Йырлай-йырлай, илай-илай тарих һөйләй ҡумыҙ...15.02.2017
Йырлай-йырлай, илай-илай тарих һөйләй ҡумыҙ... Атай-олатайҙарымдың ауазын, күңел аһәңдәрен ишеттем мин бында. Ул аһәң өзләү менән йөрәкте тиртеп килеп сыҡты ла, ҡумыҙҙың саф моңо менән бәрелешеп, залда ултырған һәммәбеҙҙе боронғолоҡҡа олаҡтырҙы. Уянаһы килмәй ине ошо сихри тауыштарҙан, айнығы килмәй ине шул боронғо донъянан.
Йырлай-йырлай, илай-илай тарих һөйләй ҡумыҙ... Ана, хан ҡыҙы менән егет күренеп ҡала, уларҙың әйтеше башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы ҡумыҙ теле менән бирелә. Ә инде донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов атлы уҙаман был әйтеште беҙгә моң аша еткергәнсе, алдыбыҙҙағы экрандан ҡомло анимацияла хан ҡыҙының наҙланғанын күрәбеҙ. Замана технологияһының был сихри асышын Екатерина Король экранға төшөрҙө. Сараны алып барған Алина Насибуллинаның милли көйҙәр хаҡындағы һүҙҙәре, һүрәт менән музыка барыһы бер бөтөн булып тамашасыларға милли моңдоң бөтә нескәлеген тойорға ярҙам итте лә инде.
Хәйер, шуныһына ла иғтибар итергә кәрәктер: бындай алымға ҡоролған тамашаның әле республикабыҙҙа булғаны юҡ ине. Ҡумыҙ һәм өзләүҙән генә торған тамашаны тәҡдим иткән Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тәүгеләрҙән тип әйтһәк тә була. Ә инде уның был сарала төрки халыҡтарҙың ун бишләгән төрлө ҡумыҙында уйнауы үҙенең уникаль музыкант икәненә ҡабат-ҡабат инандырҙы.
Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың бер ниндәй музыкаль белеме юҡ. Мәсетле районының Һөләймән ауылында һигеҙенсе класты тамамлағас, ул Мәсәғүт педагогия училище­һына уҡырға инә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы белгеслеген һайлай. Унан һуң Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатында эш башлай.
Ә ҡумыҙҙа уйнау һәләте уға ҡайҙан килгән һуң? Ун бер балалы ҙур ғаиләлә тыуып үҫкән Миңлеғәфүр Миңләхмәт улына был һәләт атай-әсәйҙән күскән. Бер-беребеҙгә өйрәтеп ултырманыҡ, барыбыҙға ла ҡандан бирелде гармунда, ҡумыҙҙа уйнау, тигәйне ул. Тик оҫта өзләүгә яуаплыраҡ ҡарай, уны тәрәнгә төшөп ун биш йыл буйы өйрәнә. Һәм, ниһайәт, үҙенең әҙер булыуын аңлағас ҡына сәхнәгә сыға. Был уға уңыш килтерә лә инде, хәйер, бер үҙенә генә түгел, ә тотош милләтебеҙгә. Ни тиһәң дә, ул – “Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы” исемен яулаған күп халыҡ-ара бәйгеләр еңеүсеһе.
Хәйер, геройым үҙе был йәһәттән тыныс. Балаларға хас эскерһеҙлеге, ихласлығы ярылып ята йөҙөндә. Атай-олатайҙарыбыҙҙан күсә килгән олпатлыҡ һәм тыныслыҡ. Уның маҡсаты – үҙе белгәнде, өйрәнгәнде олоһона ла, кесеһенә лә өйрәтә барыу.
Миңлеғәфүр Зәйнетдинов кеүек ир-уҙаман­дарыбыҙ барҙа, улар йәшен-ҡартын йыйып өзләргә, ҡумыҙҙа уйнауҙы өйрәтеү менән шөғөлләнгәндә, беҙҙең милли йәһәттән киләсәгебеҙ ышаныслы.


Вернуться назад