“Бергә тупланғанда ғына беҙ көслө”10.02.2017
“Бергә тупланғанда ғына  беҙ көслө” Яҙыусы, отставкалағы подполковник Мәхмүт Сәлимов Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған. Ғаилә йыш күсенеп йөрөй. Егет 1977 йылда әсәһенең тыуған төйәге Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылындағы урта мәктәпте тамамлай һәм атаһының юлына баҫа – Хәрби команда-инженер училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлағас, Себер хәрби округына хеҙмәткә ебәрелә. 1990 йылда Мәскәү хәрби академияһынан һуң, Мәхмүт Бакир улы Төньяҡ Кавказ хәрби округында хеҙмәт итә. Осетин-Ингуш бәрелешендә, Беренсе Чечен һуғышында ҡатнаша, ауыр яралана. Тап ошо осорҙа хикәйәләр яҙа башлай. 2006 йылда “Өфө” журналында уның беренсе хикәйәһе баҫыла. Русса ижад иткән яҙыусының әҫәрҙәрен бөгөн “Бельские просторы”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Истоки”, “Республика Башкортостан” кеүек мәртәбәле баҫмаларҙа уҡырға мөмкин. Мәхмүт Бакир улы уларҙы китап итеп тә сығарған. Әле Сәлимов – Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Уның Башҡортостанға ҡайтыуын тап итеп, илһөйәрлек, киләсәк быуынды тәрбиәләү һәм башҡалар тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Атанан күргән уҡ юнған, ти халыҡ мәҡәле. Һеҙҙең тоҡомда хәрбиҙәр байтаҡ тип ишеткәйнем.
– Ысынлап та шулай. Сызрандә хәрби училищела белем алған атайым Бакир Ишмөхәмәт улы Бөйөк Ватан һуғышында генерал А. Радимцев етәкселегендәге 13-сө гвардия уҡсылар дивизияһында Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша, Ҡы­ҙыл Йондоҙ орденына, миҙалдарға лайыҡ була. Тыуған яғына капитан дәрә­жәһендә ҡайта. Ике-өс туған ағайҙарым да – офицерҙар. Тоҡомобоҙҙо барлай баш­ла­һаң, ир-егеттәрҙең күбеһе яҙмы­шын хәрби хеҙмәткә бағышлаған. Әсәйем Шәмсе­ҡәмәр Шаярыҫлан ҡыҙы ла һәр саҡ был хаҡта иҫкәртеп торҙо. “Онотмағыҙ, һеҙ – Мырҙа нәҫеленән”, – тип ҡабатларға ярата ине. Үҙенсә дүрт улында ла башҡорттоң данлы тарихы менән ғорур­ланыу тойғоһо тәрбиәләргә тырыш­ҡандыр.
Беҙ үҫкәндә һәр икенсе малай летчик булырға хыяллана ине. Мин дә тиҫтер­ҙәремдән ҡалышманым. Тик мине ракетчик булырға күндерҙеләр. Рига ҡалаһындағы Юғары хәрби команда-инженер учили­щеһына уҡырға ингәйнем, шул уҡ йылда уҡыу йортон үҙгәртеп ҡорҙолар һәм факультетыбыҙ Дондағы Ростов ҡалаһына күсте. Һөнәрем – идара итеү һәм конт­ролдең автоматлашты­рылған сис­темалары белгесе, ҡыҫҡаса әйткәндә, радиоэлектроника буйынса хәрби инженер. Хеҙмәт юлымды Себер хәрби округында дауам иттем.
– Башҡортостандан ситтә йәшәһәгеҙ ҙә, бер ваҡытта ла тыуған яҡ менән бәйләнеште өҙмәгәнһегеҙ.
– Ҡан тарта бит инде. Новосибирскиҙа майор дәрәжәһенә тиклем үрләнем, һуңынан Мәскәүгә хәрби-сәйәси академияға уҡырға индем. Йәмәғәтселек эшенә бирелеп киттем. Мәскәүҙә уҡыған һәм йәшәгән яҡташтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы инем. Башҡорт халыҡ конгресы ағзаһы итеп һайландым.
