Хоҡуҡтарыңды беләһеңме?14.02.2017
15 февралдә Өфөлә йәштәр өсөн эшкә урынлашыу мәсьәләләре буйынса бушлай консультация ойошторола. Көндөҙгө сәғәт 3-тән 5-кә ҡәҙәр баш ҡалалағы Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәгенә шылтыратып, күп кенә һорауҙарға яуап алырға мөмкин.
Мәҫәлән, юристарҙан 14-тән 18 йәшкә тиклемгеләр хеҙмәткә ялланған хәлдә ниндәй документтар талап ителгәнен, шулай уҡ законһыҙ рәүештә эштән ҡыуылған осраҡта ниндәй сара күрергә кәрәклеген белешергә була. Бер ойошманан икенсеһенә күсеү шарты менән эш урынын алмаштырғанда рәсми ҡағыҙҙарҙы дөрөҫ тултырырға ла өйрәтәсәктәр. Бәлиғ булмағандарҙы яллағанда һынау ваҡыты нисек билдәләнеүен, отпуск биреү тәртибе ҡайһылайыраҡ икәнлеген ентекләп һорашырға мөмкин.
Йәштәрҙең мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге белгестәре әйтеүенсә, ауырлы һәм өс йәшкә тиклемге бала тәрбиәләгән ҡатындарҙың хеҙмәткә бәйле хоҡуҡтары, декрет ялы өсөн түләү, сабый ҡарағандарға пособие күләме хаҡында ла мәғлүмәт бирәсәктәр. “Ҡыҙыу линия”ның телефон һандары: (347) 279-06-56.


Вернуться назад