Хөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы Хисмәтуллина ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшлек юбилейын билдәләй.
Шәрифә апай Әбйәлил районының Дәүләт ауылында тыуып үҫкән. Уның хеҙмәт юлы Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында уҡ башлана. Ул ғүмер буйы бухгалтер вазифаһын башҡара. Күп йылдар Асҡар район дауаханаһында, һуңынан “Осҡон” (“Искра”) гәзите редакцияһында баш бухгалтер булып эшләй. Ә 1978 – 1982 йылдарҙа ул Өфө ҡалаһының ПМК-16 ойошмаһында план-экономика бүлеген етәкләй. Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙы тәбиғәте менән ихлас, ифрат тырыш, ярҙамсыл, егәрле, ғәҙел зат. Ул тырыш хеҙмәте өсөн “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнә. Фәйзрахман Шәйхетдин улы менән дүрт бала үҫтереп, оло тормош юлына аяҡ баҫтыралар. Ғүмер буйы донъя мәшәҡәттәренә, тормош ваҡлыҡтарына зарланмай, һәммәһенән өҫтөн булды һәм шуға күрә оло хөрмәткә ҡаҙанды.
Хөрмәтле Шәрифә Һөйөндөк ҡыҙын күркәм юбилейы менән тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ! Балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, яҡындарының – һәммәһенең дә ихтирам, иғтибар үҙәгендә ҡалып, йәшәһен дә әле йәшәһен беҙҙең юбилярыбыҙ!
Ҡыштың ныҡлығы
үҙеңдә,
Яҙҙың нескәлектәре.
Алтындан да артығыраҡ
Күңел эстәлектәрең.
Яҡты нурҙарға
мансылһын
Ғүмер иҫтәлектәрең.
Һалҡын ҡарлы ҡышта
тыуһаң да һин,
Яҙ ҡояшы һәр саҡ
күңелеңдә,
Һәр ваҡытта йөҙөң
көләс булһын,
Балҡып йәшә ғүмер-
ғүмергә! “Әбйәлил” яҡташтар ойошмаһы исеменән Азия Кусимова, Роза Аккучукова, Илүзә Ғәйнуллина.