Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡ30.03.2012
Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡӘ Азамат үҙе Германияла башҡорт булып ҡала алыуына һөйөнә
Сит илдәрҙә йәшәп тә, юғалып ҡалмаған милләттәштәребеҙ бихисап. Йыш ҡына улар менән Интернет аша бәйләнешкә инәбеҙ. Яңы танышым Азамат Ҡыуатовты табыу өсөн дә тотош донъяға таралған мәғлүмәт селтәре ярҙамға килде. Йәш башҡорт ғалимы ғаиләһе менән Германияның Фридрихсхафен ҡалаһында төпләнгән.
“Әсәйем ғүмере буйы “Башҡортостан ҡыҙы” журналында техник мөхәррир булып эшләне, атайым — Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында доцент”, — тип яҙа Азамат Зәки улы хатында. Егет үҙе лә ошо уҡыу йортонда белем алған, физика факультетын 1995 йылда тамамлаған.
Германияға ул тәүге тапҡыр Һалле һәм Башҡортостан университеттары араһында ойошторолған студенттар алмашыу программаһы буйынса барып эләгә. Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡ— Минең өсөн был сит илгә тәүге сәйәхәт ине. Шуға күрәме икән, иҫем китте, — тип хәтерләй яҡташыбыҙ. — Төрлө ҡалалар күрҙем, немец аш-һыуын тәмләнем. Унда йәшәүсе дуҫым, элек БДУ-ла белем алып киткән Ральф Штайнхазен менән дә осраштыҡ...
Азаматтың Германияға китеүенә лә ошо немец иптәше сәбәпсе. Һаллеға икенсе тапҡыр барғанда егеттәрҙең икеһе лә, юғары уҡыу йортон тамамлап, аспирантураға ҡабул ителгән була. 1998 йылда Ральф яҡташыбыҙға ҡаты есемдәр физикаһы өлкәһендәге ғилми проектта ҡатнашырға тәҡдим итә.
Азамат менән ҡатыны Әлиә, барлыҡ ыңғай һәм кире яҡтарҙы күҙ уңынан үткәргәндән һуң, бәхетен һынап ҡарарға була. Тикшеренеү ике йыл ғына дауам итергә тейеш тиһәләр ҙә, Азаматтың ғаиләһе менән күсенеп сығып китеүенә 14 йыл үтеп китә. Ошо ваҡыт эсендә ҡыҙҙары Клара тыуа, ғаилә башлығы кандидатлыҡ Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡдиссертацияһын яҡлай, ҡатыны икенсегә юғары белем ала.
Башҡортостан тураһында Һаллела яҡшы беләләр. Был аңлашыла, сөнки Өфө был ҡала менән электән хеҙмәттәшлек итә. Азаматтың әйтеүенсә, унда уҡып йәки эшләп йөрөүсе башҡорттарҙы йыш осратырға мөмкин. Ҡалала “Башҡортостан дуҫтары” тигән йәмәғәт ойошмаһы әүҙем эшләй. Шулай ҙа, егеттең әйтеүенсә, Германияла төпләнеп ҡалырға ынтылған милләттәштәребеҙ һирәк.
“Әлиә менән икебеҙ ҙә немец телен яҡшы беләбеҙ, ләкин телмәребеҙҙә барыбер башҡортҡа хас акцент бар. Быны хәҙер үҙгәртеп булмаҫ, ахырыһы”, — ти Азамат. Ул Германия халҡы араһында үҙенең Рәсәй кешеһе булыуын, милләте буйынса башҡорт икәнлеген бер ҡасан да йәшермәй һәм йыш ҡына Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡтаныштарына, ҡыҙыҡһынған кешеләргә Башҡортостан тураһында мәғлүмәт бирә, туған телендә һөйләшеп тә күрһәтә.
— Айырыуса ҡыҙыҡһынғандар “һаумыһығыҙ” тигән һүҙҙе булһа ла отоп алырға тырыша, — ти Азамат. — Өйҙә күберәк урыҫса һөйләшһәк тә, Клараға тик “ҡыҙым” тип өндәшәбеҙ. Ул иһә беҙҙең атай-әсәйҙәргә “өләсәй”, “олатай” тип кенә тора. Йылына бер булһа ла тыуған яғыбыҙға ҡайтып әйләнәбеҙ. Был сәйәхәтте Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡбигерәк тә ҡыҙыбыҙ көтөп ала, йыл буйы Башҡортостанды һағынып бер була.
Ҡыуатовтар 2011 йылға тиклем Һалле ҡалаһында йәшәгән, бөгөн иһә Фридрихсхафенда көн итә. Азамат бында сәнәғәт тармағын автоматлаштырыусы “Wenglor sensoric gmbh” тигән билдәле компанияның тикшеренеүҙәр һәм эшләнмәләр бүлеге инженеры булып хеҙмәт итә. Йәш башҡорт ғалимының коллегалары араһында абруйы ҙур, немец дуҫтары һәр саҡ уның фекере менән иҫәпләшә.
Әлфиә ӘЙҮПОВА

Ҡыуатов өсөн ҡыуандыҡ


Вернуться назад