Беҙ бит һиңә бик яратып килдек, Бик һағынып килдек, Аҡтаныш!17.02.2017
Беҙ бит һиңә бик яратып килдек, Бик һағынып килдек, Аҡтаныш! Тарихи Башҡортостандың ҡитғаларҙан ҡитғаларға һуҙылып ятҡанлығын, ҡеүәтен иҫбатлап, бөгөнгө республика сиктәренән тыш тыуған шәхестәрҙең уҙған быуат башында башҡарған эштәрен, фәнни, сәйәси, рухи ҡаһарманлыҡтарын телгә алыу ҙа етә. Тик бөтәһен дә белеп бөтәбеҙме һуң беҙ? Мәҫәлән, атаҡлы ғалим, Башҡортостан автономияһы башында торған Зәки Вәлиди: “Ырымбурҙа милли хәрәкәт башланғас, шура ойошторолған мәлдә Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Илдархан Мутиндарҙың эшмәкәрлегенә барып ҡушылдым”, – тип яҙа. Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәровтар сығыштары менән Ырымбурҙан булһа, Илдархан Мутин Өфө губернаһының Миңзәлә өйәҙендә урынлашҡан Таҡталасыҡ ауылында тыуған. Кем һуң һин, Илдархан Мутин, тип бөгөн үҙенә Татарстандың Аҡтаныш районында йәшәгән халыҡ ҡына түгел, Башҡортостанда көн иткәндәр ҙә һорау бирәлер, моғайын, сөнки беҙ уның хаҡында әленән-әле телгә алып тормайбыҙ, ғөмүмән, аҙ хәбәрҙарбыҙ. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, башҡорттарҙың данлыҡлы Гәрәй ырыуы вәкиле, 1859 йылда XI башҡорт кантонының юрта старшинаһы булып торған Ибраһим Мутиндың улы Илдархан Мутиндың тыуған яғында булып, күп халыҡ ҡатнашлығындағы сарала Мутиндар затының аҫыл вәкилдәренә иҫтәлекле таҡтаташ асыу ваҡиғаһының шаһиты булдыҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән ойошторолған сараны Татарстандың Аҡтаныш районы етәкселеге лә күтәреп алды.
Таҡталасыҡ ауылында
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Миңзәлә өйәҙендә борон-борондан башҡорттар йәшәгән. Төп халҡы – Бүләр, Байлар, Гәрәй, Ирәкте, Юрмый һәм башҡа башҡорт ырыуҙарына ҡараған милләттәштәребеҙ. Шул уҡ исемле ауылдар Гәрәй улусына ҡараған булған. 1755 йылғы бишенсе рәүиз мәғлүмәт­тәренә күҙ һалһаң, Миңзәлә өйәҙендә ул ваҡытта 16015 башҡорт көн иткән. Өйәҙҙең башҡа улусына ҡараған ауылдарҙа шулай уҡ күпселеге башҡорттар, припущенник-типтәрҙәр, аҙ һанлы татарҙар һәм баш­ҡалар йәшәгән. Тарихсы Нурислам Ҡал­мантаевтың архив материалдарына нигеҙләнгән мәҡәләһенә күҙ һалһаң, ХIХ быуатта һәм ХХ быуат башында бында башҡорт халҡының һаны артыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, 1822 йылда өйәҙҙә – 23492, 1862 – 60435, 1912-1913 йылдарҙа 154234 башҡорт теркәлгән. Ә 1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре бу­йынса Өфө губернаһы Миңзәлә өйә­ҙе­нең этник составы түбәндәгесә: баш­ҡорт­тар – 156789, урыҫтар – 135120, татарҙар – 122927, типтәрҙәр – 36783, мордвалар – 6152, сыуаштар – 3922, мариҙар 2448 ке­ше иҫәпләнгән. Ошо мәғлүмәти сыға­наҡтар үҙе генә лә төбәктә башҡорттарҙың күпселекте тәшкил итеүе хаҡында һөйләй.
Сатлама һыуыҡта сара башҡорт хал­ҡының аҫыл улдары тыуған Таҡталасыҡ ауылында башланып китте. Урындағы зыярат майҙанында урын аласаҡ уларҙың иҫтәлегенә ҡуйылған ҡәбер таштары. Эйе, Тимер, Мөхтәр, Илдархан Мутиндарҙың береһенең дә аҫыл һөйәге тыуған еренә ҡайтып етә алмаған, әммә йола буйынса тап кендек ҡандары тамған ауыл нигеҙендә иҫтәлекле стела асыу ҙур байрамға әүерелде.
