Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләрбеҙме?17.02.2017
Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләрбеҙме? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты 1 мартты Башҡорт ғаиләһе көнө тип билдәләргә тәҡдим итте. Яҙҙың тәүге көнө менән бергә тәбиғәт тә уянған, күңелдәргә яҡтылыҡ бөркөлгән мәлдәрҙә, кешеләрҙең йөрәге лә яҡшылыҡҡа, Йыһан моңона ҡушылып, йәшел үләнгә баҫырға әҙерләнгән миҙгелдә Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләү – тереклек илаһи нурҙарға күмелгән кеүек, ғаиләләрҙә үҙенең йәшәү осоронда яғымлы яҙын да, йәмле йәйен дә, мул уңышлы көҙөн дә, ап-аҡ ҡышын да бергә кисереүгә ишаралыр, тип өмөт итәйек.
Башҡорт ғаиләһенең асылын, йәшәү рәүешен өйрәнгән ғалим Әнүәр Әсфәндиәров борон-борондан милләтебеҙҙең йорт усаҡтарында йолалар һаҡланыуын, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы, йәштәр айбарлығы булыуы хаҡында яҙҙы. Бындай милли байрамдың барлыҡҡа килеүе тап ғаиләләребеҙгә боронғо йолалар ҡото, рухы ҡайтыу көнө булһын! Аллаға шөкөр, Башҡортостаныбыҙҙа ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә башҡорт туйҙары, айыҡ байрамдар уҙғарыла башланы. Ошолар үҙе үк халҡыбыҙ тамырҙарынан һут алып, был быуатта яңы көс-ғәйрәт, ҡеүәт, иман нуры менән һуғарылһын!


Вернуться назад