Электрон тәмәке зыянһыҙ түгел14.02.2017
Федерация Советының социаль сәйәсәт буйынса комитеты рәйесе Валерий Рязанский белдереүенсә, электрон тәмәке лә, никотинлыһы кеүек, һаулыҡҡа берҙәй зыян килтерә һәм илебеҙҙә уны һатыуҙы көйләүсе махсус регламент булырға тейеш.
“Был продукт, – тип борсола Рязанский, – ҡәҙимге тәмәкегә альтернатива ғына булып тора, ул бер нисек тә никотинды алмаштырыусы зыянһыҙ ғәмәл йәки тәмәке тартыуҙан ҡотола торған ысул түгел. Етештереүсе лә иҫкәртә: электрон тәмәке никотинлыға тиң. Шул уҡ ваҡытта ул иркен һатыуҙа, сикләүҙәр юҡ. Электрон тәмәкене тартыуҙың регламенты булмағас, тимәк, һатыу даирәһе лә киңәйгәндән-киңәйә барасаҡ, сөнки етештереүсегә тауарын таратыу зарур”.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Финанс һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары тәмәке тартыуға ҡаршы 2022 йылға тиклемге концепция проекты буйынса уртаҡ фекергә килә алмаған. Сәбәбе – документта тәмәкегә акциздарҙы күтәреү һәм өҫтәмә һалымдар индереү кеүек талаптарҙың булыуы. Проектта шулай уҡ электрон тәмәкене ҡәҙимге тәмәкегә тиңләү, тартыу тыйылған урындарҙың исемлеген киңәйтеү, 2015 йылдан һуң тыуғандарға тәмәке һатыуҙы бөтөнләй рөхсәт итмәү (хатта бәлиғ булғас та) кеүек тәҡдимдәр ҙә бар.