Моңһоу көй ағыла... Хәрби парадҡа теҙелгәндәй, байрамға йыйылған халыҡ алып барыусыларға күҙ төбәгән. Йыйылған кеше араһында мәктәп уҡыусылары булыуы тағы ла ҡыуандыра. Балалар – беҙҙең киләсәгебеҙ, тарихты, халыҡтың тамырҙарын улар яҡшы белергә тейеш. Аҡтаныш районы хакимиәте башлығы Илфак Шамил улы Барыев иң тәүге һүҙҙе билдәле тарихсы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллинға тапшырҙы.
– Был өс шәхес тә заманында башҡорт рухиәте өсөн йәнен аямай көрәшкән. Тимер Мутин Гәрәй ырыуының аҫаба баш­ҡорт­тарынан булһа, Илдархан Мутин Ырым­бурҙа үткән 1-се Башҡорт ҡорол­тайында тап ер мәсьәләләрен күтәрә. “Баш­ҡортостан ерҙәренә килгәндә, улар, һис шикһеҙ, башҡорттарҙың ҡулланы­лышына күсергә тейеш, сөнки шунһыҙ беҙҙең халыҡтың имен йәшәйеше лә һәм яңынан аяҡҡа баҫыуын да күҙ алдына килтереүе ауыр. Иоанн Грозный ваҡы­тында Башкирия Россияға дин, ғөрөф-ғәҙәт, йолалар, милли үҙенсәлектәргә ҡы­ҫылмау һәм үҙ ерҙәре менән үҙ ҡара­мағында ҡулланыу хоҡуғына эйә булып ҡушылған”, – тип сығыш яһай Илдархан был съезда. Күреүегеҙсә, ул башҡорт халҡының патриоты икәнлеге һәр бер һөйләмендә үк күренеп тора, – тине Салауат Ишмөхәмәт улы, тантаналы ваҡи­ғаның Башҡортостан Республикаһы ойош­торолоуға 100 йыл тулыу алдынан уҙыуын билдәләп.
Татарстандың Фәндәр академияһы корреспонденты, сәнғәт белеме фәндәре докторы, профессор, Татарстандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре Мөхәмәтғәли Арыҫ­ланов сығышын трагик актер Мөхтәр Му­тинға бағышланы. Ул уның кеүек маһирҙар ҡабат булмаясаҡ, сөнки рухи потенциалы менән заманы тамашасыһын таң ҡал­дырған, яңы сәнғәти бейеклектәргә әйҙәгән артист булыуы хаҡында еткерҙе. Билдәле шағир, “Казан утлары” журна­лының баш мөхәррире, Ғ. Туҡай исемен­дәге дәүләт премияһы лауреаты Илфак Ибраһимов та сығышы менән ошо район егете. Ул бик күп әҙәби саралар, Баш­ҡортостан менән Татарстан араһындағы рухи күпер­ҙәрҙе нығытҡан байрамдарҙың шаһиты булараҡ, был юлы ла барыһын да шиғри әҫәрҙәре менән сәләмләне. Нефтекама ҡалаһы мәсетенең имам-хатибы Тәфкил хәҙрәт Ғилемшин аҫыл ир-уҙа­мандарының хөрмәтенә Ҡөрьән аяттары уҡып ишет­терҙе. “Любизар” хәрби-патриотик клубы ағзаларының махсус команда аҫтында стела алдына теҙелеп баҫып сәләмләүе, Илдархан Мутиндың таҡтата­шына шыршынан гирлянда һалыуы сараға айырым бер үҙенсәлек өҫтәне. Хәрби митингта яңғыраған һәр телмәр, һәр шиғри ауаз ошо төбәктең арҙаҡлы улдарының рухына яҡты аят булып барып ятһын!
Артабан урындағы район хакимиәте Өфөнән, Ҡазандан килгән ҡунаҡтар өсөн Аҡтаныштың Еңеү паркына, тыуған яҡты өйрәнеү музейына сәйәхәт ойошторҙо. Парктың үҙенсәлеге шунда: унда Бөйөк Ватан һуғышынан алып һәр бер хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан төбәк яугирҙәренең исеме мәңгеләштерелгән, һәйкәлдәр ҡуйылған. Афғанстанда, Чечняла ҡораллы конфликтта һәләк булғандарҙы ла ла­йыҡлы күрһәтә ал­ғандар. Тылда хеҙмәт иткәндәрҙең дә тырышлығы онотолмаған – мемориал эсендә уларға айырым һәйкәл ҡуйылған. Бөйөк Ватан һуғышы осорон­дағы танктар менән байытылған парк. Район үҙәгенең иң күркәм урындарының береһелер, моғайын, был хәрби комплекс. Ата-бабалары Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем дә бик күп яуҙарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән башҡорт халҡының вариҫтары изге яуҙар тураһында башҡа төрлө фекерҙә булыуы мөмкинме һуң?!