Мәскәүҙә Бородино алышын реконструкциялау ваҡиғаларында Өфө пехота полкы яугире формаһында Рөстәм Исҡужинды осраттым. Һөйләшеп киттек, уртаҡ тел таптыҡ. Беренсе башҡорт полкының атаман Платов корпусы составында Бородино һуғышында ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәттәр бар. Шуға ла ошондай сараларҙа үҙебеҙҙең форманы кейеп, башҡорт халҡының йәнле тарихын күрһәтә алабыҙ бит, тип үкенестәребеҙҙе лә белдерҙек. Артабан бәйләнеште өҙмәнек. 1992 йылда Өфөгә килгән ваҡытта Салауат Хәмиҙуллин һәм башҡа илһөйәр егеттәр менән осрашып, уртаҡ фекергә килдек һәм “Төньяҡ амурҙары” хәрби-тарихи клубын теркәттек. Шул уҡ йылда Бородино һуғышының 180 йыллығына арналған ҙур юбилей сараһында тәүге тапҡыр 36 башҡорт ҡатнашып, лайыҡлы сығыш яһаны.
Моғайын, тоҡомдан килгән хәрбилек һыҙаты үҙенекен итәлер. Тарих менән төплө ҡыҙыҡһыныу ҙа юҡҡа булмағандыр. 1993 йылда академияны тамамлағас, артабан хеҙмәтемде Төньяҡ Кавказда дауам итергә булдым. Осетин-Ингуш бәрелешенә командировкаларға йыш ебәрҙеләр. 1995 – 1996 йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби бурысымды үтәнем. Әйтеүе генә рәхәт һымаҡ, ә был көсөргәнеш­ле хеҙмәт һаулы­ғым­да сағылмай ҡалманы. 1997 йылдың башында Бурденко исемен­дәге дауа­ханаға эләк­тем. Оҙаҡ ҡына үлем менән кө­рәш­тем. Реанимацияла ятҡанда әсә­йем һөй­ләгән әки­әт, легендалар, үҙем уҡы­­ған тарихи ва­ҡиғалар башымда әйләнде. Баш­­ҡорт­тоң хәрби үткәне әллә ни яҡтыртыл­маған. Шуға ла урын­дағы леген­даларға таянып, тарихи материалдар менән ба­йытылған әҫәр­ҙәр яҙыу теләге уянды. 2000 йылда отставкаға сыҡтым һәм ошо ниә­темде тормошҡа ашыра башланым. 2006 йылда “Өфө” журналы минең беренсе хикә­йәмде нә­шер итте. Артабан республика мат­буғатын­да әҫәр­ҙәрем йыш баҫылды. Уларҙы туплағас, өс китабым донъя күрҙе.
Хәрби офицерҙарҙың үҙҙәренең башынан үткәнде, башҡалар күрмәгәнде әҙәби әҫәрҙәр аша бәйән итеүе, уларҙың әҙәбиәткә килеү осраҡтары юҡ түгел. Ундай миҫалдар бихисап. Мин уларҙан бары тик балалар өсөн әкиәттәр ижад итеүем менән айырылам. Балалар өсөн яҙыу, миңә ҡалһа, ҡандан киләлер. Ни тиһәң дә, балалар яҙыусыһы Рәсимә Ураҡсина менән өс туған булһаҡ та, бер туғандар кеүек аралашып йәшәнек. Шулай уҡ атайым яғынан билдәле яҙыусы Әхиәр Хәкимов та туған беҙгә. Уның әсәһе сығышы менән Яңы Яппарҙан. Атайымды иһә Яңы Яппарҙа ғүмер иткән башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсеһе Сафуан Яҡшығолов уҡытҡан.
2014 йылда мине Рәсәйҙең һәм Баш­ҡорт­­остандың Яҙыусылар союзына алдылар.
– Бөгөн һеҙ Ростов өлкәһендә төп­лән­гәнһегеҙ, Дондағы Ростовта “Яҡ­таш­тар” башҡорт һәм татар ойош­ма­һында башҡорттарҙы туплап, бик әүҙем эш ойошторғанһығыҙ.
– Бергә тупланғанда ғына беҙ көслө, бергә булғанда ғына йәшәүе лә еңелерәк бит. Бөгөн Дондағы Ростовта 200 милләт, шул иҫәптән Кавказдың барлыҡ халыҡ вәкилдәре лә йәшәй. Бында кавказдар –аҫаба халыҡ, шуға күрә Кавказ менталитеты асыҡ сағыла. Был тәү сиратта мөнәсәбәт­тәрҙәге итәғәтлектә, тыйнаҡ­лыҡта, һәр милләткә ҡарата ихтирамлыҡта күренә.
