Ихтирамығыҙ алдында баш эйәм10.02.2017
85 йыллыҡ юбилейым алдынан көтмәгәндә беренселәрҙән булып Башҡортостан Республикаһы хакимиәте етәксеһе Владимир Александрович Нагорныйҙан ҡотлау телеграммаһы килеп төштө. Ябай ғына хеҙмәтемде иғтибарға алып, юғары етәкселектең ҡотлауы үҙе бер ҙур ғорурлыҡ булды. Унда Владимир Александрович миңә оҙон, әүҙем эш ғүмере теләгәйне.
Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Ашҡаҙар” радиоһы ла бөтә республикаға яңғыратып, минең исемгә ҡотлау сәләмдәре еткерҙе. Хатта республика халҡын Яңы йыл менән ҡотлау һүҙен минән әйттереүҙәре үҙе бер мәртәбә булды.
Тыуған Күгәрсен районым, “Оло Эйек” яҡташтар ойошмаһы ла ситтә ҡалманы, хатта район гәзите “Мораҙым” тотош бер һанын миңә бағышланы. Элекке коллегаларым, уҡыусыларымдың ҡотлау һүҙҙәре яҡын булды. Рәхмәт. Өфө ҡалаһы Киров районы хакимиәте етәксеһе Динар Ғәли улы Хәлилов йылы ҡотлау һүҙҙәренән буш ҡалдырманы.
Республикала ғына түгел, Рәсәйҙә, Европа илдәрендә юмористик әҫәрҙәре менән дан алған Марсель Сәлимовтың, БДПУ профессоры, тел белгесе Миңһылыу Усманованың: “Ләлә апай, һин халҡыбыҙға кәрәк, йәшә әле”, — тигән йылы һүҙҙәре, Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәрҙәренә, “Аҡ тирмә” рәйесе Рәйсә Абдрахман ҡыҙы Күзбәковаға, Екатеринбург ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Нәфисә Тюменцеваға, Силәбе өлкәһенең Сосновка районында башҡорттарҙы ойоштороп, рухи байлыҡ таратып йөрөүсе Рабиға Бикбулатоваға, Баймаҡ, Ейәнсура һәм бик күп райондарҙан уҡыусыларыма һәм айырым кешеләргә ҡотлау һүҙҙәре өсөн оло рәхмәтемде белдерәм. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте исеменән, БР Милли архивы коллективы исеменән ҡотлауҙар бигерәк тә күңелгә яҡын булды.
Мәләүез районының Воскресенское ҡасабаһынан көс етмәҫлек раузалар гөлләмәһе һәм оло теләктәрен ебәргән уҡыусыларым Анастасия Киселева, Евгений Мухин, Надежда Бегова, Наталья Черноваға һәм башҡа бик күптәрҙең ҡотлау сәләмдәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Уларға һаулыҡ, уңышлы ғүмер теләп, ихтирам менән,