Экологик хәл тотороҡланды17.02.2017
Ошо көндәрҙә Өфөлә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы коллегияһында сығыш яһаны. Ултырышта министрлыҡтың 2016 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә мөһим бурыстар билдәләнде.
– Республикала, шулай уҡ илебеҙҙә экологик хәл тотороҡланды. Байтаҡ мәсьәләләр буйынса алға китеш, яҡшы яҡҡа үҙгәреш бар, – тине төбәк етәксеһе. – Атмосфера һауаһының бысраныу кимәле түбәнәйә. Автомобиль транспортының артыуына ҡарамаҫтан, хәл яҡшыра башланы. Сәнәғәт предприятиеларының күпселегендә таҙартыу ҡорамалдарының ярайһы уҡ ышаныслы эшләүен беләбеҙ. Тәбиғәтте һаҡлау өлкәһендә контроль менән күҙәтеүҙең дә һөҙөмтәле булыуы мәғлүм. Тотош йәмғиәт һәм ошо мәсьәләләр өсөн яуаплы булған профессионалдар берләшмәһе тырышып эшләп, ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшкәндә генә экология проблемаларын хәл итергә мөмкин икәнлеген аңлайбыҙ.
Республика Башлығы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына, сәнәғәт предприятиелары сығарған зарарлы матдәләргә, техноген фажиғәләргә, эшҡыуарлыҡ вәкилдәре яғынан тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен боҙоуға бәйле мәсьәләләргә айырым иғтибар бирҙе.
– Башҡортостанда тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлегенең тормошҡа ашырылыуы беҙҙең тырышлыҡҡа, һәләтебеҙгә, намыҫыбыҙға, эште ойоштороу оҫталығына бәйле. Тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеген бизнес, өҫтәмә килем алыу мөмкинлеге тип ҡабул итергә ярамай, – тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев министрлыҡтың былтырғы йылда алып барған эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Һулар һауаны һаҡлау, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү, экологик хәлде күҙәтеү, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендәге хәл итәһе проб­лемалар тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеү булды. Артабан тормошҡа ашырыласаҡ эштәр тураһында килешелде.




Вернуться назад