Ҡаҙ түшкәһен сәпсек суҡый...15.02.2017
Баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә урынлашҡан Колхоз баҙарын белмәгән кеше юҡтыр. Күптәр бында ауыл еренән килтерелгән ит, һөт, эремсек, ҡаймаҡ кеүек сифатлы һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ аҙыҡ-түлек һатып алыу ниәтенән юллана.
Көн бик һалҡын булыуға ҡарамаҫтан, ҡаҙ ите алайым әле тип, бер көн иртәнсәк мин дә шунда киттем. “Меркурий” сауҙа комплексы ҡаршыһындағы ҡыйыҡ аҫтында теҙелгән рәттәрҙә ниндәй генә ризыҡ юҡ! Ҡаҙ түшкәләре лә эленгән, кәштәләргә теҙелгән. Һатыусынан:
– Ҡайһы яҡтан килтерҙегеҙ? – тип һорайым.
– Ауырғазынан, – ти ул. – Ҡай­һыһын үлсәйем?
Үҙемә оҡшаған бер түшкәне һайлап алдым да “Меркурий” эсенә кереп йылынып сығырға булдым. Өс кило ауырлыҡты күтәреп йөрөмәйем әле тип, ҡаҙымды һатыусы янында ҡалдырып торҙом. Комплекс бик үҙгәргән, заманса төҫ алған. Ҡаттар араһында эскалаторҙар эшләй. Хәҙер “бутик” тип йөрөтөлгән магазиндарында затлы-затлы кейем-һалым, төрлө йорт йыһазы, көнкүрештә кәрәкле тағы әллә күпме әйбер һатыла. “Бер килгәндә күреп китәйем инде” тип, комплекстың өс бинаһын да урап, ҡарап йөрөнөм. Әйләнеп сыҡҡанымда, көн ярайһы уҡ йылынғайны инде. Ҡаҙымды кире алайым тип, ит рәтенә яҡынлаш­ҡайным, иҫ-аҡылым китте: оҙон кәштәләге һыйыр, йылҡы, һарыҡ, тауыҡ, сусҡа иттәренең һәр киҫәгенә тип әйтерлек эреле-ваҡлы ҡош ҡунаҡлаған да рәхәтләнеп суҡый ғына! Минең ҡаҙыма ла бер юлы дүрт сәпсек ултырған. Һатыусы, ситтәрәк, термосын сығарып, сәй һемереп ултыра. Исмаһам, ҡоштарҙы ҡыуырға маташһасы!
– Ниңә иттәрегеҙ шулай асыҡ килеш ята, нисек тә ҡаплап булмаймы ни? – тип әйтмәй булдыра алманым.
Һатыусының яуабы таң ҡалдырҙы:
– Бер аҙ ҡош суҡығандан нимә була!
– Ҡалала ҡоштар сүплектәрҙә лә соҡоноусан бит, – тип, уның фекеренә ҡаршы киләм мин. – Вирус йоҡтороуҙары ихтимал.
– Харап икән! – ти ул. – Ҡулдан-ҡулға йөрөгән аҡсалар таҙараҡ түгел дә инде!
Уның менән һүҙ көрәштереүҙең мәғәнәһеҙ икәнлеген аңлап, автобус туҡталышына ыңғайланым. Артымдан ул:
– Йөрөйҙәр шунда, йәнде көйҙөрөп! Мине өйрәтеп торорға һин кем? – тип ҡысҡырынып ҡалды.
...Баҙар эсендә хаҡтар юғары. Унда күберәк хәлле халыҡ йөрөй. Башҡалар, аҙ-маҙ экономия булыр тип, урамдағы сауҙа менән мөрхәтһенергә мәжбүр. Әммә һәр кемебеҙ һатыусыларҙан тәртип-таҙалыҡ талап итергә хаҡлылыр, моғайын. Һәр баҙарҙа, һәр сауҙа нөктәһендә.




Вернуться назад