Һай, мәргән дә ҡыҙ бала...14.02.2017
Һай, мәргән дә ҡыҙ бала... Ҡатын-ҡыҙҙы йыш ҡына сәскәгә тиңләйҙәр. Әммә йөҙөнән нурҙар бөркөлөп торған, һөйкөмлөлөгө менән таң ҡалдырған гүзәл зат булыуына ҡарамаҫтан, бөгөнгө геройыбыҙҙы сәскәгә түгел, имәнгә тиңләр инек, сөнки тәү ҡарашҡа нескә генә күренһә лә, ҡыштың ыжғыр бурандарына бирешмәгән, елдәргә сайҡалмаған имәндәр ныҡлығы хас уға.
Зинира Садиҡова-Кибиткина һау-сәләмәт бала булып донъяға килә. Ике йәш ярымға тиклем тиҫтерҙәренән бер ни менән дә айырылмай: мәле еткәс, ултыра башлай, тәпәй баҫа, атлап китә. Бер-береһе һәм балалары өсөн өҙөлөп торған ата-әсәнең бәхете сикһеҙ була. Тик һин тигәнсә генә барһа, донъя донъя буламы һуң инде?! Полиомиелитҡа ҡаршы яһалған прививканан һуң сабыйҙың аяҡтары йөрөмәй башлағас, Садиҡовтар өсөн аяҙ көндә йәшен һуҡҡандай тойола. Ҡайғыға баш эймәйҙәр, ҡулдан килгән һәм хатта килмәгәндең барыһын да эшләйҙәр, тик... уларҙың да, табиптарҙың да барлыҡ тырышлығы бушҡа китә, сабый үҙаллы атлауҙан мәхрүм ҡала.
1986 йылда ғаилә Күмертау ҡалаһынан Йомағужа ауылына күсеп килә. Наил Сәми улы һыу һаҡлағыс төҙөлөшөндә башкөллө эшкә сума, Фәүзиә Ғиззәт ҡыҙы иһә бар иғтибарын өс балаһына йүнәлтә.
– Беҙҙең өсөн өҙөлөп торған атай-әсәйемә рәхмәтем сикһеҙ, улар бул­маһа, яҙмышымдың ниндәй боролош алырын күҙ алдына ла килтер­мәйем. Мине һаҡлап торған фәрештәгә тиң ҡәҙерлеләремдең ышанысы көс бирә, ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә. Улар бар саҡта бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, бөгөн йығылам икән, иртәгә күтәре­лә­сәкмен, аҙымлап булһа ла үҙ маҡсат­тарыма табан барам. Бары тик улар иҫән-һау булһын, – ти ҡыҙ донъялағы иң яҡын кешеләре хаҡында.
Төп дөйөм белемде Зинира Өфө ҡалаһының 13-сө махсус мәктәбендә ала. Уҡыу йылдарында уҡ уҡытыусы­ларын үҙенең үҙаллылығы, маҡсатҡа ынтылышлылығы менән хайран ҡалдыра. Кластарында ғына түгел, мәктәптә лә иң әүҙем уҡыусыларҙың береһе була, аккордеонда уйнарға, теген машинаһында эшләргә, бәйләргә, аш-һыу бешерергә өйрәнә, секретарь һөнәрен үҙләштерә, етмәһә, шахмат, шашка, еңел атлетика кеүек спорт уйындарына ла ваҡыт таба.
Мәктәпте өйҙә тамамларға тура ки­леүенә ҡарамаҫтан, үҙенә ялҡау­ланырға юл ҡуймай, һөҙөмтәлә аттестатында “бишле” билдәләре генә урын ала.
Уның хәлендәге башҡа берәү, бәлки, урта белем алыу менән генә мөрхәтһе­нер ине, әммә үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып өйрәнгән Зинира күптәнге хыялынан баш тартырға уйламай һәм юғары белем алыу өсөн йәнә Өфөгә – Көнсығыш иҡтисад-гуманитар академия­һына юллана. Ситтән тороп уҡыу, әлбиттә, еңел бирелмәй, һәр сессия һайын ҡыҙын баш ҡалаға йөрөтөү өсөн атаһына оҙайлы ял алырға тура килә.
