“100 шәхес” тип аталған телевизион конкурс үтте, шәхестәребеҙ һайлап алынды, исемлек төҙөлдө һәм нөктә ҡуйылды. Ҙур эш башҡарылды, сөнки конкурстың маҡсаты республика яҙмышында, үҫешендә, көрәш һәм һынылыш йылдарында тос өлөш индергән шәхестәрҙе һайлау ине. Әлбиттә, 100 йыллыҡ тарихтан иң лайыҡлыларҙы һайлап алыу ҡатмарлы. Ә шулай ҙа... “Башҡорт мәҙәниәте” предметы программаһы һәм дәреслектәре авторҙарының береһе булараҡ, башҡорт халҡының яҙмышына яңы һулыш өрөүсе, яңы боролош яһаусы (мин шәхес төшөнсәһен популярлыҡ буйынса түгел, ә республикабыҙ яҙмышында ниндәйҙер һынылыш яһаусы, яңылыҡ индереүсе, яңы йүнәлешкә нигеҙ һалыусы уҙаман тип аңлайым) милләттәштәрҙең оло баһаға лайыҡ булыусылар исемлегендә булмауы күңелдә көҙөк булып ҡалды. Әлбиттә, был проектты һәр район үҙе дауам итә ала, “Билдәһеҙ Башҡортостан” тигән проекттар буласаҡ, тигән тынысландырыуҙар булды. Әммә ошо тынысландырыусы ике шартҡа ла инмәйәсәк шәхестәребеҙҙе ни эшләтербеҙ? Беренсенән, улар, республикабыҙға нигеҙ ташы һалған, уның үҫеше өсөн тос өлөш индергән шәхес булһалар ҙа, бөгөнгө көндә Башҡортостан территорияһына инмәгән, әммә заманында боронғо Башҡорт иле булған төбәктәрҙә тыуып үҫкән. Был төбәктәрҙең бөгөнгө көндә ниндәй хәлдә икәнлеге һәр кемебеҙгә асыҡ һәм һәр төбәктең үҙенең “100 шәхес” тигән проекты дауам итер тигән теләгебеҙ ни тиклем генә изге булмаһын, ул ғәмәлгә ашмаясаҡ. Икенсенән, золом ҡорбандары булған шәхестәрҙең нәҫел-нәсәбе, туғандары “халыҡ дошманы” тип тырым-тырағай юҡ ителде. Улар өсөн хәстәрлек күрер кешеләре лә юҡ кимәлендә. Был әсе хәҡиҡәт тауыш биргән саҡта күренде лә инде. “Бөйөклөк”тән мәхрүм ҡалған бер нисә шәхесебеҙҙе атап китеү яҙыҡ булмаҫ.
Рабиға Йәнғол ҡыҙы Ҡушаева. 1917 йылғы революцион үҙгәрештәр башҡорттарға ла яңылыҡ алып килә. Ошо уҡ йылда Каруанһарайҙа Беренсе Бөтөн башҡорт ҡоролтайы ойошторола. Һамар губернаһынан Рабиға Йәнғол ҡыҙы делегат итеп һайлана. Ун алты йәшлек кенә уҡытыусы ҡыҙ ҡатын-ҡыҙҙарҙан бер үҙе генә була. Был хәл уны уйға һала. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙ делегаттар юҡ? Революция ҡатын-ҡыҙға булған боронғоса ҡарашты үҙгәртмәнеме ни? Һәм ул, һүҙ һорап, трибунаға сыға ла үҙ дәғүә-талаптарын теҙеп һала.
Ошо көндән уның үҙен – ун ете йәшлек уҡытыусы ҡыҙҙы – “Милләт әсәһе” тип йөрөтә башлайҙар.
Хафиз Ҡушай улы Ҡушаев. Силәбе өлкәһе Арғаяш районынан. 1917 йылдан башлап Башҡортостан автономияһы өсөн милли көрәштә әүҙем ҡатнаша. Һәр ваҡыт республиканың ижтимағи-сәйәси тормошонда, йәмәғәт эштәре уртаһында ҡайнай. 1922 – 1929 йылдарҙа – БАССР Үҙәк башҡарма комитеты рәйесе. Латин графикаһы нигеҙендә тәүге башҡорт алфавиты төҙөүҙә әүҙем ҡатнаша. 1929 – 1937 йылдарҙа СССР-ҙың ЦИК аппаратында эшләй.
Вәлиулла Ғайназар улы Иманский-Мортазин. Ырымбур өлкәһенең Иманғол ауылында тыуған. Башҡорт актеры, режиссер, драматург, театр теоретигы. БАССР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Бөгөнгө көндә гөрләп эшләгән театрҙы, йәғни Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын ойоштороусы. 1919 – 1937 йылдарҙа БАССР Хөкүмәт составында була. Актер булараҡ, репертуарында биш йөҙҙән ашыу роль бар.
Өс шәхес тә бөгөнгө Башҡортостандан ситтә тыуып үҫкән. Һамар өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Ырымбур өлкәһе. Өсөһө лә золом ҡорбаны. Башҡортостаныбыҙ үҫешенә аҙ ғына һуңыраҡ осорҙа бер ни менән сағыштырғыһыҙ тос өлөш индергән ғалимдарыбыҙҙан башҡорттар араһынан беренсе фән докторы Ҡадир Рәхим улы Тимерғазинды телгә алмау яҙыҡ булыр. Ул Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Сабаҡтыкүл ауылынан. Ҡ. Р. Тимерғазиндың Башҡортостан нефте һәм геологияһы өлкәһендә хеҙмәттәре иҫ китмәле.
Әлбиттә, “100 шәхес” исемлеген һайлап алыу буйынса абруйлы комиссия ағзалары быларҙы иҫәпкә алырға тейеш ине, тип иҫәпләйем.