Бергә йүгергең киләме?10.02.2017
Бергә йүгергең киләме? Рәсәй марафонсыһы Александр Капер сәйәхәткә сыға. 200 көн эсендә ул Мәскәүҙән алып Пекинғаса һигеҙ мең километр араны, өс ил һәм Рәсәйҙең 16 төбәге сиген үтергә, юлда барғанда 100 сара үткәрергә ниәтләй.
“Мәскәү – Пекин – килә­сәккә табан!” тип аталған сәйәхәт Владимир, Чебоксар, Ҡазан, Өфө, Новосибирск, Красноярск, Иркутск, Улан-Удэ ҡалалары аша үтә. Әйткәндәй, ошо ҡала­ларҙа йәшәгәндәр, үҙҙәрен бер аҙға булһа ла марафонсы итеп тойоп, Александр Капер менән бергә йүгерә ала.
Сараны ойоштороусылар белдереүенсә, Александр Капер донъя кинема­тографы тарихына актер бу­лараҡ инергә хыяллана. Марафонсының сәйәхәте тураһында бәйән иткән “Йү­гереп барғанда” тип аталған фильмды Европанан саҡы­рыл­ған төркөм төшөрәсәк.
Марафонсы 4 мартта Ҡы­ҙыл майҙандан ҡуҙға­лырға ниәтләй. Өфөгә уның 10 апрелгә килеп етеүе кү­ҙаллана. Башҡортос­тан­дың баш ҡалаһында Капер бер нисә сара үткәрәсәк.
Әйткәндәй, марафонсы бындай сәйәхәткә беренсе тапҡыр ғына сыҡмай. Ул – Һа­марҙан Мәскәүгә, Севас­тополдән Симферополгә тиклемге арауыҡты йүгереп үткән кеше.


Вернуться назад