Башҡортостан юлдарында заманса машиналарҙың көнләп түгел, сәғәтләп күбәйә барыуына сит ил маркаларының республикалағы сауҙа вәкилдәре ҙур өлөш индерә. Кемгә – кәсеп, кемгә – ихтыяж, тигәндәй, улар байый, ә беҙ яҡшы автомобилдәр алып һөйөнәбеҙ. Тағы ла күберәк кешене үҙенә йәлеп итеү өсөн эшҡыуарҙар яңынан-яңы сауҙа үҙәктәре аса.
Яңыраҡ Европала киң билдәле «Шкода» маркаһының Өфөләге рәсми вәкиле булған «МС Моторс» компанияһы ла дилер үҙәген асты. Уның директоры Альфред Хәйретдиновтың әйтеүенсә, төп маҡсат – һатып алыусыларҙың ихтыяжын нығыраҡ ҡәнәғәтләндереү, сауҙа һәм хеҙмәтләндереү сифатын үҫтереү. Тап ошо мәсьәләләргә өҫтөнлөк биреүе арҡаһында йәмғиәт «Шкода»ның төбәк дилерҙары араһында алдынғылыҡ яулаған. Автоүҙәк 2006, 2007, 2008 йылдарҙа әлеге марканың Рәсәйҙәге иң яҡшы сауҙа вәкиле булып танылды, өс йыл элек хеҙмәтләндереү буйынса ил кимәлендәге конкурста еңеп сыҡты.
Трамвай һәм Адмирал Макаров урамдары киҫешкән ерҙә урынлашҡан яңы үҙәк заманса архитектураға ярашлы төҙөлгән, дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат метрға яҡын. Күргәҙмә залына «Шкода»ның барлыҡ моделдәр рәтен һыйҙырырға мөмкин. Сервис өсөн ике мең квадрат метрға яҡын урын бүленгән, унда 14 пост хеҙмәтләндерә. Автомобилдең моторын, йөрөү өлөшөн, электр приборҙарын ғына түгел, кузовын да йүнәтеп бирә алалар, өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйҙыртыу мөмкинлеге лә бар.
Үҙәкте асыу тантанаһына «Шкода» маркаһының Рәсәйҙәге етәксеһе Любомир Найман үҙе килгәйне. «Башҡортостандың «МС Моторс» йәмғиәте сауҙа һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә ҙур тәжрибәгә эйә, уның артабанғы үҫешенә ныҡлы ышанам, – тип белдерҙе ул. – Яңы үҙәк беҙҙең брендтың Рәсәйҙәге генә түгел, донъялағы абруйын нығытыуға ла булышлыҡ итәсәк».
Тантана уңайынан күңелле тамаша ойошторолдо. Һәр ваҡыттағыса «МС Моторс» милли мәҙәниәткә өҫтөнлөк биргән: йыйылыусылар алдында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, үҙенең «Ҡурайсы» төркөмө менән Роберт Юлдашев сығыш яһаны.
М. ДАЯНОВ.