Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһауетдинова юбилейын билдәләй17.02.2017
Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһауетдинова юбилейын билдәләйОшо көндәрҙә Стәрлебаш райо­нының Ибраҡай ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветераны, ҡәҙерле әсәйебеҙ Фәрзәнә Сафа ҡыҙы Баһаует­динова 75 йәшлек юбилейын билдәләй.
Уның бала сағы, үҫмер йылдары ауыр һуғыш осорона тура килә. Атаһы фронтҡа киткәндә, әсә ҡарынында ҡала. Атаһының йөҙөн дә күрә алмай ул. Был йылдар һуғыш балалары өсөн бик ауыр була, әлбиттә, әммә шуға ҡарамай, ҡәҙерлебеҙ мәктәптә тырышып белем ала, үҙ яҙмышын эҙләп Стәрлетамаҡҡа йүнәлә. Ленин исемендәге заводта эшләй һәм мәҙәни-ағартыу өлкә­һендә белемен камиллаштыра. Стәрле­тамаҡ педагогия институтында уҡыған атайыбыҙ менән осрашып, матур ғаилә ҡоралар. Беҙҙе, биш ҡыҙҙы, үҫтереп, һәр ҡайһыбыҙға махсус белем алырға ярҙам итеп, үҙаллы тормошҡа баҫтырҙылар. Бөгөнгө көндә һәр беребеҙ матур ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләйбеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата­йыбыҙ яҡты донъянан иртә китте. Аллаға шөкөр, әсәйе­беҙ тыуған йортобоҙҙоң утын һүндермәй. Беҙҙе һәр саҡ йылы аштары, бәлештәре менән көтөп ала. Әсәйебеҙ ғүмер буйы Ибраҡай мәҙәниәт йортонда ауыл халҡы өсөн төрлө саралар ойоштороп, тынғыһыҙ эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Бөгөнгө көндә лә уны ауылдаштары яратып, шаяртып “мәҙәниәт министры” тип йөрөтә. Әсәйебеҙгә бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары һанап бөткөһөҙ.
Әсәйебеҙҙе юбилейы менән ҡотлап, оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәхмәт, әсәй, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
һин булғанда йөҙөбөҙ нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Йәшә әле, йәшә йөҙгәсә!

Иң изге теләктәр менән Ҡылысовтар, Бәхтийәровтар, Усмановтар, Вәлишиндар, Хәсәновтар һәм барлыҡ Баһауетдиновтар ғаиләләре.


Вернуться назад