Кемгәлер йүгереү оҡшай, икенселәр милли көрәште үҙ итә, бәғзеләр футбол уйнай. Әммә таһыллыҡты һәм сослоҡто талап иткән, ауыр спорт төрҙәренең береһе булған боксты тик көслөләр һәм ныҡыштар ғына һайлай.Әбйәлил районында спорттың был төрө алға киткән. Асҡарҙағы Балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илшат Ишмырҙин етәкселегендәге бокс секцияһына үҫмерҙәр теләп йөрөй. Ә бына ҡыҙҙарҙы тренер ҡабул итмәй. “Ни өсөн ҡыҙҙар юҡ?” тигән һорауға, ул: “Бокста көс ҡулланыла, гүзәл заттың матурлығына ғына түгел, һаулығына ла зыян килтерелеүе ихтимал”, – тип яуапланы.
“Йәштәр йорто”нда урынлашҡан бокс секцияһында әле ике төркөмгә ҡараған төрлө йәштәге һәм ауырлыҡтағы 40-ҡа яҡын бала үҙ-үҙен һаҡлау серҙәрен өйрәнә. Йәрәхәт алыу ихтималы ҙур булғанлыҡтан, бокс менән шөғөлләнгәндәргә тәүге көндәрҙән үк дәғүәсеңдән үҙ-үҙеңде һаҡлау алымдарын үҙләштереү мотлаҡ. Бының өсөн көндәлек күнекмәләр оҙайлы сәғәттәргә һуҙыла. Бәләкәй төркөмдәге спортсылар аҙнаһына өс тапҡыр күнекмәләргә килһә, өлкәндәр биш көн буйы “тир түгергә” мәжбүр.
I класта белем алған Камил Хәйруллин менән Батырхан Ғатауллиндарҙы секцияға атайҙары килтергән. Киләсәктә улдарының үҙҙәрен ышаныслы һәм көслө итеп тойоуҙарын теләгән ата-әсә уларҙың бокс серҙәренә төшөнөүен теләй. Ағаларынан ҡалышмай бокс бирсәткәләрен кейеп алған малайҙар махсус эленгән тупҡа бер туҡтамай һуға. Ныҡышмалылыҡтың ғына уңышҡа килтереүен аңлай Илшат Шәфҡәт улының тәрбиәләнеүселәре, шуға күрә тренерҙарының әйткән һәр һүҙен, һәр күрһәткән алымын теүәл башҡара.
Сәм, таһыллыҡ, көс һәм сабырлыҡ талап иткән был спорт төрөн үҙ иткәндәрҙең еңеүҙәре лә юҡ түгел. Искәндәр Фәттәхов, Рауил Әхмәтйәнов һәм Артур Ырғыҙбаев күптән инде Урал аръяғы, Магнитогорск ҡалаһы һәм Башҡортостан беренселегендә ҡатнашып, чемпион, призер исемдәренә лайыҡ булған. Әлегә уларҙың төп маҡсаты – бокс буйынса Рәсәй спорт мастеры нормативын үтәү. Егеттәр: “Әрмегә барһаҡ та, юридик факультетҡа уҡырға керһәк тә бокс менән шөғөлләнеүебеҙ тик файҙаға ғына буласаҡ. Иң мөһиме – сәләмәт йәшәүгә ылыҡтыра, ихтыяр көсө тәрбиәләй, үҙеңдә ышаныс уята”, – ти. Ир-ат өсөн ошонан да юғарыраҡ сифаттың булыуы мөмкинме һуң?!
Ҡасандыр үҙе лә Урал урта мәктәбендә бокс секцияһында шөғөлләнеп, артабан Күмертау физкультура техникумында белем алып, әрме сафында контракт буйынса хеҙмәт итеп, йәнә яратҡан эшенә ҡайтҡан Илшат Ишмырҙиндың бер нисә быуын спортсыһын үҫтереренә, уларҙы ил кимәлендәге ярыштарға алып сығырына, Рәсәй спорт мастеры нормативтарын үтәрлек алмашсылар тәрбиәләй алырына ышаныс ҙур.