– Йәл, атайым минең менән бергә уҡыманы, ул да диплом алыр ине, – тип йылмая Зинира.
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан – алты йылдан ҡулына диплом ала. Әйт­кәндәй, диплом эшен ул “Инвалидтарҙы социаль яҡлау” темаһына арнаған, практиканы райондың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау бүлегендә үткән.
Райондың инвалидтар ойошмаһы рәйесе Әнисә Демченко менән танышыу Зинираның тормошонда өр-яңы биттәр­ҙе аса. Ойошманың иң әүҙем ағзала­рының береһенә әйләнгән ҡыҙ физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында уҙғарылған район, республика, төбәк-ара спорт ярыштарында күп тапҡыр призлы урындар яулай.
Вело һәм йәйәүле туризм, һыу туризмы, туристик күпбәйге, еңел атлетика, коляскала йүгереү, ҡул көрәше, шахмат – спорттың был төрҙәре хәҙер инде Зинираның тормошонда ныҡлы урын алған. Уның еңеүҙәрен һанап сығыу өсөн гәзит бите лә етмәҫ. Төрлө миҙалдары, кубоктары, дипломдары араһында Башҡортостан чемпионатында, асыҡ республика ярыштарында, Бөтә Рәсәй туриадаларында үрҙә телгә алынған спорт төрҙәре буйынса I, II, III урынды яулағаны өсөн бирелгәндәре бихисап.
Еңеүҙәр күп, ә бына улар нигеҙендә күпме рухи һәм физик көс ятҡанлығын Зинира үҙе һәм яҡындары ғына белә. Шуғалыр ҙа уның тормош девизы – “Иң ҙур еңеү – үҙ-үҙеңде еңеү!” Өлгә­шелгәндәр менән генә туҡтап ҡалмай ул, тормошон тағы ла сағыуыраҡ итеү өсөн туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләй. Бынан бер нисә йыл элек спорттың яңы төрөн – уҡтан атыуҙы үҙләштереүе лә шуға асыҡ миҫал. Башта Йомағужанан йөрөп (уның “тимер ат”ты ауыҙлыҡлауына тиҫтә йылдан ашыу), Салауат ҡалаһының “Олимп” спорт мәктәбендә шөғөлләнә, аҙаҡ, көн дә алтмыш саҡрым араны үтеү ҡыйын була башлағас, газ хеҙмәтенә диспетчер-оператор булып эшкә инә һәм ҡалала йәшәй башлай. Тренеры Борис Кузнецов әйтеүенсә, ҡыҙ – өмөтлө спортсыларҙың береһе, Башҡортостандың уҡтан атыу буйынса паралимпия йыйылма командаһына индерелгән, Сыуаш Республикаһының Яңы Чебоксар ҡалаһында терәк-хәрәкәт аппараты зарарланғандар араһында йәйәнән (яндан) атыу буйынса Рәсәй кубогы һәм беренселегендә W-2 класындағы ҡатын-ҡыҙҙар араһында классик йәйә буйынса өсөнсө урынды яулап, диплом һәм миҙалға лайыҡ була.
2016 йыл уның өсөн айырыуса иҫтәлекле – өс йыл дуҫлашып йөрөгән Көйөргәҙе районы егете Николай Кибиткин менән сәстәрен-сәскә бәйләгән­дәр. Хәҙер инде йәш ғаилә төрлө ярыштарға бергәләп йөрөй.
Тормош кешегә үҙе күтәрә алырлыҡ һынауҙарҙы ғына бирә, тиҙәр. Зинира өлөшөнә төшкәнде күтәрер өсөн саҡматаштай ныҡлыҡ кәрәктер... Яҙмыш һынауҙарын һыҡтанмай-һыҡранмай үткәргән, таяҡтан тыш үҙаллы йөрөй алмауына ҡарамаҫтан, тормоштоң төрлө өлкәләрендә бихисап үрҙәр яулаған ҡыҙ ысын мәғәнәһендә күптәргә өлгө булырлыҡ.


Вернуться назад