Ҡомартҡыларыбыҙ Тарауылы10.02.2017
Ҡомартҡыларыбыҙ Тарауылы “Ватандаш” журналы хеҙмәткәрҙәренә профессор, филология фәндәре докторы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов менән ныҡлап, даими рәүештә 2002 йылдан алып хеҙмәттәшлек итергә насип булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе вазифаһын башҡарған йылдарҙа ул баҫманың иң әүҙем авторы ине. Бер юлы фольклор менән шөғөлләнеүен дауам итте, әҙерләгән бер мәҡәләһен ашығып журналға килтереп еткереп торҙо.
2006 йылдан башлап Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләне. Шул йылдың көҙөндә ул ифрат ҙур эшкә – “Оло “Урал батыр” проектына тотондо. 2012 йылдың йәйенә Әхмәт ағай уны тамамлап, “Ватандаш” редакция­һына алып килде. Әҫәр баҫманың 2013 йылғы 1–5-се һандарында донъя күрҙе, ә 6-сы һанда уға ҙур күләмле һүҙ ахыры бирелде.
“Оло “Урал батыр”ҙың журналда сыҡҡан вариантын яңынан тикшереп, Әхмәт Мөхәмәтвәли улы 2014 йылда уны БДПУ нәшриәтендә ризография ысулы менән баҫтырып алды. Ни бары 100 дана тираж менән сыҡҡан яңы баҫманы тотоп, 31 октябрь көнө шатланып “Ватандаш” редакцияһына килеп инде лә: “Бына, иң тәүҙә һеҙгә һөйөнсөләргә булдым!” – тип, 672 бит тәшкил иткән “Оло “Урал батыр” өс томлығын күрһәтә башланы. Китаптың беренсе киҫәген автор тарафынан тулылан­дырылған “Урал батыр”, икенсе томдағы икенсе һәм өсөнсө киҫәктәрҙе шулай уҡ тулы­ландырылған “Иҙел менән Яйыҡ”, “Аҡбуҙат”, өсөнсө томға ингән дүртенсе һәм бишенсе киҫәктәрҙе тулыландырылған “Минәй батша менән Шүлгән батша”, “Ҡуңыр буға” ҡобайырҙары тәшкил итә.
“Оло “Урал батыр”ҙы әлегә ошо күләмдә “Китап” нәшриәтенә тапшырам, әммә уны артабан тулыландырыр инем. Иң тәүҙә “Заятүләк менән Һыуһылыу”ҙы бер бөтөндө тәшкил иткән ҙур эпос эсендә күҙ алдына килтерәм…” – тип яҡындағы ниәттәре менән дә уртаҡ­лаш­ҡайны Әхмәт ағай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китабын теләгәнсә сығарып өлгөрмәне. Уның был эшен ҡабул итмәгән, “бөтөрә был Әхмәт “Урал батыр”ҙы”, тип ҡаршы сыҡҡандар ҙа байтаҡ булды.
