Белешмә урынына – өҙөмтә14.02.2017
Ил ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә ярашлы быйылғы 1 ғинуарҙан күсемһеҙ милек объекттарының кадастр хаҡы хаҡында мәғлүмәттәр Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә рәүешендә бирелә.
Ерҙең, йорттоң йә фатирҙың кадастр хаҡын яңынан иҫәпләтергә уйлаһағыҙ, “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ҡарамағындағы махсус комиссияға элекке белешмә урынына объекттың кадастр баһаһы тураһында Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт реестрынан өҙөмтә тапшырырға тейеш булаһығыҙ. Шуныһын белеп ҡуйығыҙ: бындай документтарҙы күп функциялы үҙәктәр һәм “Росреестрҙың Федераль кадастр палатаһы” федераль дәүләт бюджет учреждениеһының Башҡортостан филиалы теләгән һәр кешегә күп тигәндә өс эш көнө эсендә бушлай эшләп бирә.