Ленинград өлкәһе менән сағыш­тырғанда, Ростов өлкәһендә башҡорттар күберәк. Илгиз Солтанморатовтың тикшеренеүҙә­ренә ҡарағанда, уҙған быуаттың 80-се йылдарында бында 1438 башҡорт йәшәгән, әле был һан 1500-гә еткәндер. Башҡорт­тар­ҙың күпселек өлөшөн хәрбиҙәр һәм уларҙың ғаиләләре тәшкил итә. Ошонда төпләнеп, тамыр йәйгән кешеләр менән милләтебеҙҙе күрһәтеү, танытыу өсөн байтаҡ эшләйбеҙ. Йыл һайын Башҡор­т­остан Республикаһы көнөндә, Ҡала көнөндә башҡорт милли кейемдәрен, ҡо­рал, аш-һыуҙы кәүҙә­лән­­дергән күргәҙмә ойош­торабыҙ. Башҡор­тос­тандың Мәҙәниәт ми­нистр­лығы менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, ул һәр яҡлап ярҙам итә. Бер нисә йыл рәттән ошо сараларға Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы килде. Беҙ уларға рәх­мәтле. Краснодар, Анапа, Сочи ҡалала­рын­да йә­шәгән баш­ҡорт­тар ме­нән хеҙмәт­тәшлек бул­дыр­ҙыҡ. Улар – беҙҙең байрам­дарҙа, беҙ улар­ҙыҡында ҡатна­шырға тырышабыҙ.
– Шулай ҙа милли рухты, телде, мә­ҙә­ниәтте һаҡлау ул байрам саралары үткәреү генә түгел. Башҡорт­тар­ҙың хәр­би халыҡ икәнен иҫбатлап, яугир­ҙәрҙең исемен тергеҙеү йәһәтенән ғә­йәт ҙур эштәр атҡа­ра­һығыҙ. Гәзит уҡыу­сы­ларға ошо хаҡта ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Ростов – Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы үткән өлкә. Бында башҡорт яугирҙәренең ҡәберҙәре һаҡланған. Беҙгә билдәлеһе – утыҙ. Белая Калитва районында Батырҙар бейеклегендә яугирҙәргә һәйкәл ҡуйылған. 1942 йылдың 20 июленән 1943 йылдың 19 ғинуарына тиклем Белая Калитва фашистар оккупацияһында ҡала. Лейтенант Аннаклыч Атаев етәкселегендә ошонда 112-се дивизия ла һуғышҡан, улар панфиловсыларҙың батырлығын ҡабатла­ған. Тарихи мәғлүмәт­тәргә ҡарағанда, ошо ерҙә 500-ҙән ашыу башҡорт яугире башын һалған. Башҡорттарҙы әле лә урындағы халыҡ яҡшы хәтерләй, маҡтап телгә ала. Бында Миңлеғәле Шайморатов исемен­дәге урам да бар.
Өлкәлә казактар йәшәгән Обливская тип аталған ауыл була. Ауыл халҡын фашистар атырға тип йыйып алып китә. Уларҙы үлемдән ҡотҡарыуҙа ла башҡорт­тар ҡатнашҡан. Алыш мәлендә һәләк булған яугирҙәр туғандар ҡәбер­легендә ерләнгән. Ҡайһы бер исем­дәр­ҙе асыҡлай алдыҡ. Лилиә Агишева исемле яҡ­ташыбыҙ үҙе­нең олатаһының һуң­ғы төйәге ҡайҙа икәнен белде. Яугирҙең исеме иҫтәлекле обелиск ташына яҙылып та ҡуйҙы. Ҡалғандарҙың исем-шәрифен асыҡлау, архив документтарын аҡтарыу, хәбәрһеҙ юғалған­дарҙың исемен ҡайтарыу эше дауам итә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, бында бихисап материал тупларға була.