Әхмәт Мөхәмәтвәли улы беҙҙә мифологияның фән булараҡ үҫешмәүенә, боронғо ҡомарт­ҡыларыбыҙҙың ошо фән ҡанун­дарына таянып өйрәнелмәүенә йыш күрһәтеп килде. Мифо­логияға иғтибар бирелмәгәс, күҙ алдыбыҙҙа ғына ятҡан әй­берҙәрҙе лә күрмәйбеҙ, ә уларҙы ныҡлап өйрәнә башлаһаң, бихисап оло серҙәргә юлығырға мөмкин, ти ине йыш ҡына. Мәҫәлән, бер заман Әхмәт ағай ниндәйҙер бик әүәҫ баҡсасының кишер үҫтереүе тураһында һөйләгәнен тыңлап, бер һүҙгә хайран ҡала. Баҡсасы түтәлдәр аҫтынан ерҙе тишеп үтеп, юлдар һалып, кишерҙе төптән кимереп йөрөгән һуҡыр сысҡанды (икенсе исеме – ертишкес, русса – землеройка) “шөлгән” тип һөйләй икән. Әхмәт ағай рус-татар һүҙлегенә ҡарай һалһа, ул нәҡ шулай булып сыға. Фольклорҙың ваҡ формалары менән шөғөлләнгән Ғәбит Садиҡов исемле ағайҙан ишетеүенсә, Өфөнөң Архиерейка биҫтәһендә йәшәгән өлкәнерәк кешеләр ҙә был урында ҡасандыр ер убылыуын хәтерләп, тау эсендә ҙур ертишкес йәшәй һәм тәрәндә юлдар һалып йөрөй, тип һөйләй. “Ватандаш” журналында Архиерейка башҡорттары тураһында мәҡәлә, шул башҡорттар төшөрөлгән элекке картина репродукцияһы донъя күргәс, күптәр ул тема менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башланы. Рәссам Павел Мальковтың Нестеров исемендәге музейҙа һаҡланған картинаһында элекке Ҡыбау ауылы (хәҙерге Аульная урамы) кешеләре төшөрөлгән. Ауыл урынлашҡан Ҡыбау тауы, тау эсендә ҙур “шөлгән” йәшәүе, ерҙе тишеп убыуы тураһындағы легенда нәҡ улар араһында тыуған. Әхмәт ағай был турала: “Беҙ Шүлгән исеменең серен әллә ҡайҙағы шумер-аккад шына яҙмаларынан эҙләйбеҙ, ә ул үҙебеҙҙең университет артында ғына ята түгелме икән?” – тип көлөп ҡуйғайны.
“Урал батыр” эпосының мифологик тамырҙарын эҙләгәндә, әлбиттә, башҡа халыҡтарҙың боронғо ҡомартҡыларына ла иғтибарлы булыу кәрәк. Ҡо­байырҙа тәңреселек, зәрдөш­тилек элементтары айырыуса йыш осрай. Төркиҙәрҙекенән тыш, иран, фин-уғыр мотивтарына юлығырға мөмкин.
Әхмәт Сөләймәнов археологтар йыш иҫкә алған бер принципты үҙенең дә эш ҡағиҙәһе сифатында ҡулланды: боронғо көршәктең бер нисә ярсығын тапҡанһың икән, уны тулыһынса күҙ алдына килтереп тергеҙергә мөмкин; йәнә, эргәлә генә уның башҡа ярсыҡтары ла ятыуы ихтимал. “Урал батыр” менән дә шул уҡ хәл булды, уның ни хәтлем ҙур әйбер икәнен күҙ алдына ла килтерә алмауыбыҙ мөмкин. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы, образлы әйткәндә, әҫәрҙең Мөхәмәтша Буранғолов тапҡан тәүге ҙур ярсығына тағы ла бер нисә ярсыҡ ҡушып тоташтырып, йәнә ниндәй өлөштәр етешмәүен, эпосты киләсәктә өйрәнеүселәргә уларҙы ҡайҙа эҙләргә кәрәклеген күрһәтә алды. Иң мөһиме, үҙе әйтмешләй, ғүмере буйы эшләгән эшен йомғаҡлап, “Оло “Урал батыр” әҫәре рәүешенә килтереп, хужаларса кәртәләп, үҙенең олпат исеме менән тамғалап өлгөрҙө.
Башҡорт халҡының “Урал батыр” менән тәүге танышыуы, мәғлүм булыуынса, “Ағиҙел” журналының 1968 йылғы 8-се һанында донъя күргән текстан башлана. Ул яҙманың яҙмышы, сәсәндең үҙенеке һымаҡ, бик ауыр була.