Тыуған яҡты өйрәнеү музейы – үҙе бер йәнле ҡомартҡы. Бында Аҡтаныш районы мөмкин булған тиклем бар яҡтан күр­һәтелгән. Тәбиғәт, ауыл хужалығы, иҡти­сад, ер аҫты байлыҡтары, боронғо дә­үер­ҙәге көнитмеш, халыҡ кәсептәре, арҙаҡлы шәхестәр, спортсылар... Татар­стандың 1-се президенты Минтимер Шәймиевтең дә тәрән тамырлы шәжәрәһе урын алған музейҙа. Ошо бүлектә үк Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән әңгәмә баҫылған китап та тора. Мутиндар нәҫеле хаҡында ла мәғлүмәт табылды. Музейҙа Мөхтәр Мутиндың шәхси анкетаһының күсермәһе һаҡлана. “Национальность – башкирин, гражданство – СССР” тигән юлдарҙы уҡыу бик күңелле булды. Хәйер, уның хаҡында һүҙ артабан буласаҡ әле. Өс ҡатлы бинала урынлашҡан музейҙың һәр ҡатында бай йөкмәткеле тарих һаҡлана. Тупланған материалдар өсөн рәхмәт аҡтаныштарға!
Рухи күперҙәрҙе нығытҡанда, милләт рухы китә яңырып
Беҙ бит һиңә бик яратып килдек, Бик һағынып килдек, Аҡтаныш! “Ағиҙел” дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле бар икән Аҡтаныштың. Был төркөмдөң сағыу сығыштарын, ысынлап та, ғүмереңдә бер күреү зыян итмәҫ ине. Милли бейеү­ҙәрҙең үҙенсәлеге, халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыу һәләте һоҡландырҙы. Бигерәк тә башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә” йәнә бер тапҡыр төбәктә башҡорт моңо тере булыуына ишараланы.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты аппаратының баш белгесе, Башҡортостан делегацияһы етәксеһе Алһыу Сирғәлина менән Аҡта­ныш районы хакимиәте башлығы Фаил Камаев сәхнәнән шығырым тулы зал булып ултырған туған тел һәм әҙәбиәт уҡы­тыусылары, ауыл хакимиәте башлыҡтары, китапханасылар алдында Мутиндар тоҡомон иҫкә алыу кисәһенең әһәмиәте хаҡында еткерҙе, үҙ-ара бүләктәр менән алышты.
Тарихсы Рәмил Рәхимовтың сығышы Тимер Мутиндың йәшәйешенә, эшмәкәр­легенә арналды. Мутиндар – улар баш­ҡорт­тарҙың дворян нәҫеле. Сығыш­тары менән, алда әйтелгәнсә, Гәрәй улусының Таҡталасыҡ ауылынан. Уларҙың нәҫеле Өфө губернаһының шәжәрә китабының 2-се бүлегенә индерелгән булған. Улар әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәре, 1884 – 1914 йылдарҙа ер мәсьәләләре менән шөғөл­ләнгән. Мутиндар тоҡомоноң башында Мүтә Янурусов (Енурусов) тора, 1745 йылдан Гәрәй улусының старшинаһы булған.
Ә бына Тимер Мутин – ул сотник, торараҡ шулай уҡ Гәрәй улусының стар­шинаһы. Ул 1756 – 1763 йылдарҙағы Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашҡан, ә 1756 йылда башҡорт командаһының баш старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ярҙамсыһы булған. 1759 йылда ул императрица Елизавета Петровнаға тоғролоҡ белдергән башҡорт делегацияһы составында Санкт-Петербургка юлланған. Башҡа иптәштәре менән Тимер Мутин да башҡорт ерҙәрен яулап алыуға ҡаршы Хөкүмәт сенатына хат яҙа һәм тотош улус халҡы риза булһа ғына ул ерҙәрҙе һатырға мөмкин булыу тураһында ризалыҡ һорай. Уларға яуап итеп, Сенат исеменән указ Ырымбур губерна канцелярияһына ебәрелә. Доку­ментҡа ярашлы, “...һәм киләсәктә башҡорт халҡына бер ниндәй насарлыҡ ҡылмаҫҡа һәм йәшәйештәрен емермәҫкә, төбәк­тәренә көс менән барып урынлашмаҫҡа, бындай нәмәләр була ҡалһа, ошо указға бәйле башҡорттарҙы яҡларға һәм һаҡ­ларға” тип әйтелә. Бына ниндәй ҙур эш­тәрҙең башында, халҡының һәр ерҙә хеҙмәтсеһе, уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы булараҡ сығыш яһай Тимер Мутин. Ул 1759 йылдың де­кабрендә Санкт-Петербургта үлеп ҡалған. Тыуған тө­йәгенән ситтә ята уның аҫыл һөйәге.
