“Ауаз”ды башҡорт моңо байытты30.03.2012
Ай башында Төркиәнең “Ауаз” дәүләт телеканалында өс сәғәт барған иртәнге “Яңы көн” тапшырыуы Башҡортостанға һәм башҡорт мәҙәниәтенә арналды. Унда республикабыҙҙың Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһындағы (ТӨРКСОЙ) вәкиле Әхәт Сәлихов менән ошонда йәшәүсе башҡорт ханымдары — йырсы Әлфиә Беслер, бик күп заманса йыр авторы Сәриә Вәлиева, веб-дизайнсы Зилә Хажина — ҡатнашты.
Тарих, әҙәбиәт һәм милли аш-һыу тураһындағы әңгәмәлә Измирҙа йәшәүсе Әлфиә Беслер башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарҙы. Зилә Хажина иһә ире Рим менән берлектә асҡан “Башҡорт аш-һыуы” сайты хаҡында һөйләне, тамашасыларға төрөк журналдарында донъя күргән эштәрен күрһәтте, үҙенең “Күбәләк” тип аталған хикәйәһен уҡыны. Сәриә Вәлиева ла ижады тураһында бәйән итте, үҙ ҡулдары менән сиккән биҙәктәрен күрһәтте, шиғырҙарын һәм Рәми Ғариповтың “Туған тел”ен һөйләп ишеттерҙе.
Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов башҡорт мәҙәниәте, донъя кимәлендәге ойошма тарафынан төрки халыҡтарҙың рухи-мәҙәни ҡаҙаныштарын киң йәмәғәтселеккә танытыу буйынса алып барылған эшмәкәрлек, Әхмәтзәки Вәлиди Туған йылындағы саралар хаҡында сығыш яһаны. Тура эфирҙа бөйөк милләттәшебеҙҙең Истанбулда йәшәүсе ҡыҙы Иҫәнбикә Туған, Башҡортостан телевидениеһында тапшырыу алып барыусы Асия Сәлихова, композитор Урал Рәшитов, Эскешәһәр ҡалаһындағы Урал-Волга буйы төркиҙәре йәмғиәте етәксеһе Әбделвәхит Эрден менән телефон аша бәйләнешкә сыҡтылар. Шулай уҡ төрлө илдә йәшәүсе тамашасыларҙан электрон почтаға килгән хаттар уҡып ишеттерелде.
Программала төрөк телевидениеһы архивында һаҡланған мәғлүмәттәр, Рияз Исхаҡовтың “Балҡантау” клибы, Сәрүәр Суринаның сигеүҙәр тураһында документаль фильмынан өҙөк файҙаланылды.
Ә. САФИН.
Төркиә.


Вернуться назад