1950 йылда Мөхәмәтша Буран­ғолов дүртенсе тапҡыр ҡулға алынғас һәм лагерға оҙатылғас, уның фатиры конфискациялана, барлыҡ яҙмалары юғала. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғына бер текст һаҡлана. Сәсән төрлө даирәләргә яҙған хаттарында, ғаризаларында артабан эпос өҫтөндә эшләүе тураһында хәбәр итһә лә, башҡа текстар табылмай. “Ағиҙел”дә донъя күргән вариант әлеге шул берҙән-бер текст нигеҙендә әҙерләнә. Тексты Әхнәф Харисов мөхәррирләй. Дөрөҫөрәге, ул редакторлауға етәкселек итә, ә шиғри тексты үҙ ҡулы менән Баязит Бикбай төҙәтә. Был эш КПСС-тың өлкә комитеты хеҙмәткәре Рамазан Усман улы Ҡузыев етәкселегендә башҡарыла. Өлкән йәштәге яҙыусылар хәтерлә­үенсә, Ҡузыев ижади процесҡа ҡыҫылырға яратмай, уның бөтә эше ашыҡтырыу менән сикләнә. Берәй тотҡарлыҡ килеп сыҡһа, Рамазан Усман улы мәсьәләне хәл итеү өсөн көсөн йәлләмәй. Эпостың “обком версияһы” шулай барлыҡҡа килә.
Ни сәбәпле 1968 йылда өлкә комитеты етәкселеге эпосты иҫкә төшөрә һуң? Сәбәбе Совет хө­күмә­тенең “прогрессив донъя әҙәбиәтен” пропагандалау эшен көсәйтеү саралары күрә башлауында. 1965 йылда СССР Фәндәр академияһы Донъя әҙәбиәте институтына (ИМЛИ) 200 томлыҡ Бөтә донъя әҙәбиәте китапханаһы (БВЛ) серияһын әҙерләү йөкмә­телә. Союздаш һәм автономиялы республикалар етәк­селеге лә был эшкә йәлеп ителә. Серияның ике томына СССР халыҡтарының эпик ҡомарт­ҡылары инергә тейеш була. Эпостарҙы тәүҙә туған тел­дә баҫтырыу һәм, әлбиттә, рус теленә тәржемәләү мәсьәләһе килеп тыуа.
“Урал батыр”ҙы тәржемәләүҙе хакас кешеһе Иван Спиридонович Кычаковҡа, ИМЛИ аспи­ран­тураһын тамамлаған яҡта­шыбыҙ Әхиәр Хәсән улы Хәкимовҡа һәм Адельма Сабир ҡыҙы Мирбаҙа­ловаға йөкмәтәләр. Кычаков был төркөмдә етәксе була. Тәрже­мәне, нигеҙҙә, Әхиәр Хәкимов менән Адельма Мирбаҙалова башҡара, Кычаков иһә тексты мөхәррирләү менән генә сикләнә. Һуңыраҡ Әхиәр ағай Мирбаҙалова менән “Наука” нәшриәтендә донъя күргән академик баҫманы әҙерләү эшенә тотона, уларға ярҙамға Нинель Викторовна Кидайш-Покровская ҡушыла. Әхиәр Хәсән улының аҙаҡ һөйләүенсә, ике тәржемә лә, тәжрибә етмәү сәбәпле, насар килеп сыға. Ул осорҙа институтта иң көслө тәржемәсе тип Семен Липкин иҫәпләнә. Семен Израилевич фарсы телен, байтаҡ төрки телдәрҙе яҡшы белә, ҡалмыҡса иркен һөйләшә (һуғыш йылдарында Ҡалмыҡ кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә). Липкин заманында “Гильгамеш”, “Манас”, “Шахнамә” һымаҡ ҡатмарлы әҫәрҙәрҙе тәржемәләй, “БВЛ” серияһына бүрәттәрҙең “Гэсэр”, ҡалмыҡтарҙың “Джангар” эпостарын өлгөртә. Элегерәк ул татарҙарҙың “Едигей” әҫәрен тәржемә итә, әммә уны КПСС Үҙәк Комитеты күрһәтмәһе буйынса БВЛ исемлегенән алалар. Билдәле булыуынса, “Едигей” ВКП(б) Үҙәк Комитетының 1944 йылғы ҡарары менән тыйыла, ниңәлер ул ҡарар аҙаҡ та ғәмәлдән сығарылмай. Заманында был эпос менән шөғөлләнгән, уның буйынса диссертация әҙерләгән яҡташыбыҙ Мәҙинә Искәндәр ҡыҙы Богданова ҡулға алына һәм яманаты сыҡҡан Темников лагерына оҙатыла, унда Һәҙиә Дәүләтшина, Фатима Юлтыева менән бергә була. Иреккә сыҡҡас, ИМЛИ-ҙа эшләй. “Урал батыр”ҙы тәржемәләгән Адельма Мирбаҙалова – уның ҡыҙы.