Шул уҡ ваҡытта Красновка ауылында барған алыш­тарҙа Һәҙиә Дәүләт­шина, Жәлил Кейекбаев менән бергә уҡыған Зөбәй Үтәғоловтың исе­мен миҫал итеп килтерәм. Уға бронь бирелһә лә, үҙ теләге менән һуғышҡа китә. Дивизияға станцияны тоторға ҡушалар. Ошо йүнә­лештән Паулюсҡа ярҙамға өҫтәмә көс килергә тейеш булған. Яугирҙәр боҙ ҡәлғә төҙөп, дош­манға ҡар­шы бер тәү­лек торған. Фашистар улар­ҙы ут бөркөү ҡоралы менән яндыр­ған. Янып барған яугир­ҙәр уларға ҡаршы сыҡҡан. Әлеге батыр­лыҡ урынында 13 Советтар Союзы Геройы ерләнгән. Шуға ла студенттар, тарихсылар, эҙәрмәндәр ошо изге ерҙе килеп күрһен ине тигән теләгем ҙур.
Ғөмүмән, тарихи до­ку­­менттарға күҙ һалған­да, был ерҙәге бәре­леш­тәрҙә 112-се Баш­ҡорт кавалерия диви­зия­һы­нан 567 кеше һәләк булған. Совет Армияһы бихисап юғалтыу кисергән. Өлкәлә 37 туғандар ҡәберлеге бар. Исемлектә ни бары 30-ҙан ашыу башҡорт яугиренең исем-шәрифен күрергә була. Ҡалған­дарының яҙмышын асыҡлау – беҙҙең ҡулда!
Халыҡ үҙенең геройҙарын белергә тейеш. Шуға ла бер нисә проектҡа тотондоҡ. Тәүгеһе “13 герой” тип атала, икенсеһе – “Үткән һуғыш юлдары буйлап”. Уларҙың икеһе лә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәренең батырлыҡтарын пропагандалауға ҡайтып ҡала. Уларҙың исемен мәңгеләштереү – төп бурысыбыҙ.
Бынан тыш, Ростов өлкәһендә барған һуғыштарҙа башын һалған яугирҙәр ҡәберлеген тәртиптә тотоуҙы ла үҙебеҙҙең яуаплылыҡҡа алдыҡ. Киләсәктә улар нигеҙендә фильм төшөрөү ниәте лә бар. Әлбиттә, һәр проектты тормошҡа ашырыу сығымдар талап итә. Әлегә үҙ көсөбөҙ менән был эште йырып сығабыҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡорт яугир­ҙәренең батырлығы тураһында аҙ беләбеҙ. Архивта эҙләнеп, халыҡтан ишеткән хәтирәләргә таянып, хикәйә яҙа башланым. Киләсәктә ул донъя күрер.
– Ростовта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының музейы бар, тигәй­негеҙ.
– Эйе. Беҙ музей менән әүҙем хеҙмәт­тәшлек итәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларға дивизия тураһында мәғлүмәт етмәй. Ҡулдан килгәнсә ярҙам итәбеҙ, әлбиттә. Киләсәктә ошо йүнәлештә йылдамыраҡ эшләргә ине. Был йәһәттән Башҡортостан менән бәйләнеште, хеҙмәттәшлекте әүҙемләш­терергә кәрәк.
Әйткәндәй, ноябрь башында 112-се, 113-сө Башҡорт кавалерия дивизиялары ойошторолоуға 75 йыл тулды. Был хаҡтағы Указға 1941 йылдың ноябрендә Иосиф Сталин ҡул ҡуйған. Ошо ваҡиғаны билдәләү өсөн алты машинанан торған ылау менән 14 кеше Белая Калитва районындағы Батыр­ҙар бейеклегендә яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәлгә барҙыҡ.
Туғандар ҡәберлегендә туҡтап доға ҡылдыҡ, сәскәләр һалдыҡ. Беҙҙең менән бергә барған 14 кеше араһында Шишмә районы егете Азат Әмирханов бар ине. Уның олатаһы Ишбулат Тәүлийәров Обливская эргәһендәге яуҙарҙың береһендә һәләк булған, ошондағы туғандар ҡәбер­легендә ерләнгән. Азат уның ҡәберлегенә сәскәләр һалды, доға ҡылды. Йәнә бер геройыбыҙ – Көньяҡ федераль округта хеҙмәт иткән дин әһеле Илдар Ситдиҡаев та булды. Ул әруахтар рухына йыназа ҡылды.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!


Вернуться назад