Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ. Ни яҙһаң, шуны уҡырһың10.02.2017
Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ. Ни яҙһаң, шуны уҡырһың Һәр атай һәм әсәй балаһын тиңдәр араһында тиң, аҡыллы, һәләтле итеп күрергә теләй. Был йәһәттән белгестәр төрлө алымдар уйлап сығарған. Мәҫәлән, итальян ғалимәһе Мария Монтессори баланы кескәйҙән үҙаллылыҡҡа һәм хеҙмәткә өйрәтергә ҡушҡан, япон музыканты Синъити Судзуки тәрбиәне музыка аша бирергә кәңәш иткән, Америка физиотерапевы Гленн Доман сабыйға өс-алты ай тулыу менән хәреф һәм һандар өйрәтә башларға, мейеһен туҡтауһыҙ эшкә егергә саҡырған, рус педагогтары Лена менән Борис Никитиндар аң һәм физик үҫештең тығыҙ бәйле булыуын үҙҙәренең күмәк балалы ғаиләһе миҫалында аңлатҡан. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының “Мәктәпкәсә йәштәге педагогика һәм психология” кафедраһы доценты Фирҙәүес Ғиса ҡыҙы АҘНАБАЕВА, донъяла киң таралған ошо һәм башҡа методикаларҙан камилыраҡ тәрбиә алымы бар, тип белдерә. Ул – үҙебеҙҙең халыҡ педагогикаһы.
Фирҙәүес Ғиса ҡыҙы тәрбиәсе, өлкән тәрбиәсе, балалар баҡсаһы мөдире вазифаларында тәжрибә туплап, тәрбиәселәр әҙерләү, уларҙың белемен үҫтереү өлкәһендә эшләй. Һуңғы бер нисә йылда, ниһайәт, күптәнге хыялын тормошҡа ашыра башлай: Өфөләге эштәрен ҡал­дырып, ире Радмил Рауил улы менән тыуған Баймаҡ районының Иҫән ауылына ҡайтып төпләнә һәм ең һыҙғанып башҡорт балалар баҡсалары өсөн программа төҙөргә тотона. Был күләмле эшкә Баймаҡ ҡалаһындағы “Айыуҡай” балалар баҡсаһы педагогтарын йәлеп итә, шунда уҡ тәжрибә майҙансығы ойоштора. “Башҡортостан – тыуған илем” исемле программа уҙған йыл аҙағында Башҡортостан Мәғариф министрлығы комиссияһы тарафынан раҫлана һәм Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына индерелә.
Милли мәғарифыбыҙҙағы мөһим ваҡиға тураһында һөйләшергә тип осрашҡайныҡ, тик форсат сыҡҡанда билдәле педагогтан баланың һәләттәрен асыу, лидерлыҡ сифаттарын үҫтереү, йәмғиәттә үҙ урынын табырлыҡ итеп тәрбиәләү буйынса кәңәштәрен дә ишетке килде.

– Фирҙәүес Ғиса ҡыҙы, баланы нисә йәштән тәрбиәләй башларға кәрәк?
– Әсә ҡарынындағы саҡтан уҡ. Буласаҡ әсәй тыуасаҡ сабыйына матур һүҙҙәр һөйләһә, һөйөүен белдерһә, ул тыныс үҫешәсәк, әсәһе менән бәйләнеше башланып, тыуғас та дауам итәсәк.
Баланы арҡыры ятҡанында тәрбиәлә, ти халыҡ. Уны йүргәктә сағынан бөхтәлеккә өйрәтеү, ваҡытында ашатыу һәм йоҡлатыу, төргәндә лә, йыуындырғанда ла бәпес менән аралашыу мөһим тигән мәғәнә ята был мәҡәлдә. Телмәрҙе аңламаһа ла, сабый әсәһенең яғымлы тауышын ишетә һәм үҙенә ҡарата йылы мөғәмәләне аңлай.
Шул уҡ ваҡытта бала бағыуҙа әсәй генә яуаплы түгел. Атайҙың һөйөүе, иғтибары, әсәгә мөнәсәбәте лә сабый күңеленә һеңә бара. Бала тәрбиәләүҙең ата-әсә иңендә булыуы хөкүмәт документтарында ла билдәләнгән, ә балалар баҡсаһы һәм мәктәп белем үҫтереүҙә ярҙам итеүселәр функцияһын үтәй. “Ата-әсә бала шәхесенең физик, әхлаҡи һәм интеллектуаль үҫеше нигеҙен һалырға бурыслы” тиелә “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында”ғы Федераль законда. Тәрбиә нигеҙе ғаиләлә башлана, тип ышаныслы әйтәм.
– Йәмғиәттә үҙ урынын тапһын, тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн балаға ниндәй сифаттар һалынырға тейеш?
– Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, ти халыҡ мәҡәле. Әгәр ҙә ғаиләһендә эшһөйәрлеккә, яуаплылыҡҡа, өҫ-башын таҙа тоторға, көн тәртибен кескәй төркөмдәрҙән планлаштырырға өйрәнһә, бында атай һәм әсәй ярҙам итһә, бала йәмғиәткә яраҡлашҡан, класта үҙ урынын таба, эштәрен ойоштора белгән уҡыусы булып мәктәпкә бара. Үҙ-үҙен хеҙмәт­ләндереү эшмәкәрлеге бында төп ролде уйнай, йәғни бала өҫтөн алмаштыра, аяҡ кейемен таҙартып урынына ҡуя, кейемен тәҫләп һала һәм элә белергә, ҡулдарын йыуып торорға тейеш. Таҙалығы – уның һаулығы. Атай һәм әсәй быны бәләкәйҙән һеңдерергә бурыслы.
Һаулыҡ тигәндән, йәш быуындың дөрөҫ туҡланмауы борсой. Өс йәшкә тиклем өйҙә ултырған балаларҙың күбеһе туҡмасҡа, икмәккә, ярымфабрикаттарға өйрәнеп килә һәм сөгөлдөр, кәбеҫтә, салат кеүек файҙалы, витаминға бай ризыҡтан баш тарта.
Тағы ла баланы бәләкәйҙән йәмғиәттәге хеҙмәткә өйрәтергә кәрәк. Йомош үтәргә эшкинә башлаһа, уны ғаилә өсөн өҫтәл әҙерләүгә йәлеп итергә мөмкин. Тәүҙә салфеткалар һалып сығырға, һуңынан тәрилкә, ҡалаҡ һәм сәнскестәрҙе дөрөҫ урын­лаштырырға күнекһен. Әсәйгә ярҙам итеү, яҡындарың өсөн тырышып эшләү – хеҙмәткә өйрәтеү нигеҙе.
Тәжрибә майҙансығы ролен үтәгән “Айыуҡай” баҡсаһында балалар өс йәш ярымдан дежурға ҡуйыла һәм өҫтәл ултыртыуҙа ҡатнаша. Өлкәндәр төркөмөндә биш-алты йәшлек бала тотош коллектив өсөн сервировка яһай белә – ҡулын йыуа, алъяпҡыс кейә һәм тәрбиәсе ярҙамсыһы айырым өҫтәлгә ҡуйған һауыт-һабаны, ҡашығаяҡты эҙмә-эҙлекле теҙеп сыға.
Ихатаны таҙартыу, ҡойолған япраҡтарҙы һепереү кеүек эштәрҙе лә балалар баҡсаһында өйрәтә башлайбыҙ. Берәүҙәр майҙансыҡтағы таштарҙы биҙрәгә йыя, икенселәр ҡыйҙы бер урынға өйә, өсөнсөләр уны арбаға тейәп алып китә. Эште бүлешеп башҡарыу, тирә-яҡты таҙартыу – күмәк эшкә, йәмғиәттәге хеҙмәткә, эргә-тирәләгеләр тураһында хәстәрлек күрергә өйрәтеү ул. Бер юлы тәрбиәүи ҡанундарҙы аңлатып барабыҙ – “Кешегә ҡарай һепермә”, “Кеше алдына буш биҙрә менән сыҡма” тип әйтеп торабыҙ.
– Илдә социаль тигеҙһеҙлек йылдан-йыл нығыраҡ күҙгә ташлана – берәүҙәр һәйбәт хеҙмәт хаҡы алып эшләһә, күптәр ҡыҫҡартылыуға эләгә һәм осон-осҡа ялғап йәшәй. Балаға тормош ҡанун­дарын аңлатыуы ҡыйын. Ул әленән-әле дуҫтарыныҡы кеүек телефон йә башҡа затлы әйбер һорай. Сетерекле мәсьәләне нисек тыныс хәл итергә?
– Ирем менән өс бала үҫтерҙек. Ундай хәлдәр беҙҙә лә йыш осрағас, бер йола уйлап сығарҙыҡ: эш хаҡын алып ҡайтып уртаға һалабыҙ ҙа күмәкләп план ҡорабыҙ. “Беҙгә был аҡсаны ай буйына еткерергә кәрәк: бер өлөшөнә аҙыҡ-түлек алырбыҙ, икенсеһенә – һеҙгә кәрәкле әйберҙәр, өсөнсөһөн йыйып һалып торорбоҙ. “Һеҙгә нимә кәрәк? Күпмеһен һалып торайыҡ?” – тип кәңәшләшә инек. Шулайтып кескәйҙән планлаштырырға өйрәтһәң, бала магазинда кәрәкмәгән әйбер һорап еңмешләнмәйәсәк, мәктәптән һуң студент булып киткәс тә аҡсаһын уйлап тотонасаҡ.
