Йыр-бейеү байрамын көтөп алалар30.03.2012
31 мартта Силәбе ҡалаһының Металлургия районындағы “Импульс” күңел асыу үҙәгендә башҡорт дискотекаһы уҙасаҡ. Милләттәштәребеҙ күпләп йәшәһә лә, бығаса әлеге биҫтәлә беҙҙеңсә мәҙәни сара бер ваҡытта ла ойошторолмаған. Ай аҙағына тәғәйенләнгән байрамды үткәреү бурысын Өлкә башҡорттары ҡоролтайы, урындағы Башҡорт йәштәре иттифағы, “Салауат” продюсерлыҡ үҙәге һәм Башҡортостандың Силәбеләге даими вәкиллеге үҙ өҫтөнә алған.
Башҡорт дискотекаһында республикабыҙҙың йәш эстрада йондоҙҙары Айнур Мансуров, Ян Лира, Наил Ибраһимов, DJ NailBashstyle, Зилә Лира, Вәлит Мөхәмәтғәлин дә ҡатнашырға теләк белдергән. Улар үҙҙәренең киң билдәле йырҙарын башҡарасаҡ. Бынан тыш, әлеге мәҙәни сараны урындағы һәүәҫкәр артистар өсөн үҙенсәлекле һынау майҙанына әүерелдерергә иҫәптәре бар.
Өлкәлә бындай дискотекалар бик күп кешене йыя: татар, ҡаҙаҡ, мишәр йәштәре лә башҡорт байрамдарын көтөп ала. 16 — 17 мартта Арғаяш районының бер нисә ауылында бейеү кисәләре ҙур уңыш менән үткән.
Шуныһын билдәләү мөһим: башҡорт дискотекаһында иҫерткес эсемлектәр ҡәтғи тыйыла. Был ҡағиҙәнең үтәлешен Силәбенең Башҡорт йәштәре иттифағы ағзалары етди күҙәтеүгә алған.
Әйткәндәй, март башында ҡалала Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙ көнөнә арналған “Башҡортса кис ултырыу” байрамы ла ойошторолғайны. Унда гүзәл зат вәкилдәрен “Урман” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Амур Хәбибуллин менән өлкәнең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары, “Салауат” продюсерлыҡ үҙәге етәксеһе Руфат Жәлилов ҡотланы. Мәҙәни сараға Факиһа Сафина, Рәлиф Кәримов, Розалия Ғәзизова, Эвелина Йомағужина, Мирхәт Кәлиев, Инвир Хисаметдинов, Эдвина Йомағужинаның сығыштары йәм өҫтәне. Танылған йәш йырсы Наил Ибраһимов тиҙҙән донъя күрәсәк аудиоальбомынан “күстәнәс”тәр тәҡдим итте. “Башҡортса кис ултырыу” ҡыҙыҡлы конкурстар һәм уйындар менән тамамланды.
Я. УСМАНОВ.
Силәбе өлкәһе.


Вернуться назад