Йәш ғалимдарға фатиха14.02.2017
Рәсәй фәне көнөндә Кремлдә Президент Владимир Путин уңышлы эшләгән йәш ғалимдарға премиялар тапшырғайны. “Был байрамдың әһәмиәте ғалимдар берләшмәһе менән генә сикләнмәй. Рәсәй фәне, уның традициялары, мәктәптәре, үҙенсәлекле ҡаҙаныштары, һис шикһеҙ, илебеҙҙең дә, бөтөн донъяның да рухи байлығы, дөйөм мәҙәниәттең, үҫештең бер өлөшө ул”, – тине ил башлығы.
Владимир Путиндың һүҙҙәренсә, бөгөн кешелек алдында технологик алға китеште, экология, биология именлеген һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген хәстәрләүгә бәйле ифрат ҙур бурыстар тора, уларҙы хәл итеү өсөн фәндең көслө булыуы һәм заманса асыштар яһалыуы мөһим.
Уҙған йыл аҙағында Рәсәйҙең технологик үҫеш стратегияһы раҫланғайны. Унда фәнни ҡаҙаныштар өлкәһендәге төп өҫтөнлөктәр билдәләнгән, киләсәктә тыуасаҡ донъяуи һорауҙарға яуап эҙләү талабы ҡуйылған. Президент был эшкә йәш белгестәрҙең дә әүҙем ҡушылыуын мотлаҡ тип һанай. Әйткәндәй, стратегияла уларҙы дәртләндереү саралары ҡаралған. Рәсәйҙең фәнни фонды һәләтле, юғары әҙерлекле ватандаштарыбыҙ үҙ илендә ысын мәғәнәһендә емешле хеҙмәт итә алһын өсөн махсус программа ла булдырасаҡ.
Йәш ғалимдарҙың фекерҙәрен, тәҡдимдәрен тыңлағандан һуң Владимир Путин: “Төрлө ерҙә йөрөп, төрлө сарала ҡатнашырға тура килә. Әле бына үҙебеҙҙең лауреаттарға ҡарап һоҡландым, илебеҙҙең биле ныҡ икәнлегенә инандым. Рәсәйҙең киләсәге, һис шикһеҙ, яҡты”, – тине.