Биш ейәнебеҙ бар. Улар ҡунаҡҡа ҡайтһа, иң беренсе супермаркетҡа алып барам да: “Нимә ашағығыҙ килә, шуны алығыҙ, кәрзинде тултырғансы тейәгеҙ”, – тим. Балалар кәрзингә бер-ике әйбер һала ла: “Өләсәй, аҡсаң етәме ул?” – тип ҡат-ҡат һорай башлай. Ғаиләбеҙҙәге тәрбиә, тимәк, ейәндәргә лә күскән, тип шул саҡ эстән ҡыуанып ҡуям.
Хәҙер бала бе­рәйһенә ҡунаҡҡа барһа, ата-әсәһе бүләккә аҡса тоттороп ебәрә йә магазиндан бе­рәй әйбер алып бирә. Был дөрөҫ түгел. Баланың эшләп тапҡан аҡсаһы юҡ бит, шуға күрә бүләкте үҙҙәренә яһарға өйрәтеү һәйбә­те­рәк. Мәҫәлән, ейәндәрем бүләкте бер ва­ҡытта ла һатып алмай. Олаталары менән ми­нең тыуған көнгә лә фотографияларын йә­­бештереп, хаталы ғына булһа ла те­ләк­тәрен яҙып, открытка эшләп киләләр. Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле бүләк – ошондай иғтибар.
– Баланың һәләтен күреүгә, ваҡы­тында дөрөҫ йүнәлеш биреүгә нисек өлгәшергә?
– Һәр бала талантлы булып тыуа. Һәләт уға әсә ҡарынында уҡ һалына. Эстән көйләп йөрөһә, көй ишетеү менән бейеп китергә торһа, тимәк, ошо йүнәлештә асылырға мөмкинлек биреү отошло. Ғаилә байрамдарында алға сығарып, бер-икене тыпыр­ҙаттырыу, әҙ-мәҙ йырлатыу, аҙаҡтан дәррәү маҡтап ебәреү ҙә сабыйҙы дәртләндерәсәк, күмәк ерҙә сығыш яһауҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәтәсәк. Бәләкәстәрҙең арлы-бирле һүрәтен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. “Һай-һай, улым автобус төшөргән. Ҙурайғас, мине лә шунда ултыртып алып йөрөр әле!” – тип әйтеү ҙә уның ижади үҫешенә ҡанат ҡуя. “Был автобусҡа оҡшамаған да инде” тиеү һәләтте тамырынан ҡырҡыу була.
Беҙҙең халыҡ элек-электән бала күңелен бик тәрән аңлап эш иткән. Сабыйҙы ҡулда һикерткән саҡта көйлө теләктәр әйтеп, моң, ритм тойғоһон үҫтергән.
Улым, улым – ул кеше,
Үҫеп етер ҙур кеше.
Уҡып ғалим булыр ул,
Илен алға әйҙәр ул, –
тип ир баланың аңына аҡыллы, алдынғы булырға кәрәк тигән мәғлүмәт һалған.
Ҡыҙым, ҡыҙым – ҡыҙ кеше,
Нур һирпеп тора күҙе.
Матур күлдәк кейер ул,
Өйрөлөп бейеп китер ул, –
тип ҡыҙ баланың баһаһын күтәргәндәр, илгәҙәк итеп үҫтергәндәр.
Өлкәндәр ошондай шиғри юлдарҙы йышыраҡ әйтһә, яңы теле асылған бала ла рифмалап һөйләргә тырыша башлай, телмәрен байыта.
Борондан килгән уйындарыбыҙҙы алып ҡарайыҡ: “Әйлән-бәйлән”, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, “Косилка-молотилка”. Һәр береһе йырлы, моңло. Уларҙың ыңғай йоғонтоһо баһалап бөткөһөҙ: телмәр үҫә, быуындар нығына, хәрәкәттәр етеҙләнә, кәүҙә торошо матурая, бала үҙен кеше алдында тоторға өйрәнә.
– Әңгәмә башында әсә менән сабый араһында бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәштәр әйткәйнегеҙ. Шул бәйләнеште ғүмерлеккә нисек һаҡларға?
