине.
Сарала сығышы менән Һунарсы ауылынан булған, барлыҡ ғүмерен Абзанда аң-белем таратыуға бағышлаған 81 йәшлек аҡһаҡал Миҙхәт Байназаров яҡташтарын халҡыбыҙҙың данлы хәрби тарихы менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте; Абзан ауылы мәсетенең имам-хатибы Миңлебай Мәһәҙиевтең илебеҙ тыныслығы хаҡына яу яланында ғүмерен фиҙа ҡылғандар рухына арнап уҡыған аятын йәше-ҡарты өнһөҙ ҡалып тыңланы. Эйек, Әселе буйҙарынан алып килгән йыр-моңдо, Абзан мәктәбе уҡыусыларының һәр сығышын хужалар сәхнә йондоҙҙары концертынан кәм ҡабул итмәне.
Ҡунаҡ әҙ ултырыр, күп һынар, тигәндәй, ауыл тормошо менән танышыуҙы иң тәүҙә, әлбиттә, мәктәптән башланыҡ. Уҙған быуаттың 70-80-се йылдарында Һунарсы урта мәктәбендә 200-ләп бала белем алған. Колхоздың тарҡалыуы демографик хәлгә кире йоғонто яһамай ҡалмаған: йәштәрҙең эш эҙләп ситкә китеүе сәбәпле балалар йылдан-йыл кәмегән. Өҫтәүенә, ҡулайлаштырыу сәйәсәте белем усағының яҙмышын ҡырҡа үҙгәрткән — мәктәп өс йыл элек туғыҙ класҡа ҡалдырылған һәм унда әле 11 уҡытыусы 33 уҡыусыға белем бирә. Әйткәндәй, биш йыл элек күрше Рыҫҡол башланғыс мәктәбе ябылған, ә Солтанбайҙа белем усағы, ғөмүмән, булмаған.
Коллективҡа Зөлфиә Ҡарсанова етәкселек итә. Башҡорт теле дәрес булараҡ аҙнаһына өс сәғәт уҡытыла һәм факультатив рәүешендә тағы бер сәғәт өйрәнелә. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен башҡорт мәктәптәре өсөн программалар буйынса ойошторабыҙ, — тип аңлатты уҡытыусы Фәрхәнә Аҡманова. — Үҙемә яҙҙыртып алған “Аҡбуҙат”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналдарын эшемдә гел ҡулланам. “Башҡортостан” гәзитенең сайтына көн дә тиерлек инеп, үҙем өсөн бик күп файҙалы мәғлүмәт туплайым. Әйтәйек, унда баҫылып сыҡҡан “Таштуғай” риүәйәтен аттестация үткәндә файҙаландым. Музыка дәресен дә мин алып барам, шуға күрә балалар менән Башҡортостандан килгән артистарҙың концертына йөрөйбөҙ, башҡорт йырҙары яҙылған дискыларҙы һатып алып, бергә тыңлайбыҙ, өйрәнәбеҙ. Хәҙер балаларҙың телефондары ла башҡорт йырҙарын яңғырата...”
Шуныһы күңелгә ятышлы: был мәктәп уҡыусылары өлкә күләмендә башҡорт теле буйынса даими ойошторолған олимпиадаларҙа ҡатнашып, өс йыл рәттән — өсөнсө, быйыл дүртенсе урынды яулаған. Әлегеләй уңыштар дауам итһә, Ырымбур ерендә лә туған телебеҙҙе ваҡыт һәм вайымһыҙлыҡ туҙаны ҡапламаясаҡ.
Күмәк хужалыҡтарҙың тарҡалыуының артабанғы эҙемтәһе — эшһеҙлек. Уның артынса ауылға эскелек, көмөшкә ҡыуыу кеүек алама ғәҙәттәр килеп ингән. Рәсәй ауылдарының күпселегенә хас булғанса, ир-ат эш эҙләп ситтә йөрөй, ауылда башлыса ҡатын-ҡыҙ, ҡарт-ҡоро, бала-саға донъя көтә.
