Енәйәтсе етәксе булмаһын14.02.2017
Күптән түгел республикабыҙ парламентында “Ижтимағи берекмәләр тураһында”ғы Федераль законға төҙәтмәләр индереү буйынса проект әҙерләнде. Дәүләт Йыйылышы ҡарары менән артабан Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы ҡарауына ебәреләсәк был документ ауыр һәм үтә ауыр енәйәт ҡылғандарҙы йәмәғәтселек ойошмалары етәкселегенә индереүҙе тыйырға тәҡдим итә.
Илебеҙҙә гражданлыҡ йәмғиәте аҡрынлап ойоша һәм камиллаша бара. Уларға намыҫлы кешеләр генә етәкселек итергә һәм енәйәт­сел төркөмдәрҙең йоғонтоһонан ҡурсаланырға тейеш. Башҡорт­остан депутаттары фекеренсә, енәйәтсел “авторитет”тар төрлө йәмәғәтселек ойошмалары артына ышыҡланған, һәм улар аша үҙҙәренең законды боҙоп йы­йылған аҡсаһын легалләштереү менән шөғөлләнгән мәлдәр тарихта булғыланы. Шуға күрә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тәҡдим иткән проект ошондай енәйәт ҡылғандарға ғына түгел, ә хөкөм язаһын тултырып ҡайт­ҡандарға ла ҡағыла.
Әле ғәмәлдә булған ҡануниәт ҡайһы бер сикләүҙәрҙе күҙ уңында тота. Мәҫәлән, суд ҡарары менән экстремистик эшмәкәрлектә ғәйеп­ләнгән, шулай уҡ иркенән мәхрүм ителгән кешегә йәмәғәтселек берекмәһен ойоштороу һәм унда ҡатнашыу тыйыла. Ләкин шул уҡ ваҡытта элегерәк ойошторолған ижтимағи берекмәнең етәксеһе итеп ауыр һәм үтә ауыр енәйәт ҡылған өсөн хөкөм ителгән кеше тәғәйенләнеүе йәки һайлап ҡуйылыуы әле булһа осрай. Был хәл граждандар йәмғиәтенең мөһим өлөшөн тәшкил иткән йәмәғәтселек ойошмаларының яманатын сығара һәм халыҡ араһында уларҙың абруйын төшөрә. Ә был ойошмаларҙың ағзалары үҙ етәкселәренең ҡа­сандыр енәйәт ҡылғаны тура­һында ваҡытында хәбәрҙар булмауы ла ихтимал.


Вернуться назад