Х. Әхмәтов исе­мендәге Башҡорт дәүләт филар­мо­нияһы ҡурайсыһы Вилдан Дәүләт­бирҙиндың сығышы Аҡтанышта тағы ла моңлораҡ яңғыра­ған төҫлө тойолдо. Ҡурайҙың ауазына, һағышына, тантанаһына ни етә ала инде?!
Татарстандың атҡаҙанған фән эшмә­кәре, профессор, Рәсәй Фәндәр акаде­мияһы һәм хәрби тарих фәндәре ака­де­мияһы академигы, археология белгесе Альберт Борханов, сарала ҡатнашыу­сы­ларҙы олуғ байрам менән тәбрикләп, фән­ни хеҙмәттәрен бүләк итте. Артабан сәх­нәне “Сәйәр” халыҡ вокаль ан­самбленең (етәксеһе Лилиә Мостафина) Сара Са­дыҡова көйҙәренә йырҙар теҙмәһе биҙәне.
Тарихсы Нурислам Ҡалмантаев борон замандарҙан уҡ башҡорт халҡының хәрби походтарҙа, ихтилалдарҙа әүҙем ҡатна­шыуы хаҡында һөйләне. “Милләттәш­тәребеҙ ихтилалдарҙа үҙҙәре ойоштороусы булараҡ сығыш яһаған. Мутиндар нәҫеле – ана шул арҙаҡлы халыҡтың вариҫтары”, – тине тарихсы. Ул архив документтарына нигеҙләп, төбәктә башҡорт­тарҙың йылдан-йыл артыуы тураһында ла еткерҙе.
Татарстандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, Ҡазан федераль дәүләт университеты профессоры, фән һәм техника буйынса Татарстандың дәүләт премияһы лауреаты Индус Таһиров, төбәк халҡын байрам менән тәбрикләп, шулай уҡ китаптарын бүләк итте. Ике милләттең быуаттар дауамында үҙ-ара ҡатнашып йәшәүе тураһында һөйләне.
Трагик актер Мөхтәр Мутин тураһында беҙ нимә беләбеҙ? Эйе, “Ватандаш” журналында фәлсәфә фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатованың мәҡәләһе сыҡты. Беҙҙең бурысыбыҙ – тарихи Башҡортостан сиктәрендә тыуған шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеген өйрәнеү генә түгел, киң йәмәғәтселекте лә даими таныштырып тороу.
Кем ул тарихҡа трагик актер булып ингән Мөхтәр Мутин? Аҡтаныш еренең генә түгел, башҡорт халҡының даны? Уны бит заманында: “Бындайҙар йөҙ йылға бер тыуа!” – тигәндәр. Башҡорт театр сәнғәте күрке Арыҫлан Мөбәрәковтың тәүге сығыштарын күргән кешеләр хатта: “Был артиста бит Мөхтәр Мутиндың ҡеүәте, рухи потенциалы”, – тип әйтер булған. “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыусыларҙы күберәк мәғлүмәт менән таныштырыр өсөн, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты Гөлсәсәк Саламатованың мәҡәләһенән өҙөк килтерәм. Унда башҡорт халҡының аҫыл улының аяныслы яҙмышы хаҡында яҙылған. Татарстандың Аҡтаныш районы үҙәгендәге мәҙәниәт йортонда ошо яҙмаһын йөрәк ауазына ҡушып еткерҙе Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы. Архив материалдарына нигеҙләнгән сығышты ул Мөхтәр Мутиндың яҡташтарына рәхмәт һүҙен әйтеү менән тамамланы.
Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Айгиз Хановтың “Дуҫлыҡ йыры” байрам кисәһен биҙәп ебәрҙе: ҡалай тауышы көслө йәш йырсының, әйтерһең, тотош зал уның ғәйрәтле ауазы менән һуғарылды!
Башҡортостан егете, “Шәжәрә” төбәк-ара автоном ойошмаһының Нефтекама ҡалаһындағы вәкиле Радик Бәхтиев тураһында бер-ике һөйләм менән бер нимә лә әйтеп булмаҫ. Киләсәктә беҙ уның менән әңгәмә эшләрбеҙ Аллаһ Тәғәлә насибы менән. Әммә бөгөнгө сараның идея авторҙарының береһе булған был тарихсының һөйләгәндәрен тыныс ҡына тыңлап та булмай. Ул үҙе данлыҡлы Мутиндар нәҫеленән.
