Һүҙ оҫтаһына 34 йыл15.02.2017
Билдәле әҙибә, һүҙ оҫтаһы, 34 йыл ғүмерен мәғрифәткә арнаған замандашыбыҙ, Жәлил Кейекбаев, Мөхәмәтша Буранғолов, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премиялар лауреаты, башҡорт әҙәбиәтендә үҙ темаһы — халҡыбыҙҙың әүлиәләре хаҡында һүҙе булған Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева бөгөн күркәм юбилейын билдәләй. Ошо ҙур байрамы менән тәбрикләп, уға түбәндәге шиғырымды бүләк итәм.
Халҡына ул илһам өсөн ебәрелгәнЛирабыҙҙың оло күркәм байрамына
Йыйылғандар туғандар һәм дуҫтар бергә.
Есеме уның исеменә тура килгән,
Уйлау кәрәк — мотлаҡ Аллаһ тарафынан —
Халҡына ул илһам өсөн ебәрелгән!
Тормош юлы таҡыр ғына булмай шул ул,
Ғазаптар ҙа, шатлыҡтар ҙа кисерҙе ул,
Һылыу ҡыҙҙан тоғро ҡатын була белде,
Мәғрифәтсе һәм әҙибә — һәйбәт әсә
Үҙенә лайыҡ вариҫтарын да үҫтерҙе.
Сабый сағында тыңлаған Ҡөрьән моңо,
Өләсәһенең уҡый торған доғалары,
Саф шишмәләр, көмөштәй аҡ Мәндем һыуы,
Рухына һәм булмышына һеңеп ҡалған,
Дингә һөйөү өсөн ныҡлы нигеҙ һалған.
Изге төштәрҙе күрәлер тик изгеләр —
Әүлиәләрҙән төшөндә һабаҡ алды,
Тел ғилеме мөғәллимәһе булғанға,
Егәрлелек һәм талантын бергә ҡушып,
Әҙәбиәттә үҙенең юлын таба һалды.
Бына, хәҙер, ағинәйҙәр сафына баҫып,
Ғүмер буйы яҡтыртасаҡ халҡы аңын,
Әүҙем йәшәр, Иншаллаһ, артабан да,
Ижадындағы уңыштарға тик ҡыуанып.
Хаҡ динебеҙ нурҙарынан ҡеүәт алып!