Илен һаҡлаған – илен яҡлаған17.02.2017
Илен һаҡлаған – илен  яҡлаған Ошо көндәрҙә Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 28 йыл тулды. Шул айҡанлы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа яугирҙәрҙең йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән осрашыу үтте. Ул Бөйөк Ватан һуғышында, Афғанстандағы һәм башҡа илдәрҙәге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың социаль яҡланыу кимәле тураһында һөйләшеүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы.
Осрашыуҙы парламенттың Һау­лыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеты менән Башҡортостандағы хәрби хәрәкәттәр ветерандарының йәмәғәт ойошмаларының Координация советы берлектәге ултырыш итеп үткәрҙе. Әйткәндәй, Совет закон сығарыусылар менән тығыҙ бәйлә­нештә эшләй, ветерандарға ҡағы­лышлы ҡануниәттең нисек үтәле­шендә һәр саҡ хәбәрҙар.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың тәбрикләү сығышынан күренеүенсә, беҙҙең республикала хәрби хәрәкәт ветерандары байтаҡ ҡына – 10 мең кешенән ашыу. Бөйөк Ватан һуғышынан тыш Афғанстанда, Чечняла, Тажикстанда, Анголала, Сүриә­лә һәм башҡа тарафтарҙағы “ҡайнар нөктә”ләрҙә булып ҡайтҡан яугирҙәргә ҡануниәт тарафынан байтаҡ социаль түләүҙәр һәм ташламалар ҡаралған, улар дәүләт иҫәбенә торлаҡ шарттарын яҡшырта, шифаханаларға путевкалар менән тәьмин ителә һәм башҡалар. Тәбиғи, был закондар даими камиллаша, заман талаптарына ярашлы үҙгәртелә бара.
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының (пенсионер­ҙарының) Башҡортостан Респуб­ликаһы йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Валерий Шәрипов яугирҙәрҙең тыныс тормошта ла әүҙем булыуҙары, бигерәк тә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың хеҙмәт йәшендә саҡта йәмәғәтселек эшендә киң ҡатнашыуы, был йәһәттән хәҙерге йәштәргә өлгө булып тороуы хаҡында һөйләне. Әле лә хәрби хәрәкәттәр ветерандары үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә ҙур ярҙам күрһәтә.
Социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләһендә лә камиллашаһы, хәл итәһе урындар аҙ түгел. Шуларҙың иң ҡатмарлыларының береһе торлаҡ сертификаты биреүгә ҡайтып ҡалалыр, моғайын. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан бер ветеран был ҡалала хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан бер меңдән ашыу кеше йәшәүе, әммә һуңғы биш йылда уларҙың бер генә торлаҡ сертификаты алмауы тураһында һөйләне. Уға яуап итеп, республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урын­баҫары Татьяна Глухова ғариза­ларҙың 2005 йылдың 1 ғинуарына саҡлы бирелгәне буйынса федераль ҡаҙна шөғөлләнеүе, ә унан һуң яҙылғандарын муниципаль органдар ҡарарға тейешлеге тураһында әйтте. “Һәм, ғөмүмән, бында федераль ҡануниәттәге етешһеҙлектәр ғәйеп­ле”, – тине министр урынбаҫары.
– Һуңғы йылдарҙа ветерандарға 719 торлаҡ сертификаты бирел­гәйне, тикшереүҙән асыҡланыуынса, ошо документ буйынса алынған фатирҙарҙың 220-һендә ветерандар түгел, ә уларҙың туған-тыумасаһы йәшәй, – тине Валерий Мөхәмәт улы. – Беҙ ветерандарҙы улай эшләмәҫкә төрлөсә өгөтләп тә ҡараныҡ, күрәһең, балаларының һәм ейәндәренең үтенесен кире ҡаға алмайҙар, ә үҙҙәре һаман да насар торлаҡ майҙанында йәшәүен дауам итә. “Беҙ түҙеп өйрәнгәнбеҙ инде, балалар яҡшыраҡ йәшәһә булды”, – тиҙәр. Был осраҡта иң аптыратҡаны шул: әлеге туған-тыумасаһы иҫке йортта йәшәп ятҡан ветеран олатаһы исеменән яңы торлаҡ юллауҙы дауам итә.
Был сетерекле хәл тураһында беренсе тапҡыр ғына иҫкә алынмай. Күрәһең, ҡануниәттең үтәлеше башҡарма власть органдарының эшмәкәрлегенә генә түгел, ә йәмғиәттәге әхлаҡ нормаларына ла бәйле. Ләкин шуныһы хаҡ: яугирҙәр Ватаны алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән, күптәре ғүмерҙәрен ҡорбан иткән, зәғифләнеп ҡайт­ҡандар ҙа байтаҡ, һәм ил уларҙы онотмаҫҡа, яҡлауһыҙ ҡалдырмаҫҡа бурыслы.




Вернуться назад