Тәриҡәт – тәрбиә ысулы, тыныслыҡ юлы10.02.2017
Аллаһ: «Мин йәшерен Хазина инем, Мине белеүҙәрен теләп, ошо халыҡты барлыҡҡа килтерҙем», – ти. Тимәк, беҙҙең яратылыуыбыҙҙың сәбәбе Аллаһты танып белеү ул. Бының өсөн иһә тейешле ғилемдәргә эйә булырға кәрәк.
Ғөмүмән, ғилем алыу еңел эш түгел. Үҙ алдыңа, үҙ белемеңә, күҙ белеменә генә таянып Аллаһты танып белергә тырышыу иһә маҡсатыңа ла яҡынайтмаясаҡ, хатта киреһенсә, аҙаштырып юлды яҙлыҡтырыуы ихтимал.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Аллаһ кешеләргә дөрөҫ, хаҡиҡи юлды табыуҙы еңеләйтеү һәм унан тайпылмайса барыу өсөн кешелеккә пәйғәмбәрҙәр, изге китаптар ебәргән. Кеше тәбиғәте буйынса онотоусан. Шуға даими рәүештә уның иҫенә төшөрөп, хәтерен яңыртып торорға кәрәк. Пәйғәмбәрҙәр, изге китаптар төшөрөлөү замандары алыҫайған һайын улар менән бергә ебәрелгән ғилемдәр ҙә онотолоп, фараздар, күҙаллауҙар ярҙамында үҙгәртелеп хәҡиҡәттән алыҫлашмаһын өсөн был юлды өҙлөкһөҙ дауам иттереү, хәҡиҡәтте, Аллаһ һүҙен, Уның әмерҙәрен, теләктәрен еткереү вазифаһы әүлиәләргә, шәйехтәргә йөкмәтелә.
Аллаға шөкөр, Аллаһ Тәғәлә беҙҙең халыҡҡа булған һөйөүен белдереп, беҙҙе лә камил заттар араһында күрергә теләп, беҙгә күпләп үҙенең дуҫтарын, әүлиәләрен ебәргән. Шулар араһында Ҡотоб заман, Урал-Волга төбәгендәге Нәҡшбәндиә суфыйҙар йәмғиәтенең һуңғы бөйөк Шәйехе Зәйнулла Рәсүлев хәҡиҡәт юлында мәңгелек бәхеткә әйҙәүсе һүнмәҫ йондоҙ, аҙаштырмаҫ маяҡ, өлгөлө әҙәп-әхлаҡ эйәһе булып тора.
Беҙҙең Пәйғәмбәр Әфәндебеҙ: “Кем үҙ белемдәре менән генә хушһына, шул юлдан яҙыр”, – тип бойора. Шуның өсөн дә беҙ дин мәсьәләләрендә көҙгө булырҙай, һинең хәлеңде һиңә күрһәтерҙәй ошондай оло шәхестәргә, остаздарға мохтажбыҙ. Һин нисек көҙгөгә ҡарап сәсеңде-ҡашыңды, кейемеңде төҙәтһәң, Аллаһтың дуҫы ярҙамында күңел хәлдәреңде күреп етешһеҙлектәреңде төҙәтәһең. Зәйнулла Рәсүлев кеүек шәхестәребеҙ, иман камиллығына ирешеп, бөтә халыҡ өсөн көҙгө вазифаһын башҡара. Суфыйсылыҡтың эске яғы илаһи һөйөү булһа, тышҡы яғы – матур әхлаҡ ул. Шуның өсөн дә тәриҡәт юлында, хаҡиҡи юлда булған кешенең маҡсаты, остаздары ярҙамында, насар холоҡ һәм ғәҙәттәрҙән арынып, матур әхлаҡ эйәһе булыу.
Суфыйсылыҡ, тәриҡәт юлы – ул тыныслыҡ юлы. Был юлда тирә-яҡтағылар менән татыу йәшәү, гармонияға өлгәшеү өсөн бары тик тейешле ғибәҙәттәрҙе башҡарып, үҙ өҫтөңдә эшләргә, кешенән ғәйеп эҙләмәҫкә, Хоҙай биргәндәргә шөкөр итеп, ҡәнәғәтлек күрһәтергә кәрәк.
Ярай, әүлиәләрҙең, шәйехтәрҙең, остаздарҙың үҙ вазифалары бар. Ә ябай кешенән ошо хәҡиҡәт юлында нимә талап ителә һуң?
Ябай кешенең вазифалары ла ябай. Аллаһ фарыз тип бойорғандарҙы үтәргә (тәү сиратта намаҙға ҡағыла). Дин юлында сарыф итергә матди мөмкинлектәрең юҡ икән, һинең өсөн үҙеңде ҡарау ҙа: Аллаһ ризалығы өсөн тәнеңде һау-сәләмәт һаҡларға тырышыу, тәнеңде, өҫ-башыңды, йәшәгән ереңде таҙа тотоу, тыйылған нәмәләрҙән алыҫ тороу, төшөнкөлөккә бирелмәү, ҡәнәғәт була белеү, ҡаршы төшмәү, хәләл көс менән йәшәү сығанаҡтары табыу һ.б. ғибәҙәт булып тора.
Кешегә мең нәсихәт бир, аҙым һайын нимә эшләргә тейешлеген әйт, тик ул һине тыңламаясаҡ. Бер бәлә иһә уға хәҡиҡәтте тиҙ генә аңларға ярҙам итә. Ошонан сығып рәхәт һәм еңел йәшәүҙең серенә төшөнөр өсөн ниндәйҙер бәләнең килеүен көтмәйек, ошо беҙҙең изгеләребеҙ, әүлиәләр, шәйехтәребеҙҙең һүҙҙәренә ҡолаҡ һалып, уларҙың тормошон, өлгө итеп алып, Аллаһ ҡушҡандарҙы ҡулдан килгән тиклем үтәп бөгөндән үк бәхетле һәм тыныс йәшәйек.
Беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәйбеҙ. Беҙгә ситтәргә оҡшарға тырышырға кәрәкмәй. Беҙҙең үҙебеҙҙең кәрәк тиклем ғалимыбыҙ, әүлиәбеҙ, батырыбыҙ бар. Улар – беҙҙең әйҙәүселәр, беҙ ынтылырға тейешле яҡтылыҡ, беҙ тиңләшергә тейешле өлгө, беҙҙең рухи көсөбөҙҙөң сығанағы. Шуға ла беҙгә аяҡта ныҡлы баҫып торор өсөн, яҡты киләсәгебеҙ өсөн, мәңгелек бәхеткә ирешеү өсөн һис кенә лә улар менән рухи бәйләнеште өҙөргә ярамай.