Шулай ҙа ауыл халҡы бирешмәҫкә тырыша: һәр йортта тип әйтерлек унар һыйыр, ваҡ мал аҫрайҙар. Бик һирәктәрҙә генә ике-өс баштыр. Һөттө Һарыҡташҡа алып барып һаталар. Әйтеүҙәренсә, ҡатын-ҡыҙ, һөт йыйыуҙы ойоштороуҙарын һорап, ауыл хакимиәтенә (ул 18 саҡрым алыҫлыҡтағы Желтый ауылында) бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итеп ҡараған, әммә... Хәйер, был эшкә урындағыларҙың берәйһенә лә тотонорға мөмкин бит, тик баҙнат итеүсе юҡлығы аптырата.
Ҡатын-ҡыҙ әрһеҙ инде ул: бер ҙә ҡул ҡаушырып ултырмай, аҙбар тултырып мал-тыуарын, ҡош-ҡортон аҫрай, баҡса үҫтерә, дебет шәл бәйләп һата, балаларын да ҡарай. Ә ирҙәрҙең күпселеге, пай ерҙәрен Мәскәү байҙарына ҡуртымға биреп, ситтә бәхет эҙләп йөрөй...
Шулай ҙа бар ир-атҡа ла бер күҙлектән ҡарау дөрөҫ булмаҫ. Ана бит, Марс Альбин тигән эшҡыуар бәхетен үҙ ауылында тапҡан. Утыҙҙан ашыу һыйыр малы бар. Техникаһының да иҫәбе-һаны юҡ. Үҙенә лә өлгөрә, һунарсыларға ғына түгел, күрше ауылдар халҡына ла хеҙмәт күрһәтә. Шуныһы һоҡландыра: үҙ эшен ойоштороуға эшҡыуар дәүләттән бер ниндәй ҙә ярҙам алмаған.
Һунарсыла шулай уҡ Лүзә һәм Фәиз Һөйәрембәтовтар эшҡыуарлыҡ менән уңышлы шөғөлләнә. 12 сутыйҙа теплица булдырып, икенсе йыл рәттән ҡыяр үҫтереп һата улар. Былтыр йәшелсәләре 800 мең һум тирәһе ҡулаҡса килтерһә, уның иҫәбенә элекке сығымдарын тулыһынса ҡаплай алғандар. Быйыл йүнселдәр саф табышҡа өмөт итә.
Шуныһын билдәләге килә: бығаса Сорғотта инглиз теле уҡытыусыһы булып 18 йыл эшләгән Лүзә ханым ҡара эштән бер ҙә ҡурҡып тормаған, ире менән бер ҡатарҙан ҡыяр үҫтереүгә тотонған. Уларға Ейәнсура районының Үтәғол ауылынан Рәнис Иҙелбәковтың, Һунарсының үҙенән Вил Әбдрәшитовтың да ярҙамы бик ҙур. Йәшелсә үҫтереүҙән тыш, Һөйәрембәтовтарҙың ике магазины ла бар. Кем әйтмешләй, иш янына ҡуш.
Бына шулай: күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй. Һунарсылар араһында “яңы башҡорт”тарҙың барлыҡҡа килеүе ауыл йәмәғәтселегенең аңына ыңғай йоғонто яһамай ҡалмаған — бында байтаҡ кеше киләсәктә үҙ эшен асырға ниәтләй. Баҙнатһыҙлығын ғына еңә алмайҙар әлегә.
...Ҡайтыр юл оҙон. Үткән көнгә, күргәндәргә, ишеткәндәргә йомғаҡ, һығымта яһау, уйланыр өсөн ваҡыт байтаҡ. Шуныһы: кешеләр, тормош ҡайҙа ла бер икән. Тырыштар, эштән ҡурҡмағандар етеш йәшәй, һәлкәүҙәр иһә һаман да кемгәлер ышана, етәкләп йөрөткәндәрен йәки килтереп биргәндәрен көтә.
Рәшит Ғәли улының билдәләүенсә, күрше өлкәнең башҡорт ауылдарына быйылғы сәфәрҙәр башланып ҡына тора. Апрелдә бындай саралар Ырымбурҙың башҡа ауылдарында ла буласаҡ, тине ул.
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА
Ырымбур өлкәһе.


Вернуться назад