Ниндәй һөнәргә мохтажлыҡ ҙур?14.02.2017
Хоҡуҡ мәсьәләләре буйынса берәй проблемаһы тыуып, юристарға мөрәжәғәт иткән кеше был һөнәрҙе күңелһеҙ һәм ялыҡтырғыс тип күҙ алдына килтерә. Ғәмәлдә уның да ҡыҙыҡлы яҡтары бар.
Адвокаттарҙың, мәҫәлән, Бо­ронғо Римда ла эшләүе билдәле. Улар судҡа йыйылған халыҡты матур һәм ялҡынлы телмәре менән үҙенә ҡаратырға тырыш­ҡан, сөнки суд хөкөмдө кешеләр төркөмөнөң нимә талап итеүенә ҡарап сығарған.
Факттар һәм мәғлүмәттәр ме­нән оҫта эш итә белгән юристар ғына үҙ һөнәрендә уңышҡа ирешә. “Правда.ТV-ru” агентлығы мәғлү­мәт­тәре раҫлауынса, юристың профессиональ һүҙлегендә 15 мең самаһы һүҙ бар. Сағыштырыу өсөн: эшсе һөнәрҙәре вәкилдә­рендә был күрһәткес алты мең, ә фермерҙыҡында хатта мең ярым ғына тәшкил итә.
Хоҡуҡ белгестәре – хеҙмәт баҙарында иң күп талап ителгәне. Улар араһынан бигерәк тә һалым һәм корпоратив хоҡуҡ хеҙмәт­кәрҙәренә мохтажлыҡ ҙур.
Юристарға үҙ эшмәкәрлегендә күп кенә ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға осрарға тула килә. Мәҫәлән, Из­раилдә бер ҡатын телевидениены һауа торошон дөрөҫ әйтмәгән өсөн судҡа биргән һәм еңеп сыҡ­ҡан – уға бер мең доллар түлә­гәндәр. Баҡһаң, телевизорҙан көндөң аяҙ буласағы хаҡында иҫкәрткәндәр, һәм әлеге ҡатын урамға еңелсә генә кейенеп сыҡ­ҡан. Ләкин көслө ямғыр башланып киткән, ул ныҡ ҡына күшеккән һәм һалҡын алдырған. Һөҙөмтәлә ҡатын дарыу өсөн 38 долларын тотонған һәм ҙур ғына стресс кисергән.
Был һөнәр буйынса белгестәр бөтә донъяла күпләп уҡытып сығарыла. Рәсәйҙә, мәҫәлән, 1 165 уҡыу йорто юристар әҙерләй, шуларҙың 52-һе – профилле инс­титуттар. Йыл һайын беҙҙең илдә 150 мең кеше юрист дипломы ала, шуларҙың 20 проценты Мәскәү ҡалаһына тура килә.


Вернуться назад