Институттың СССР халыҡтары әҙәбиәте секторы мөдире, бер үк ваҡытта КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһы профессоры Георгий Иосифович Ломидзе, Мөхәмәтша Буранғолов менән булған хәлдәрҙе белеп, “Урал батыр” эпосын шау-шыуһыҙ ғына әҙерләргә тәҡдим итә. Өфөлә рус теленә тәржемәне ҡайғырт­майҙар, һәм ИМЛИ ул эште үҙ өҫтөнә ала.
Ломидзе үҙ грузиндарының “Витязь в тигровой шкуре” әҫәрен “БВЛ” серияһына айырым китап итеп индерә, ә ике томлыҡ “Героический эпос народов СССР” йыйынтығына “Амираниани” һәм “Сказание об Арсене” әҫәрҙәрен ҡуя. Грузия ҡунаҡтары ул осорҙа көн һайын тиерлек Ломидзеға килә һәм уны хатта уңайһыҙ хәлгә ҡуя: грузиндар “Витязь в тигровой шкуре” поэмаһының 40-ҡа яҡын вариантын алып килә, һәр кем үҙенекен Шота Руставели яҙған әҫәр тип күрһәтә.
Батшабикә Тамара (1184–1213) дәүерендә йәшәгән Руставели поэмаһының оригиналы, әлбиттә, һаҡланмаған. Ломидзе “БВЛ” серияһына Ираклий Абашидзе бер нисә сығанаҡты бергә ҡушып әҙерләгән, Николай Заболоцкий тәржемәләгән ҙур күләмле әҫәрҙе тәҡдим итә. Әхиәр Хәкимов был турала: “Беҙ Адельма Мирбаҙалова менән грузиндарҙың татыулығына, берҙәмлегенә гел һоҡланып, көнләшеп ҡарай инек”, – тип иҫкә ала.
Оҙаҡ йылдар ВКП(б) Үҙәк Комитетында, СССР Министрҙар Советында эшләгән ИМЛИ директоры урынбаҫары Арфо Аветисовна Петросян “Урал батыр” эпосына баш һүҙ яҙа һәм әҫәрҙә шумер-аккад эпосы “Гильгамеш” менән уртаҡлыҡтар күп булыуына күрһәтә. Арфо Аветисовна “Аҡбуҙат” эпосы менән дә танышып, уның “Урал батыр” менән бер бөтөн цикл тәшкил итеүенә баҫым яһай. Иван Кычаков, ҡыҙыҡһынып китеп, хатта “Аҡбуҙат” исемле әҫәр яҙа.