– Бала өс йәштән үк үҙен тиҫтерҙәре менән сағыштыра башлай. Әгәр атай һәм әсәй баҡсалағы байрамға килһә йәки төркөм өсөн берәй әйбер эшләп килтерһә, баланың ғорурлығы шунда уҡ күҙҙәренә сыға. Бына шуны өлкәндәр ҡайһы берҙә аңлап етмәй, эш тип, мөһим мәлдәрҙән ситтә тороп ҡала. “Эй шул байрамдарығыҙ, шул уҡ йыр-бейеүҙәрегеҙ”, тиеүселәр ҙә бар. Бала быны үҙен яратмайҙар, башҡаларҙан кәм күрәләр тип аңлай. Ул күңел яраһы ғүмер буйы һаҡлана. Балағыҙға нисә йәш булыуына ҡарамаҫтан, ата-әсәләр йыйылышына йөрөгөҙ, хәҙер ҙурайҙы, тип тормошона иғтибарҙы кәметмәгеҙ, юғиһә, мине яратмай башланылар, тип уйлауы ихтимал. Үпкә­ләүҙәр йыйылып барып, уны ата-әсәнән алыҫайта. Бала күңеленең аҡ ҡағыҙ икәнлеген иҫтән сығармайыҡ. Уға нимә яҙһаҡ, шуны уҡырбыҙ.
– Француз яҙыусыһы Виктор Гюго: “Кешене үҙгәрткең килһә, эште уның өләсәһенән башла”, – тигән. Бөгөнгө өләсәйҙәребеҙ ниндәй? Яңы тыуған ейәндәрен һикертеп, һамаҡ әйтеп, халыҡ әкиәттәрен һөйләп ултырыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалғандыр. Заман өләсәйҙәре араһында шорты, ҡыҫҡа итәк кейеүселәр йылдан-йыл күберәк осрай. Кейенеү мәсьәләһе – һәр кемдең шәхси эше, әлбиттә, әммә күҙ йомоп ҡалып булмай, сөнки ул да бит матур йолаларыбыҙҙың, халҡыбыҙға хас күркәм сифаттарҙың яйлап юйылыуы тураһында һөйләй. Хәлде үҙгәртеү юлын нимәлә күрәһегеҙ?
– Ғаилә архивында өләсәйемдең әсәһе төшкән бик боронғо фотоһүрәт һаҡлана. Ул зауыҡ менән тегелгән күлдәк кейгән, һаҡал таҡҡан, башына дүрткә яҙылған яулыҡ бәйләгән. Әйтергә кәрәк, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары халыҡ ҡанундарын теүәл үтәгән, кейемдәре лә шуға ярашлы булған. Бөгөн гүзәл заттарыбыҙ араһында ғәрәп илдәрендәгеләй ҡаранан кейенеүселәр күп. Шул уҡ ваҡытта икенселәр ирҙәрҙеке кеүек ҡыҫҡа балаҡлы ыштанда йөрөй. Күсәги­лешлек өҙөлгәс, үҙ асылыбыҙҙы таба алмайынса, ошолай бер сиктән икенсеһенә ташланабыҙ.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙы булмышына тура килгән кейем өлгөләре һуңғы ике-өс йылда йәмәғәтселәребеҙ ярҙамында әүҙем тергеҙелә. Булмышыбыҙҙы һаҡлап ҡалыр өсөн был эште төптән – балалар баҡ­саһынан башларға кәрәк. “Айыуҡай”ҙа, мәҫәлән, әсәйҙәр ҡыҙҙарына һаҡал, улдарына түбәтәй тегеп алып килә башланы. Балалар уларҙы теләгән ваҡытта һандыҡтан алып, кейеп йөрөй.
– Аңлауыбыҙса, был күренеш – башҡорт балалар баҡсалары өсөн төҙөлгән “Башҡор­тостан – тыуған илем” программа­һының һөҙөм­тәһеме?
– Программа “Айыуҡай” балалар баҡ­саһы педагогтары ҡатнашлығында төҙөлдө. Уның маҡсаты – балала тыуған еренә, иленә, яҡындарына хөрмәт, һөйөү тойғоһон үҫтереү, төбәктә йәшәгән башҡа милләт­тәрҙең мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәтенә, йолаһына иғтибар уятыу, тыуған яҡ тәбиғәте тураһында байыраҡ мәғлүмәт алыуға ынтылыш биреү, юғары дәрәжәле, милли үҙаңлы һәм рухи мәҙәниәтле шәхестең формалашыуына һәм үҫешенә нигеҙ һалыу.
Программа менән бер рәттән, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн “Башҡортостан – гөлбостан” хрестоматияһын төҙөнөк, сөнки мәғариф системаһындағы үҙгәрештәр арҡаһында башҡортса шиғыр, әкиәттәр ситтә тороп ҡалды, тәрбиәселәр рус, сит ил яҙыусылары әҫәрҙәрен тәржемә итеп эшләп килде. Башҡорт балалар баҡсалары педагогтары был әсбаптарҙы ҡыуанып ҡабул итте, атай-әсәйҙәр өсөн дә кәрәкле тип тапты. Китаптарҙың тәүге даналары донъя күреп тә өлгөрҙө. Яңы уҡыу йылында республиканың барлыҡ башҡорт балалар баҡсалары ошо программа буйынса эш башлаясаҡ.


Вернуться назад