– Без бала чактан ук үҙебезнең башкорт икәнебеҙне белеп үстек. Әти һәр вакыт, беҙ башкортлар, тиер ине. Әммә үлер алдынан гына ул үзенең Илдархан Мутиндың сеңлесе икәнен әйтте. Дәүәнинең кызы Дөриә, аның кызы Людмила – минем әни. 96 йәшендә ул Илдархан Мутиндың ниндәй эшләр алып барганы, заманында үзен “халык дошманы” дип иглан иткәч, минем белән туганлыгыгызны белгертмәгез, дигән сүзләрен дә еткерде. Заманалар үзгәрә, Аллага шокер, боген без Мутиндарны зурларга, искә алырга жыйылдык, зур рәхмәт каршы алган, ойоштырган якка да! – тине ул, сығышын тамамлап. Радиктың баш­ҡорт теленең диалектындағы һөйләше нисек бар, шулай яҙҙым. Башҡортостан буйынса йөрөгәндә Тәтешле, Мишкә, Борай райо­ндарында ла ошо күренешкә тап булабыҙ: халыҡтың һөйләшенән ҡарап түгел, тамырҙарын барлап, рухына ҡарап билдәләр кәрәк милләтен!
Башҡортостандың “Любизар” хәрби-патриотик клубы ағзалары – тыуған яҡты өйрәнеүсе Илдар Шәйәхмәтов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Ринат Мәжитов ҡурай моңо, башҡорттарҙың хәрби бейеүе менән сәхнә түрен биҙәне. “Мәҙәни йома” гәзитенең баш мөхәррире, Ғ. Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Вахит Имамов – сығышы менән ошо район шәхесе. Ул телмәрендә тарихта башҡорт һәм татар халыҡтарының уртаҡ эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ Ғ. Туҡай премияһы лауреаты, шағир Илфаҡ Ибраһимов шиғри күстәнәсе менән сараға яҡты моң өҫтәне.
“Ағиҙел” дәүләт йыр һәм бейеү ансамбле­нең сәхнәгә һәр сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Бик бай йөкмәткеле, тәрән моңло йыр-моңдар беҙҙең күңел­дәргә лә хуш килде.
Байрамда Татарстанда йәшәгән башҡа ҡала башҡорттары ла ҡатнашты. Төбәктәге башҡорт ҡоролтайы рәйесе, Түбәнге Каманан Ғәли Хәсәнов (Әбйәлил), шул уҡ ҡаланан Баязит Ишкилдин (Йылайыр) байрамға буш ҡул менән килмәгән: Ғәли ағай ҡурай һыҙҙырып ебәрҙе, ә Баязит ағай “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында бейегән бейеүен башҡарҙы. Хәтәр күңелле булды уларҙың сығышы! Әйткәндәй, Аҡтаныш районының эске эштәр бүлеге начальнигы ла Башҡорт­остандан – сығышы менән Йылайыр райо­нынан Камил ағай Зәйнуллин байрамдың башынан аҙағына тиклем беҙҙең арала булды. Улар бында 1974 йылда килеп урынлашҡан икән. Ҡайҙа ғына йәшәһәләр ҙә, эшләһәләр ҙә, милләтебеҙ вариҫтары йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәй, намыҫ менән хеҙмәт итә.
Юғары кимәлдә ойошторолған сара ике республика сигендә бауырһаҡ, икмәк-тоҙ менән башланып китеп, йыр-моңло кисә менән тамамланды. Башҡорт халҡының арҙаҡлы улдары – Тимер, Мөхтәр, Илдархан Мутиндарҙың рухтары яңырып, уларға бағышланған доғаларҙы Аллаһ Тәғәлә ҡабул итһен, тип теләйек. Ике төбәк-ара аралашыуҙарҙың башы ғына булған был саралар киләсәктә ғилми-ғәмәли конференциялар, данлыҡлы шәхестәрҙең исемен Аҡтанышта ғына түгел, Башҡортостанда ла мәңгеләштереү эше менән дауам итер. Әйткәндәй, Таҡталасыҡ ауылының бер урамы Мөхтәр Мутин исемен йөрөтә. Бөгөн гәзит уҡыусыларға уның хаҡында ҡыҫҡа яҙма тәҡдим итәбеҙ. Салауат Хәмиҙуллин, Рәмил Рәхимов, Нурислам Ҡалмантаев кеүек тарихсыларҙың Илдархан, Тимер Мутиндарға арналған фәнни очерктары киләһе һандарҙа урын алыр. Шәхес­тәребеҙҙе танып белеп, эшмәкәрлектәрен данлап йәшәйек!

