Бөгөн бөтә донъя Изге Валентин йәки Ғашиҡтар көнөн билдәләй. Был көндә беҙ яҡын кешеләребеҙгә йөрәк түренән сыҡҡан иң йылы мөхәббәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Күптәр Ғашиҡтар көнөн хис-тойғоһон асыр өсөн көтөп ала. Бер көн генә булһа ла икенсе яртыңды һөйөндөрөү көндәлек тормошҡа сағыу биҙәк өҫтәй, ғаилә мөнәсәбәттәрен нығыта.
Һуңғы арала туйҙарын сит илдә үткәреүселәр күбәйҙе. Был осраҡта ике ҡуяндың ҡойроғон бер уңай тотаһың – никах байрамын да уҙғараһың, ял да итеп ҡайтаһың. Йәштәрҙең күбеһе туйҙарын үҙенсәлекле итеп үткәреү яҡлы. ЗАГС-та яҙылышып, һәйкәлдәр янында фотоға төшөп, кискә байрам итеү менән генә сикләнмәйҙәр. Был мәсьәләгә бик етди ҡарап, алдан сценарий төҙөйҙәр. Хатта кәләш менән кейәү бейеү түңәрәгендә махсус шөғөлләнеп, туйҙарында ҡунаҡтарҙы хайран ҡалдырған осраҡтар бик күп. Ә иң мөһиме – йыш ҡына туйҙар ниндәй ҙә булһа тематикаға бағышлана.
...Алексей менән Регина бала саҡтан ике тәгәрмәсле транспорт менән мауыға. Велопарадта ҡатнашҡанда танышалар. Уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары йәштәрҙе ҡауыштыра. Ғөмүмән, йәштәр спорт менән йәшәй, тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Ҡыш тау саңғыһында шыуһалар, яҙғы ташҡын ваҡытында кәмәлә йөҙәләр, йыл әйләнәһенә велосипедта йөрөйҙәр. “Эҫе көндә генә түгел, хатта ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла велосипедта йөрөп килмәһәк, күңелебеҙ булмай. Ул – беҙҙең өсөн алыштырғыһыҙ транспорт”, – ти Регина.
Бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң Алексей Регинаға тәҡдим яһай. Туйҙарын уларҙы таныштырған, ҡауыштырған ике тәгәрмәсле транспортта үткәрергә булалар. Туй көнөн 2013 йылдың 7 июнендә яһайҙар.
“Атай-әсәйем бындай идеяға ҡаршы булманы, әммә үҙҙәре велосипедҡа ултырманы. Барлыҡ дуҫтарыбыҙ беҙгә ҡушылды. 70 велосипедсы ҡала урамдарынан үтте. Бөтә халыҡ беҙгә хайран ҡалды. Балдаҡтарҙы бер-беребеҙгә Салауат Юлаев майҙанындағы фонтан күперендә бүләк иттек. Туй мәжлесен тынсыу ресторанда түгел, асыҡ һауала үткәрҙек. Тантана күңелле уйындар, матур урындарҙа фотоға төшөү, һүрәт төшөрөү менән хәтеребеҙҙә ҡалды. Минең гөлләмәм елгә таралып бөттө – шуныһы үкенес. Ғөмүмән алғанда, беҙ барыһынан да ҡәнәғәт ҡалдыҡ. Никахыбыҙҙың юбилей көнөндә ҡунаҡтарыбыҙҙы, дуҫтарыбыҙҙы саҡырып, ошолай уҡ ҡала урамдарынан үтергә уйлайбыҙ”.
...Резида менән Алексей Сухолобовтар 2014 йылдың 14 февралендә яҙылышҡан. Мөхәббәт тарихы мәктәп йылдарында башлана. Оҙаҡ дуҫлашып йөрөгәндән һуң, Алексей ҡыҙға тәҡдим яһай. “Беҙ икебеҙ ҙә бер урында ултырырға яратмайбыҙ, әүҙем спортты үҙ итәбеҙ. Йыш ҡына сәйәхәт ҡылабыҙ. Һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы шөғөл уйлап табабыҙ.
Икебеҙ ҙә тау саңғыһы менән мауығабыҙ. Күңелле булһын тип, туйыбыҙҙы тау һыртында ойошторҙоҡ. Яҙылышҡас, Резида менән саңғыла шыуҙыҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Иң бәхетле көндәреңдең береһен яратҡан шөғөлөңә арнау – икеләтә ҡыуаныс. Беҙҙең өсөн Ғашиҡтар көнө – иң сағыу, күркәм, тәьҫораттарга бай байрамдарҙың береһе, икеләтә байрам. Шуға Изге Валентин көнөн көтөп алабыҙ, бер-беребеҙгә бүләктәр әҙерләйбеҙ. Был көн йыл да ниндәйҙер мөғжизә алып килгән кеүек”, – тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Сухолобовтар.