Башҡортостандың иң оло йәштәге яҙыусыһы, Белорет районының Туҡан ҡасабаһында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Степан Злобин һәм Яныбай Хамматов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың иң оло яҙыусыһы Игорь Максимов 96-сы йәшендә вафат булды.Игорь Павлович Максимов 1921 йылда Иркутскиҙа тыуған. 1922 йылда ғаилә Башҡортостандың Бәләбәй районы Аксаков станцияһына күсеп килә, ә 1932 йылда атаһы, һуңынан бөтә ғаилә ағзалары Белорет районының Ермотаев махсус ҡасабаһына ебәрелә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһында, артабан Магнитогорск педагогия институтында уҡый. 1942 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына, хәрби училищела артиллеристар әҙерләү курсын үтә.
1943 йылдың июненән Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3-сө Украина фронттарында ҡаһармандарса һуғыша. Яралана, контузия ала. Еңеүҙе Венгрияның Вассербург ҡалаһында ҡаршылай. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, «Германияны еңгән өсөн», «Будапештты алған өсөн», «Венаны алған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.
Һуғыштан һуң 40 йыл Белорет районының Туҡан ауылы урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.
Игорь Павлович Максимовтың ижад юлы 1976 йылдан башлана. 1985 йылдан алып уның очерктары һәм хикәйәләре «Белорецкий рабочий», «Урал» гәзиттәрендә, «Бельские просторы» журналында баҫыла.
Уның бөтә ижады тыуған төйәгенә арналды. Ул тәбиғәт, тыуған төйәккә һөйөү, яҡташтары тураһында хикәйәләр яҙҙы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы булараҡ яҙыусыға һуғыш темаһы ла яҡын ине.
1997 йылда — «Тихая проза» тигән хикәйәләр йыйынтығы, 2002 йылда «Письма из Ермотании» китабы донъя күрҙе.
2004 йылда Игорь Максимов Яныбай Хамматов исемендәге премия лауреаты булды.
2010 йылда «Китап» нәшриәте «Письма из Ермотании» китабының икенсе баҫмаһын сығарҙы.
2013 йылда Башҡортостан әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Игорь Максимовҡа Степан Злобин исемендәге премия тапшырылды. Ветеранды абруйлы премия менән бүләкләү тураһында ҡарар 2013 йылдың аҙағында ҡабул ителһә лә, ул 2014 йылдың апрелендә генә бирелде.
2015 йылдың апрель айында яҙыусының «Там, где вечно дремлет тайга» тигән яңы китабы сыҡты, унда авторҙың «Белорецкий рабочий» гәзитендә донъя күргән хикәйәләре һәм баҫылмаған әҫәрҙәренең бер өлөшө ингән. Яҙыусыны тыуған төйәге, үҙе йәшәгән урын менән бәйле бөтә нәмә борсоно. Ул ҡыҫҡа ғына хикәйәләр түгел, үҙенең һәм геройҙарының кисерештәре менән һуғарылған әҫәрҙәр ижад итте.