Өфөлә иһә “Урал батыр”ҙы яйлап таный башлаһалар ҙа, ҡомартҡы оҙаҡ йылдар дауамында әүәлге “обком версияһы” сиктәрендә генә ҡала. Ә уға тиклем, Мөхәмәтша Буранғолов иҫән саҡта, республика етәкселәре сәсән менән уртаҡ тел таба алмай. Мәҫәлән, 1961 йылда БАССР партия активы йыйылышында өлкә комитеты секретары Хәйҙәр Сайранов Мөхәмәтша Буранғоловтың әҫәрҙәрен тәнҡитләп сығыш яһай һәм “уларҙың бер ниндәй тарихи һәм мәҙәни ҡиммәте юҡ” тип белдерә. Был турала сәсән КПСС Үҙәк Комитеты секретары М.А. Сусловҡа хат яҙа. Суслов мәсьәләне өлкә комитетында хәл итергә, Үҙәк комитет кимәленә сығармаҫҡа бойора. Мөхәмәтша Буранғолов ризалашмай һәм авторы Кәрим Тинчурин тип күрһәтелгән “Зәңгәр шәл”, Дауыт Юлтыйҙыҡы иҫәпләнгән “Ҡарағол”, “Ялан Йәркәй”, Вәлиулла Мортазин әҫәре булып киткән “Башҡорт туйы” пьесаларына авторлыҡ хоҡуғын тергеҙеүҙе талап итә. Билдәле булыуынса, “Башҡорт туйы” аҙаҡ Ҡадир Даяндыҡы тип тә күрһәтелә. Мөхәмәтша Буранғоловҡа, пьесалар тейешле художество кимәленә еткерелмәү сәбәпле, сәхнәгә әҙерләү эше тәжрибәлерәк яҙыусыларға тапшырылды, уларҙың авторлыҡ хоҡуғы нигеҙле, тип фольклор материалдары, сюжет авторы статусы тәҡдим ителә. Әлбиттә, К. Тинчурин, Д. Юлтый, В. Мортазин, Ҡ. Даян кеүек күренекле шәхестәрҙе плагиатта ғәйепләү ҙә урынһыҙ, Мөхәмәтша Буран­ғоловҡа яһалған тәҡдим дә ғәҙел һымаҡ, әммә сәсән уға ризалашмай.
Өлкә комитетында Буранғолов эшен Таһир Ахунйәновҡа йөкмәтәләр, ул да мәсьәләнең осона сыға алмай. Бында кемде лә булһа ғәйепләү ҙә урынһыҙ һымаҡ. Нисек кенә булмаһын, партия осоронда әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә ифрат ҙур эштәр башҡарыла. “Урал батыр” нәҡ совет йылдарында киң танылыу яулай, бер “БВЛ” серияһы аша ғына ла йөҙәр мең дана тираж менән ҙур илгә тарала. Үҙебеҙ ҙә донъя халыҡтарының әҙәби ҡомартҡылары менән танышыу мөмкинлегенә эйә булдыҡ. Был үҫеш советтарҙан һуңғы осорҙа ла туҡталып ҡалманы, әммә яңы формалар алды. Әхмәт Сөләймәнов айырыуса Саха (Яҡут) Республикаһында, Алтайҙа һәм Ҡырғыҙстанда эпостарҙы пропагандалау эше ниндәй юғары кимәлгә күтәрелеүе тураһында йыш һәм һоҡланып һөйләргә яратты, әммә һәр бер күргәнен, ишеткәнен башҡорт ҡобайырҙары менән сағыштыра, төрлө ур­таҡлыҡтар таба, һәр табышына, ул бер генә һүҙ булһа ла, шатлана ине. Бер көндө Әхмәт ағай: “Тарауыл ҡарт һымаҡ йөрөйөм аҙашып… Ниңә ул Тарауыл “Аҡбуҙат”та ике тапҡыр осрай ҙа “Урал батыр”ҙа бөтөнләй төшөп ҡалған?..” – тип килеп инде. Ул мәлдә “Оло “Урал батыр” “Ватандаш”та сығып бөтөп килә ине. Ғүмеренең унан һуңғы өс йылын Әхмәт Мөхәмәтвәли улы ҙур ҡәнәғәтлек менән үткәрҙе. Ә уның Тарауылды ниңәлер йыш иҫкә алыуы күптәрҙең хәтерендә ҡалды. (Төрки ғәскәрендә тарауыл – ҡаҙна һаҡсыһы).
Әхмәт ағайҙың изге әруахы ла, ошо Тарауыл ҡарт һымаҡ, һаман да, ҡобайырҙан ҡобайырға күсеп, эҙләнә лә эҙләнә кеүек…


Вернуться назад