АҠТАНЫШ

Серле әкиәттәй һинең яҙмыш,
Башҡорт ере, башҡорт төйәге.
Әле булһа әрнеп ята кеүек
Тупраҡ алған бабам һөйәге.

Әле булһа бында шәжәрәләр
Шыбырлаша төҫлө үҙ-ара.
Милләтемдең затлы вариҫтары
Башҡаларҙың ғәмен һуғара.

Етем бала кеүек ситтә ҡалғас,
Һағыналар микән баш йортон?
Күпме шулай Ерҙең күкрәгенә
Һибелергә була, башҡортом?!.

Һәр хәрефең йәнгә уйылған бит,
Һәр бер өнөң беҙгә бик таныш.
Беҙ бит һине бик яратып килдек,
Бик һағынып килдек, Аҡтаныш!

Мутин тоҡомдары был төбәктән –
Йәшәй микән халыҡ маҡтанып?
Ил улдарын бында таныйҙармы?
Беҙҙе таныйһыңмы, Аҡтаныш?

Беҙ йыр булып килдек мәркәздәрҙән,
Алып килдек милли фатиха.
Үҙ халҡына ҡабат ҡайтыуынан
Ниҙәр кисерәлер Илдархан?

Йөрәктәргә һеҙҙең һеңеп ҡалһын –
Рухи күперҙәргә юҡ кәртә!
Гәрәй тоҡомдары ҡырылды тип,
Золом зары беҙҙе иҫкәртә.

Серле әкиәттәй шартлы сиктең
Биктәре лә сығыр һис юҡҡа.
Шәхестәрең күпме ҡот ташыған
Милләт ғәме тигән усаҡҡа.

Әй, Аҡтаныш!
Яҡты һинең асман!
Ал ҡан менән тарих яҙылған.
Архивтарҙан күберәкте һөйләр
Ярҙарынан ташҡан был йылғаң.

Был урмандар күпте беләлер ул,
Иҫәнләште улар үҙ күреп.
Был убалар һис өндәшмәҫ ҡабат
Һыны ҡатҡас,
“Тимер!”
“Мөхтәр!”
“Илдархан!” – тип илап түгелеп...

Нәҙер һүҙен был тәбиғәт һаҡлай,
Васыяттар ергә яҙылған.
Ҡәүем тарихына һыйынығыҙ,
Киҫкен елдәр иҫһә сағылдан.

Әләм күтәрерлек көндәр тыуа,
Тик нимәлер эстән һыҡтаны...
Был быуатта милләт тарихын да
Бергә яҙыш беҙгә, Аҡтаныш!
Беҙ бит һиңә бик яратып килдек,
Бик һағынып килдек, Аҡтаныш!


Гөлсәсәк САЛАМАТОВА, З. Ис­мәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты:

