Остаз аҡылы17.02.2017
Бер мәл уҡытыусы янына үҫмер килеп, көрәшергә өйрәтеүен һорай.
– Ә ниңә ул һиңә? – тип һорай остаз.
– Көслө һәм еңелмәҫ булғым килә!
– Быға көрәштән тыш та өлгәшергә мөмкин бит. Һәр кешегә ҡарата изгелекле, иғтибарлы, ихтирамлы бул. Һөҙөмтәлә башҡаларҙың хөрмәтен тойорһоң. Бынан күңелең таҙарыр, мәрхәмәтлек менән тулышыр. Тимәк, көслөгә әйләнерһең. Иғтибарлы булыуың бәләкәй генә үҙгәрештәрҙе лә күреүгә булышлыҡ итер. Ошоға бәйле дөрөҫ юл табыу мөмкинлеген алырһың, тимәк, көрәш майҙанына аяҡ баҫмайынса ла еңеүгә өлгәшерһең...
Үҫмер китә. Бер нисә йылдан һуң иһә остаз янына йәнә инә.
– Тағы ниндәй ниәт менән килдең? – тип ҡыҙыҡһына ҡарт уҡытыусы.
– Һеҙҙең хәлегеҙҙе белешергә индем, – тип яуаплай егет. – Сәләмәтлегегеҙ нисек? Мохтажлыҡ кисерәһегеҙ икән, ярҙам итергә әҙермен.
Шул саҡта ғына остаз егетте уҡыусыһы итеп ала.