Ҡәләмдән – биш һабаҡ17.02.2017
Өләсәһенең яҙып ултырғанын күреп, ейәне уның эргәһенә килә. Бер килке ҡыҙыҡһынып ҡарап тора.
– Нимә тураһында яҙаһың, өләсәй? Әллә минең хаҡтамы?
– Эйе, улым, – ти өләсәһе, эшен бер яҡҡа ҡуйып тороп. – Әммә һин шуны ла белергә тейешһең: ни яҙғаным түгел, ә эште нимә ярҙамында башҡарғаным мөһимерәк. Ҙурайғас ошо ҡәләм кеүек булыуыңды теләр инем...
Малай аптырап ҡала. Ҡәләмде әйләндереп-әйләндереп ҡарай, тик һис ниндәй үҙенсәлеген тапмай.
– Башҡалары кеүек тәһә! Бер ниһе менән дә айырылмай.
– Эйе, улым, ҡәләмдәр барыһы ла оҡшаш. Тик уларҙы биш сифат берләштерә. Был һыҙаттар һиңә лә бик кәрәкле. Улар – тормошта дөрөҫ йәшәү нигеҙе.
Беренсенән, аҡыл эйәһе була алырһың, әммә шул уҡ ваҡытта йүнәлеш биргән ҡул барлығын оноторға тейеш түгелһең. Ул – Аллаһ. Үҙеңде һәр саҡ Раббыбыҙҙың ихтыярына ышанып тапшыр.
Икенсенән, эшләү уңайлы булһын өсөн миңә ҡәләмде осларға кәрәк. Был уға ауыртыныу тыуҙыралыр, уның ҡарауы, нәҙегерәк, асығыраҡ яҙа башлай. Тимәк, ҡыйын ваҡыттарҙы түҙемлек менән үткәрә белеү мөһим – әҙәм балаһының күңеле шулай нығына, ул дөрөҫ йәшәргә өйрәнә.
Өсөнсөнән, әгәр һин ҡәләм ҡулланаһың икән, яңылыш яҙылғандарҙы юя алаһың. Шуны онотма: хаталарыңды төҙәтергә бер ваҡытта ла һуң түгел. Хаҡ юлдан ситкә тайпылмаҫ өсөн үҙеңде гелән яҡшы яҡҡа үҙгәртергә кәрәк.
Дүртенсенән, ҡәләмдең эшенә уның тышы, формаһы түгел, ә эсендәге графиты айырыуса ҙур өлөш индерә. Әҙәм балаһының да төҫ-ҡиәфәтенән алда күңеленең матур булыуы мөһим.
Бишенсенән, ҡәләм һәр ваҡытта ла үҙенән һуң эҙ ҡалдыра. Кеше лә шулай. Донъяла яҡты исемең ҡалһын өсөн һәр аҙымыңды уйлап баҫырға, изге ғәмәлдәр ҡылырға тейешһең.