“Заманында уның исеме Ырымбур, Ҡазан һәм Өфөнөң ҙур сәхнәләре менән бәйле булған. Дөрөҫөрәге, был сәхнәләр уның исеменә бәйле. Ул тыуҙырған образдар Мәскәү, Әстрхан һәм Себер тамашасыларын ғашиҡ итә. Ва­ҡыт­лы матбуғат­та уның хаҡында бай йөкмәткеле ҙур күләмле мәҡәләләр йыш баҫыла. Ике театр – башҡорт һәм татар театры – һәр береһе Мөхтәр Мутинды тик үҙ театрының ғына актеры итеп күрергә теләй. Был факттарға бөгөн дә дәлилдәр табырға мөмкин. Шуларҙың береһе – Татарстан Республикаһының Милли архивында һаҡланған Башсовнарком эргәһен­дәге сәнғәт эштәре буйынса ида­раның начальник урынбаҫары Мортазин-Иманскийҙың татар дәүләт театрының ул саҡтағы директоры Йосоповҡа яҙған хаты. Унда һүҙ Мөхтәр Мутинды 1936 йылда Баш­ҡорт академия драма театрына ҡабат ҡайтарыу тураһында бара. Башҡорт театрына – нигеҙ һалыу­сы Вәлиулла Мортазин-Иманский театр тарихына бағышланған хеҙмәттәрендә лә Мөхтәр Мутин­дың башҡорт театрындағы фиҙа­кәр хеҙмәтен бик юғары баһалай. Мәҫәлән, 1929 йылда театрҙың ун йыллығына арналған “Башҡорт театрына – ун йыл” тигән мәҡәлә­һендә: “Башҡорт театрының тарихы – революция ялҡынын, граждандар һуғышы юлдарын үткән тарих. Ул – ат арбаларында меңәр саҡрым юлдар уҙып, ауыл менән ҡала араһын бәйләп торған мәҙәни, сәйәси, ижтимағи һуҡмаҡ. Ошо мәҙәни, сәйәси һәм ижтимағи һуҡмаҡтың ҙур ҡаһармандарының береһе – Мөхтәр Мутин”, – тип яҙа. Буласаҡ билдәле актер 1885 йылдың 25 декабрендә тыуа. Татарстан Республикаһының Милли архивында һаҡланған, уның үҙ ҡулы менән тул­тырылған анкетаға ярашлы, милләте – башҡорт. Гимназияла уҡый һәм уны та­мамлағас, Өфөләге Үҙәк мосолман диниә идаралығында бухгалтер булып эш башлай, әммә оҙаҡ эшләй алмай, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе шәкерттәре менән спектаклдәр ойошторғаны өсөн идаралыҡтан ҡыуыла.
1908 йылда Мөхтәр Мутин Ҡазанға юллана. 1909 йылдың көҙөндә Ҡазан тамашасылары алдында тәүге тапҡыр сығыш яһау бәхетенә ирешә. “Халыҡ-ара күргәҙ­мә” исеме аҫтында үткән был сарала Ғә­битов етәкселегендәге труппа тарафынан ҡуйылған “Алдым – бирҙем” спек­таклендә Әхмәҙи ролен башҡара. Был пьеса Октябрь революцияһына тиклем Ғабдулла Кариевтың “Сәйәр”, Вәлиулла Мортазин-Иманскийҙың “Ширкәт” труппалары репертуарында үҙәк урынды биләп тора. Төп роль уға ҙур ғына уңыш килтерә.
1910 йылдарҙа артист Мутин Пермь, Силәбе, Троицк һәм Ырымбур ҡалала­рында ҡала йәштәрен туплап спектаклдәр ҡуя, әҙәби кисәләр ойоштора. 1910 йылдың аҙағында ҡабат Өфөгә ҡайта һәм 1911 йылда, Өфөнән Себер яғына, унан Волга буйҙарында гастролдә булып, Ырымбур, Әстрхан ҡалаларына юллана.
Мутин 1912–1915 йылдарҙа Сә­хибъ­ямал Ғиззәтуллина-Волжская тарафынан Өфөлә ойошто­ролған “Нур” труппаһында уйнай. Был – уның яҙмышында һәм ижадында ҙур боролоштар яһаған осор. Был хаҡта “Башҡортостан” гәзи­тенең 1928 йылда баҫылып сыҡҡан бер мәҡәләһендә былай тип яҙыла: “1912 йылдың декабрь аҙаҡтарында Мөхтәр Мутин менән Ғиләж Ҡазан­ский Бөрө ҡалаһына театр уйнарға барып, ҡатын-ҡыҙ роленә кеше таба алмай аптырап йөрөгәндә, Лиза исемле ҡыҙҙың сәхнәгә сығыу теләге барлығын белеп ҡа­ла­лар. Лиза – урыҫ ҡыҙы. Фамилияһы – Шляхтина. Ата-әсәһе башҡорттар менән тығыҙ аралашып йәшәгәнлектән, Лиза бала саҡтан башҡорт телен һәм ғөрөф-ғәҙәт­тәрҙе яҡшы белеп үҫә”. Шулай итеп, совет театр сәхнәһенең билдәле ак­триса­һы һәм режиссеры Елизавета Шляхтина-Сыртланова Мутиндың фатихаһы менән театр донъяһына аяҡ баҫа. Елизавета Сырт­ланова – Мөхтәр Мутиндың тәүге ҡатыны.
