Милли ихатала беҙгә урын ҡайҙа?30.03.2012
Былтыр сентябрҙә Көйөргәҙе районының “Йәнтөйәк” халыҡ фольклор ансамбле Һарытау ҡалаһында “Волга буйы ихатаһы” (“Волжское подворье”) тип аталған халыҡ-ара этнофестивалдә Башҡортостан исеменән сығыш яһап ҡайтты. Унда Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән төрлө фольклор ансамблдәре ҡатнашты. “Йәнтөйәк”тең сығыштарын Һарытау тамашасыһы йылы ҡабул итте. Башҡорт халҡының йырҙары, дәртле бейеүҙәре, бигерәк тә ҡурай моңо күңелдәрҙе ҡанатландырҙы, оло ҡыҙыҡһыныу уятты.
Иҫән-һау йөрөп, йөкмәтелгән бурысты еренә еткереп үтәп ҡайттыҡ. Ансамбль ағзалары, оло йәштә булһалар ҙа, юлдың оҙонлоғона бирешмәне, фестивалдән алған тәьҫораттар, киреһенсә, күтәренке кәйеф, дәрт-ҡеүәт өҫтәне. Ләкин, ул ваҡиғаларҙан һуң өс-дүрт ай үтһә лә, күңелде ҡырған күренештәр һаман тынғы бирмәй. Был хаҡта йәнебеҙ әрнеп, һөйләшеп килдек ҡайтыр юлда. Ҡыҫҡаһы, әҙип әйтмешләй, “Милләтемде һөймәһәм, ҡулға ҡәләм алмаҫ инем...”
2011 йылдың 10 сентябрендә Һарытауҙың Еңеү паркында “Живая нить традиций” тип исемләнгән милли йолалар программаһы үтте. “Национальная деревня народов Саратовской области” комплексында башҡорттарҙың үҙ урыны, дөрөҫөрәге, хатта мөйөшө лә булмай сыҡты. Беҙҙең өсөн ҡаҙаҡтарҙың ихатаһы алдында туҙып бөткән бәләкәй генә бер палатка ҡуйылғайны. Тәүҙә шаңҡып ҡалдыҡ, ер тишегенә инеп китерҙәй булып оялдыҡ. Әммә албырғап торорға ваҡыт юҡ — “йорт”обоҙҙо тейешенсә биҙәп, бер сәғәттән оло ҡунаҡтарҙы ҡаршы алырға кәрәк. Алып барған һый-хөрмәтте, милли йолаларыбыҙҙы шул меҫкен палатка алдында күрһәтергә мәжбүр булдыҡ.
Комплекста Һарытау өлкәһендә йәшәүсе һәр милләткә айырым ихата төҙөргә ер бүлеп бирелергә тейеш булған. Ихаталарҙы һанап китеү кәрәктер: беренсе булып урыҫтарҙыҡы урынлашҡан, артабан — йәһүд, ҡаҙаҡ, әрмән, үзбәк (уларҙың ҙур ике өйө, виноград үрелеп үҫкән йәйге сәйханаһы ла бар, хатта түтәлдәрендә мамыҡ үҫеп ултыра), сыуаш, татар, украин, азербайжан, Дағстан, Корея... Улар барыһы ла еренә еткереп төҙөлгән: кеше төпләнеп йәшәрлек, донъя көтөрлөк итеп йыһазландырылған, тейешенсә биҙәлгән. Ҡайһы берҙәре икешәр ҡатлы, кирбестән бейек башнялары ла бар. Татар ҡәрҙәштәребеҙҙең ихатаһы бигерәк оҡшаны: ҙур иркен ағас йорт, ишек алды ҡаралтылары, мунса, башҡа кәрәк-ярағы, өй эсендә бөтөн йыһаз бар, хатта сәңгелдәк эленгән, самауырҙары ҡайнап ултыра. Татарстан делегацияһы рәхәтләнеп, үҙ илендә, үҙ йортонда йәшәгәндәй, ҡунаҡ булып ҡайтты.
Ә беҙҙе был хәл тәрән уйға һалды. Ни өсөн Һарытау өлкәһенең төп халҡы булған башҡорттар иҫәпкә алынмай? Ниңә ошо “милли ауыл”да уларҙың үҙ урыны юҡ? Һарытау өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы был мәсьәләне кисекмәҫтән хәл итеү юлын эҙләһен ине. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла был мәсьәләне контролгә алырға тейештер. Битарафлыҡ — мәкергә ҡоролған бер хәйләлер, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Милләтебеҙҙең хәленә битараф булмайыҡ, туғандар!
Белеүебеҙсә, Һарытау өлкәһенең Пугачев исемендәге һәм Перелюб райондарында милләттәштәр күпләп йәшәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, аҫаба башҡорттар Һарытауҙа шундай фестиваль уҙғарылыуын белмәй ҙә ҡалды тип әйтһәк, һис хата булмаҫ. Беҙҙең делегацияны башҡорт милләтенән бер кем дә ҡаршыламаны...
Мәсьәләне республика кимәлендә хәл итеп, Башҡорт ихатаһы төҙөргә тәҡдим яһайбыҙ. Ул башҡаларҙыҡынан кәм булмаһын, өҫтәүенә ихатаның эсендә, ныҡлы йорт һәм ҡаралтыларҙан тыш, башҡорт тирмәһе лә ҡуйылырға тейеш.
Ил гиҙеп, донъя күреп йөрөүсе яҡташтарыбыҙға башҡа халыҡтар алдында үҙ милләтенең хәле өсөн беҙҙең кеүек оялырлыҡ, ғәрләнерлек булмаһын, киреһенсә, башҡорттар хаҡында ғорурланып һөйләй алһын улар. Берҙәмлек йәһәтенән өлгө күрһәтерлек халыҡтар бар бит. Мәҫәлән, шул уҡ йәһүдтәр, бар донъяға таралһа ла, берҙәм ғаилә кеүек татыу, бер-береһен күтәреп йәшәй.
Альберт ЮЛДЫБАЕВ,
Эльфрида ТАЛИПОВА.


Вернуться назад