1915 йылдың 16 ноябрендә Ырым­бурҙа Шәриф Камалдың “Хажи әфәнде өйләнә” тигән беренсе һәм берҙән-бер комедияһы ҡуйыла. Төп ролдәрҙе Г. Манғушев (Юныс хажи), М. Мутин (Жәләл), В. Мортазин-Иманский (Ғәбделхаҡ), С. Ғиззә­тул­лина-Волжская (Камила) башҡара. Спектаклде элекке “Сәйәр” һәм “Нур” труппалары артистарынан төҙөлгән “Ширкәт” труппаһы ҡуя. “Ширкәт” Мортазин-Иманский тарафынан Ырымбурҙа төҙөлә, һәм халыҡ телендә ул “Мортазин-Иманский театры” булып йөрөй. 1915 йылдың октябренән 1916 йылдың апреленә тиклем “Ширкәт” труп­паһы 18 спектакль ҡуя. Бигерәк тә Г. Гейненың “Альмансор”ын тамашасылар йылы ҡабул итә. 26 мартта ҡуйылған был спектакль тураһында “Ваҡыт” гәзитендә былай тип яҙыла: “Спектаклдең иң ҙур уңышы – Хәсән ҡарт роле. Ролдең уңышы, әлбиттә, башҡа­рыусынан – Мутиндан килә ине”. Октябрь революцияһын Мутин Ҡазанда ҡаршы ала. Әммә Өфө һәм Ырымбур сәхнәләрен дә ташламай. 1918 йылда артист Зәйни Солтанов менән Әстрханға килә һәм ҡала йәштәре менән театр труппаһы ойоштора. Режиссер Мутин тарафынан сәхнәгә Шиллерҙың “Юлба­ҫарҙар” трагедияһы ҡуйыла, төп роль Карл Моорҙы үҙе башҡара. Автор тарафынан “романтик драма” тип билдәләнгән әҫәрҙе ул “трагедия” дәрәжәһенә күтәрә ала. Революция дәүерендә Ҡазанда Үҙәк хәрби колле­гияның политотделында культпросвет рәйесе була, 1920 йылда ТАССР-ҙың Наркомпросында театр бүлеген етәкләй. Татар театры өсөн махсус бина һалдырыуға ирешкән кеше лә ул.
Мөхтәр Мутин 1923 йылдың башында Башҡортостанға юллана. Етәксеһеҙ тороп ҡалған театрҙы ул етәкләргә тейеш тип ышана театр эшен аңлаған кешеләр. Тик ниңәлер ваҡиғалар икенсе төрлө боролош ала. Ә бында, башҡорт дәүләт труппаһында, әлбиттә, уны ихлас ҡабул итәләр. Ул Өфөгә ҡайтыу менән башҡорт театры­ның репертуарында донъя һәм рус классикаһы әҫәрҙәре ныҡлап урын ала башлай. Башнаркомпросс уға ҙур бурыс йөкмәтә – театрҙың баш режиссеры вазифаһы һәм театр­ҙағы башҡорт теле мәсьәләһе. Талантлы етәксе, талантлы режиссер, талантлы актер арымай-талмай башҡорт театрына хеҙмәт итә башлай. Ә тегендә, Татарстанда, ҡалған театр ҙа уның өсөн бик ҡәҙерле. Ул уға нигеҙ ташы һалған. Ул ошо театрға һулыш бүләк иткән кеше. Башҡорт дәүләт труппаһына ике уңышлы сезон бүләк иткәндән һуң ул ҡабат Ҡазанға китә. Тамашасылар Мөх­тәр Мутин ижадына һоҡланып, уны “йыһан төптәрен уйнай алыусы берҙән-бер артист” тип билдәләй. “Был әҫәрҙе уйнай алыу ғына түгел, хатта ҡарап ултырыу һәм яҡшы аңлау өсөн үҙеңдә ҙур мәҙәни аң бу­лы­уы кәрәклеген аңлайһың. Сәх­нәлә беҙ Мутин урынына арыҫлан кеүек үкерә торған, йылан кеүек бөгәрләнә торған ҡара ғәрәп Отеллоны күрәбеҙ”, – тип һоҡланып яҙа “Ҡараһаҡал” псевдонимы менән Нәҡи Иҫәнбәт “Башҡортостан” гәзитенең 1923 йылдың 16 декаб­рендә баҫылып сыҡҡан “Отелло” тигән мәҡәләһендә. 1927–1928 йылдарҙа Мөхтәр Мутин Башҡорт дәүләт театрында эшләй.
1926 йылда Татарстандың атҡа­ҙанған артисы исеменә лайыҡ була. Ә теүәл туғыҙ йылдан “хеҙмәт ҡаһарманы” “халыҡ дошманы”на әйләнә”.



Вернуться назад